Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




1 Коринфтарға 11:32 - Изге Яҙма

32 Хөкөм иткәндә иһә, донъя менән бергә хөкөм ителмәҫ өсөн, Раббы беҙгә язаһын бирә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

32 Хөкөм иткәндә иһә, донъя менән бергә хөкөм ителмәҫ өсөн, Раббы беҙгә язаһын бирә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

32 Хөкөм иткәндә иһә, донъя менән бергә хөкөм ителмәҫ өсөн, Раббы беҙгә язаһын бирә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




1 Коринфтарға 11:32
22 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Мин – уға Атай, ә ул Миңә улан булыр. Әгәр ҙә ул гонаһ ҡылһа, ата улын язалағандай, Мин дә уны язалармын.


Күҙҙәремде ас, ҡануныңдың Мөғжизәләрен күрәйем.


Һеҙ ни өсөн тағы туҡмалаһығыҙ һуң? Ниңә фетнәгеҙҙе һаман дауам итәһегеҙ? Башығыҙ тулы яра, Йөрәгегеҙ хәлһеҙләнгән.


Шуның өсөн һин уларға әйт: «Үҙенең Аллаһы Раббыны тыңламаған, Уның өгөт-нәсихәтен тотмаған халыҡ – һеҙ ул! Хәҡиҡәт юҡ булды, ауыҙығыҙҙан хаҡ һүҙ сыҡмаҫ булды».


Ул әйткәндәргә ҡолаҡ һалманы, Һабаҡ алманы, өмөтөн Раббыға бағламаны, Аллаһына һыйынманы.


Әммә беҙ ҡанунда әйтелгәндәр уға буйһоноусылар өсөн икәнен беләбеҙ, тимәк, үҙҙәрен яҡлау маҡсатында бер кем дә ауыҙын да аса алмай, һәм бөтә донъя Алла ҡаршыһында ғәйепле булып ҡала.


Был бүләкте бер кешенең гонаһы менән сағыштырырлыҡ та түгел: бер енәйәт һөҙөмтәһендә ғәйепле тигән хөкөм ҡарары сығарылды, ә Алла мәрхәмәте менән бирелгән бүләк бик күп енәйәттәрҙән аҡланыу алып килде.


Ҡайҙа аҡыл эйәһе? Ҡайҙа ҡанун белгесе? Ҡайҙа был замандың фәлсәфәселәре? Алла был донъяның аҡылын ахмаҡлыҡ тип күрһәтмәнеме ни?


Алла Үҙенең зирәк аҡылы менән билдәләгәнсә, донъя үҙ аңы менән Уны танып белә алманы. Шуның өсөн Ул иман тотоусыларҙы ахмаҡлыҡ тип һаналған беҙ вәғәзләгән Һөйөнөслө Хәбәр аша ҡотҡарыуҙы яҡшы күрҙе.


Шуның өсөн дә күбегеҙ хәлһеҙ һәм ауырыу, вафат булғандар ҙа аҙ түгел.


Әгәр беҙ үҙебеҙҙе үҙебеҙ һынаһаҡ, хөкөмгә дусар булмаҫ инек.


Шуға күрә, имандаштарым, Раббы ашына йыйылған саҡта бер-берегеҙҙе көтөгөҙ.


Күңелеңдән шуны бел, кеше үҙ балаһына нисек тәрбиә бирә, Аллаң Раббы ла һине шулай тәрбиәләй.


Һуменайос менән Искәндәр ҙә шундайҙарҙан, мин уларҙы, көфөр һүҙҙәр һөйләүҙән тыйылып өйрәнһендәр өсөн, Иблис ҡулына тапшырҙым.


Беҙ – үҙебеҙҙең Алланан булыуыбыҙҙы, ә бөтә донъяның Иблис хакимлығы аҫтында булғанын беләбеҙ.


Мин Үҙем яратҡан һәр кемгә үпкә белдерәм һәм тәртипкә өйрәтәм. Шуға күрә сәмсел бул һәм тәүбә ит.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ