Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




1 Коринфтарға 14:26 - Изге Яҙма

26 Шулай итеп, имандаштар, хәҙер нисек була инде? Һеҙ бергә йыйылған саҡта берегеҙҙең – мәҙхиәһе, икенсегеҙҙең – өйрәтеүҙәре, кемеһенеңдер – асылышы, бәғзеһенең – бүтән төрлө телдә хәбәре, ҡайһыһының аңлатмаһы бар. Былар барыһы бергә берҙәмлекте нығытыу маҡсатында хеҙмәт итһен.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

26 Шулай итеп, имандаштар, инде хәҙер нимә? Һеҙ бергә йыйылған саҡта берегеҙҙең мәҙхиәһе, икенсегеҙҙең өйрәтеүҙәре, кемеһенеңдер асылышы, бәғзеһенең бүтән төрлө телдә хәбәре, ҡайһыһының аңлатмаһы бар. Былар барыһы бергә иһә берҙәмлекте нығытыу маҡсатында хеҙмәт итһен.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

26 Шулай итеп, имандаштар, хәҙер нисек була инде? Һеҙ бергә йыйылған саҡта берегеҙҙең – мәҙхиәһе, икенсегеҙҙең – өйрәтеүҙәре, кемеһенеңдер – асылышы, бәғзеһенең – бүтән төрлө телдә хәбәре, ҡайһыһының аңлатмаһы бар. Былар барыһы бергә берҙәмлекте нығытыу маҡсатында хеҙмәт итһен.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




1 Коринфтарға 14:26
18 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Имандаштар, мин был хаҡта белеүегеҙҙе теләйем: башҡа халыҡтар араһындағы һымаҡ һеҙҙең арағыҙҙа ла хеҙмәтемдең уңышын йыйыр өсөн, янығыҙға күп тапҡырҙар барырға ниәтләнем, әммә әлегәсә тотҡарлыҡтарға осрап торҙом.


Башҡаларға хеҙмәт итеү һәләте бирелһә, хеҙмәт итһен, өйрәтеү бүләге бирелһә, өйрәтһен.


Шуның өсөн үҙ-ара татыу йәшәүгә һәм бер-беребеҙҙең рухын нығытыуға хеҙмәт иткән нәмәләргә ынтылайыҡ.


Һәр беребеҙ башҡаларҙың рухын нығытыу өсөн, уға яҡшы булһын тип, уның хаҡында ҡайғыртайыҡ.


Миңә нимә эшләргә һуң? Рухым менән доға ҡылырмын, аҡылым менән дә доға ҡылырмын; рухым менән дан йырлармын, аҡылым менән дә дан йырлармын.


Бүтәндәргә аңлашылмаған телдә һөйләүсе әҙәм кешеләргә түгел, ә Аллаға һөйләй, уны бит бер кем дә аңламай, ул Изге Рух ярҙамында серҙәр сисә.


Бүтән телдә һөйләүселәр булһа, ике, иң күп тигәндә өс кеше бер-бер артлы һөйләһен, ә береһе аңлатып торһон.


Ләкин бөтә нәмә лә килешле һәм тәртипле булырға тейеш.


Моғайын, әле һаман беҙҙең хаҡта, былар алдыбыҙҙа аҡланып тора, тип уйлайһығыҙҙыр. Юҡ, беҙ, Мәсихтә булып, Алла алдында әйтәбеҙ, быларҙың бөтөнөһө лә, һөйөклөләрем, һеҙҙе рухи яҡтан нығытыу өсөн башҡарыла.


Шунлыҡтан мин быларҙы һеҙҙән ситтә ваҡытта яҙам. Янығыҙға килгәс, Раббының миңә емерергә түгел, ә нығытырға тип биргән вәкәләтен ҡаты рәүештә ҡулланмауҙы өмөт итәм.


Алланың изге халҡын хеҙмәт итеүгә әҙерләү, Мәсих тәнен – имандаштар берҙәмлеген – үҫтереү өсөн эшләне Ул быны.


Уның аша тәндең һәр ағзаһы, бер-береһен беркетеүсе быуындар ярҙамында тоташып һәм берләшеп, үҙенә тейешле эш башҡарғанда, бөтөн тән үҫә һәм үҙ-үҙен мөхәббәттә үҫтерә.


Ауыҙығыҙҙан бер ниндәй ҙә яман һүҙ сыҡмаһын, тыңлаусыларға яҡшылыҡ килтерһен өсөн, нәсихәт биргәндә тик яҡшы һүҙҙәр әйтегеҙ.


Бер-берегеҙ менән мәҙхиәләр, маҡтау шиғырҙары һәм рухи йырҙар аша аралашығыҙ, күңелегеҙҙә Раббыны данлап йырлағыҙ,


Шуның өсөн бер-берегеҙҙе тынысландырығыҙ һәм, әлеге һымаҡ уҡ өгөтләп, ышаныс өҫтәгеҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ