23 Һеҙ иһә – Мәсихтеке, ә Мәсих – Алланыҡы.
Петрус һөйләгән арала, балҡып торған болот килеп сығып, уларҙы күләгәһе менән ҡапланы. Болот эсенән: «Был – Минең һөйөклө Улым, Ул Минең ҡыуанысым. Уны тыңлағыҙ!» – тигән тауыш ишетелде.
Һин Мине донъяға ебәргән кеүек, Мин дә уларҙы донъяға ебәрҙем.
Бөтәһе бер булһын, Һин – Миндә һәм Мин Һиндә булған кеүек, Һинең Мине ебәреүеңә донъя инанһын өсөн, улар ҙа беҙҙә булһын.
Йәшәйбеҙ икән – Раббы өсөн йәшәйбеҙ, үләбеҙ икән – Раббы өсөн үләбеҙ. Шуға күрә йәшәһәк тә, үлһәк тә – Раббыныҡыбыҙ.
Йәнә мин шуны белеүегеҙҙе теләйем: һәр ирҙең Башы – Мәсих, ҡатындың башы – ир, ә Мәсихтең Башы – Алла.
Һәр кем үҙ сиратында: тәүҙә – Мәсих, шунан һуң, Ул килгәндә, Мәсихтекеләр тереләсәк.
Бөтә нәмә Мәсихкә буйһондоролғас, Улы ла бар нәмәне Үҙенә буйһондорған Аллаға буйһонасаҡ. Шулай итеп, Алла бөтә нәмәлә бар буласаҡ.
Раббы тарафынан саҡырылған ҡол – Раббының ирекле кешеһе. Шулай уҡ ирекле хәлдә саҡырылған – Мәсихтең ҡоло.
Аллабыҙ берәү генә – беҙҙең Атабыҙ. Бөтә нәмә – Унан, Ул беҙҙең йәшәйешебеҙҙең маҡсаты. Раббыбыҙ ҙа берәү – Ғайса Мәсих, бөтә нәмә Уның аша булдырылды һәм беҙ Уның аша йәшәйбеҙ.
Күҙ алдығыҙҙағы нәмәгә ҡарағыҙ! Кем, мин – Мәсихтеке, тип ышана, үҙ алдына уйлаһын: ул Мәсихтеке булған кеүек, беҙ ҙә Мәсихтеке.
Мәсихтеке икәнһегеҙ, тимәк, һеҙ – Ибраһимдың тоҡомдары һәм Алланың вәғәҙә иткәнен мираҫ итеп бүлешерһегеҙ.
Ә Ғайса Мәсихтеке булғандар үҙҙәренең гонаһлы тәбиғәтен ынтылыштары һәм аҙғын нәфселәре менән арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлап ҡуйҙы.
Уның ниәте шулай: билдәләнгән ваҡыт еткәс, күктәрҙә һәм ерҙә булғандарҙың бөтөнөһөн дә Мәсихтә берләштереү.