Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




1 Коринфтарға 12:27 - Изге Яҙма

27 Һеҙ – Мәсихтең тәне, ә айырым-айырым – шул уҡ тәндең ағзалары.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

27 Һеҙ – Мәсихтең тәне, ә айырым-айырым – шул уҡ тәндең ағзалары.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

27 Һеҙ – Мәсихтең тәне, ә айырым-айырым – шул уҡ тәндең ағзалары.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




1 Коринфтарға 12:27
14 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

беҙ ҙә, күп булһаҡ та, Мәсихтә бер тән тәшкил итәбеҙ, тик һәр беребеҙ айырым-айырым бер-беребеҙҙең ағзалары булып торабыҙ.


Коринҫостағы имандаштар берҙәмлегенә сәләм! Алла һеҙҙе Үҙенең изгеләре булырға саҡырған, һеҙ ҙә Ғайса Мәсихтә Аллаға бағышланғанһығыҙ. Һеҙгә һәм һәр ерҙә лә Раббыбыҙ Ғайса Мәсих исеменә мөрәжәғәт итеүселәрҙең барыһына ла сәләм. Мәсих – уларҙың һәм беҙҙең Раббыбыҙ.


Икмәк берәү, һәм беҙ, күмәк булһаҡ та, бер тәнде тәшкил итәбеҙ, сөнки бер икмәкте уртаҡлашабыҙ.


Мәсих – күп ағзаларға эйә булған тән кеүек; тән күп ағзаларҙан торһа ла, бер бөтөндө тәшкил итә.


Ағзаларҙың береһе яфаланһа, башҡалары ла уның менән бергә яфа күрә. Береһе ҡәҙерләнһә, ағзаларҙың барыһы ла уның менән бергә шатлана.


Һеҙ тәндәрегеҙҙең Мәсих тәне ағзалары икәнен белмәйһегеҙме әллә? Шулай булғас, мин, Мәсихтең ағзаларын алып, уларҙы фәхишә ағзалары итә аламмы һуң? Әлбиттә, юҡ!


Берҙәмлек иһә – Мәсихтең тәне, бөтөн нәмәлә лә бар нәмәне тултырып тороусы Мәсихтең тулылығы.


Алланың изге халҡын хеҙмәт итеүгә әҙерләү, Мәсих тәнен – имандаштар берҙәмлеген – үҫтереү өсөн эшләне Ул быны.


сөнки Мәсих имандаштар берҙәмлегенең башы булған кеүек, ир – ҡатынының башы, Мәсих иһә – Үҙ тәне булған берҙәмлектең ҡотҡарыусыһы.


Беҙ бит – Уның тәненең ағзалары.


Ул – тәндең башы, тән иһә – Уға инаныусылар берҙәмлеге. Ул – бөтә нәмәлә лә беренсе булыу өсөн башланғыс, үлеләрҙән тәүге булып терелгән.


Әле мин һеҙҙең хаҡҡа кисергән михнәттәремә һөйөнәм һәм Мәсихтең Үҙенең тәне булған берҙәмлек хаҡына кисергән ғазаптарын үҙемдең тәнемдә тулыландырам.


Ул Мәсихтән, тәндең башынан, айырылған. Ә баш бөтә тәнде тотоп тора һәм тән, быуындар, һеңерҙәр аша үҙ-ара беркетелеп, нығытылып, Алланың ниәтенә ярашлы үҫә.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ