Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




1 Коринфтарға 13:8 - Изге Яҙма

8 Мөхәббәт бер ваҡытта ла һүрелмәҫ, әммә пәйғәмбәрлек итеүҙәр туҡтар, бүтән төрлө телдәр тыныр, белем дә юҡҡа сығыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

8 Пәйғәмбәрлек итеүҙәр туҡтар, бүтән төрлө телдәр тыныр, белем юҡҡа сығыр, әммә мөхәббәт бер ваҡытта ла һүрелмәҫ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

8 Мөхәббәт бер ваҡытта ла һүрелмәҫ, әммә пәйғәмбәрлек итеүҙәр туҡтар, бүтән төрлө телдәр тыныр, белем дә юҡҡа сығыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




1 Коринфтарға 13:8
14 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Эдом тураһында. Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Теманда аҡыл эйәләре ҡалманымы ни? Белдеклеләр ниңә кәңәш итмәй? Аҡылдары әллә һайыҡҡанмы?


Әммә Мин һин иманын юғалтмаһын тип доға ҡылдым, һин дә, Миңә кире әйләнеп ҡайтҡас, имандаштарыңды нығыт, – тине Раббы Ғайса Петрусҡа.


Антиохиялағы имандаштар берҙәмлегендә пәйғәмбәрҙәр, остаздар бар ине: Барнабас, Шимғон (уны тағы Нигер тип тә атайҙар), Курененан Лукиос, өлкә идарасыһы Һируд менән бергә тәрбиәләнгән Манаен һәм Шаул.


Паулус ҡулдарын уларҙың баштарына ҡуйғас, шәкерттәргә Изге Рух инде, улар таныш булмаған телдәрҙә һөйләй һәм Алла хәбәрен иғлан итә башланы.


Барыһы ла Изге Рух менән һуғарылып, башҡа телдәрҙә һөйләшә башланы: был һәләтте уларға Алла Рухы бирҙе.


Берәүгә – мөғжизә күрһәтеү, икенсеһенә – пәйғәмбәрлек итеү, ҡайһы береһенә – рухтың ысынлап та Аллананмы икәнен айыра белеү, кемгәлер – бүтән төрлө телдәрҙә һөйләү һәләте, ә кемеһенәлер был телдәрҙә әйтелгәнде аңлата белеү һәләте бирелә.


Камиллыҡ килеү менән был өлөшләтә булған нәмәләр әһәмиәтен юғалтасаҡ.


Бына һәр ваҡыт буласаҡ өс нәмә: иман, өмөт һәм мөхәббәт. Улар араһында мөхәббәт – иң бөйөгө.


Шулай итеп, имандаштар, пәйғәмбәрлек итергә ынтылығыҙ, әммә бүтән төрлө телдә һөйләүҙе лә тыймағыҙ.


Берәйһе нимәнелер беләм тип уйлай икән, ул тейешле кимәлдә белмәй әле.


Ғайса Мәсихтә сөннәткә ултыртылыуҙың да, сөннәтһеҙ булыуҙың да бер ниндәй ҙә әһәмиәте юҡ, мөхәббәт аша эш итеүсе иман ғына әһәмиәткә эйә.


Был килешеүҙе «яңы» тип атап, Ул беренсе килешеүҙең иҫкереүен күрһәтте, ә иҫкергән һәм мәғәнәһе кәрәге бөтә барған нәмә оҙаҡҡа бармай юҡҡа сыға.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ