14 Бөтә нәмәне лә мөхәббәт менән башҡарығыҙ.
14 Бөтөн нәмәне лә мөхәббәт менән башҡарығыҙ.
Минең һеҙгә бойороғом шул: бер-берегеҙҙе яратығыҙ!
Ашаған ризығың имандашыңды борсоуға һала икән, һин яратып эш итмәйһең. Үҙ ризығың менән уға һәләкәт килтермә, Мәсих уның хаҡына ла үлде бит.
Юғарыраҡ бүләктәргә ынтылығыҙ. Хәҙер мин һеҙгә иң яҡшы юлды күрһәтәм.
Мөхәббәтте маҡсат итеп, Изге Рухтан килгән бүләктәргә, бигерәк тә пәйғәмбәрлек итеү бүләгенә ынтылығыҙ.
Имандаштар, минең һеҙгә үтенесем бар: һеҙ Стефанас ғаиләһен беләһегеҙ, улар Ахаяла беренселәрҙән булып Мәсихкә инанды, үҙҙәрен изгеләргә хеҙмәт итеүгә бағышланы.
Ялған илаһтарға ҡорбан ителгән иткә килгәндә, «был турала бөтәбеҙҙең дә белемебеҙ бар» тиһегеҙ. Был ысынлап та шулай. Әммә белем кешене һауалы итә, ә мөхәббәт – нығыта.
Алла Рухының емештәре иһә – мөхәббәт, шатлыҡ, именлек, сабырлыҡ, игелеклелек, изгелек, тоғролоҡ,
Беҙҙең һеҙгә булған мөхәббәтебеҙ кеүек, Раббыбыҙ һеҙҙең дә бер-берегеҙгә һәм барлыҡ кешеләргә ҡарата булған һөйөүегеҙҙе көсәйтһен һәм арттырһын.
Ә хәҙер Тимоҫеус эргәгеҙҙән ҡайтты, иманығыҙ һәм һөйөүегеҙ тураһында, шулай уҡ беҙҙең хаҡта һәр ваҡыт яҡшы иҫтәлектәр йөрөтөүегеҙ, беҙҙең кеүек үк күрешергә бик ныҡ теләүегеҙ тураһында яҡшы хәбәр алып килде.
Беҙ, имандаштар, Аллаға һеҙҙең өсөн һәр ваҡыт лайыҡлы рәүештә рәхмәттәр әйтергә тейешбеҙ, сөнки һеҙҙең иманығыҙ сикһеҙ арта бара һәм һәр берегеҙҙең үҙ-ара һөйөүе үҫә.
Өгөтләүемдең маҡсаты – саф йөрәктән, таҙа выждандан һәм эскерһеҙ имандан килгән мөхәббәтте тыуҙырыу.
Барыһы ла никахты юғары баһалаһын һәм никах түшәктәре саф булһын. Аҙғындар менән хыянатсыларҙы Алла хөкөм итәсәк бит.
Бөтәһенән дә бигерәк бер-берегеҙҙе ихлас яратығыҙ, сөнки мөхәббәт күп гонаһтарҙы ҡаплар.
Аллаға ихлас табыныуға – туғандарса яратыу, туғандарса яратыуға мөхәббәт өҫтәгеҙ.