Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




1 Коринфтарға 6:18 - Изге Яҙма

18 Фәхештән ҡасығыҙ. Кеше эшләгән башҡа бөтә гонаһтар – тәндән тышта, ә фәхешлек иткән әҙәм үҙ тәненә ҡаршы гонаһ ҡыла.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

18 Фәхешлектән ҡасығыҙ. Кеше бүтән төрлө гонаһтарын тәндән ситтә ҡыла, ә фәхешлек итеүсе үҙ тәненә ҡаршы гонаһ ҡыла.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

18 Фәхештән ҡасығыҙ. Кеше эшләгән башҡа бөтә гонаһтар – тәндән тышта, ә фәхешлек иткән әҙәм үҙ тәненә ҡаршы гонаһ ҡыла.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




1 Коринфтарға 6:18
19 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ир ҡатын менән ятһа һәм мәнейе аҡһа, икеһе лә йыуынһын. Улар кискә тиклем нәжес һаналыр.


Шуның өсөн дә Алла кешеләрҙе үҙҙәренең аҙғын һәм бысраҡ теләктәре ҡарамағына ҡалдырҙы һәм улар бер-береһе менән үҙҙәренең тәнен мәсхәрә итә башланы.


Яуызлыҡ ҡылыусыларҙың Алла батшалығына эйә була алмаясағын белмәйһегеҙме ни? Алданмағыҙ: аҙғындар ҙа, ялған илаһтарға табынғандар, зина ҡылғандар, енси боҙоҡлоҡтарға бирелгәндәр, ир-ат менән енси мөнәсәбәткә ингән ирҙәр ҙә,


Барған саҡта Аллам мине һеҙҙең алда тағы ла кәмһетер тип шөрләйем һәм элекке гонаһтары – ҡылған әшәкелектәре, фәхешлек һәм аҙғынлыҡтары өсөн әлегә тиклем тәүбә итмәгән күптәр арҡаһында күҙ йәштәремде ағыҙырға тура килмәһен ине, тип хәүефләнәм.


Гонаһлы тәбиғәттең ҡылған эштәре билдәле, был – фәхешлек, шаҡшылыҡ, аҙғынлыҡ,


Алланың изге халҡы булып йәшәгеҙ, аҙғынлыҡ, шаҡшылыҡ һәм һәр төрлө ҡомһоҙлоҡ тураһында арағыҙҙа һүҙ ҙә булырға тейеш түгел.


Шулай булғас, үҙегеҙҙең донъяуи теләктәрегеҙҙе: енси аҙғынлыҡты, әшәкелекте, нәфсене, яман теләктәрҙе һәм ялған илаһтарға табыныуға тиң булған ҡомһоҙлоҡто бөтөрөгөҙ.


Алла һеҙҙең изге булыуығыҙҙы, аҙғынлыҡҡа юл ҡуймауығыҙҙы теләй,


Алланы танымаған мәжүсиҙәр кеүек аҙғын нәфсегә юл ҡуймағыҙ.


Йәштәргә хас булған мауығыуҙарҙан ситтә тор, ә Раббыға саф йөрәк менән мөрәжәғәт итеүселәр менән бергә тәҡүәлеккә, иман, мөхәббәт, именлеккә ынтыл.


Барыһы ла никахты юғары баһалаһын һәм никах түшәктәре саф булһын. Аҙғындар менән хыянатсыларҙы Алла хөкөм итәсәк бит.


Һөйөклөләрем! Һеҙ был донъяла – илгиҙәрҙәр һәм мосафирҙар. Шуға күрә һеҙҙе йәнгә ҡаршы көрәшкән гонаһлы теләктәрҙән йыраҡ торорға саҡырам.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ