Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




1 Коринфтарға 11:19 - Изге Яҙма

19 Әлбиттә, кемегеҙҙең тоғро икәнлеге һынау аша асыҡланһын өсөн, арағыҙҙа ҡараш айырымлыҡтары да булыуы кәрәк.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

19 Әлбиттә, һынауҙы кемегеҙҙең үтә алыуы асыҡланһын өсөн, арағыҙҙа ҡапма-ҡаршылыҡтарҙың булыуы ла кәрәк.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

19 Әлбиттә, кемегеҙҙең тоғро икәнлеге һынау аша асыҡланһын өсөн, арағыҙҙа ҡараш айырымлыҡтары да булыуы кәрәк.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




1 Коринфтарға 11:19
19 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Кешеләрҙе гонаһҡа этәргән нәмәләр арҡаһында был донъяға ҡайғы! Аҙҙырыусы нәмәләрҙең килеүе ҡотолғоһоҙ, ләкин улар кем аша килә, шул кешегә ҡайғы!


Ғайса Үҙенең шәкерттәренә былай тине: – Гонаһҡа этәргән нәмәләр ҡотолғоһоҙ, әммә бүтәндәрҙе гонаһҡа этәреүсегә – ҡайғы.


шул сәбәпле күптәрҙең йөрәктәрендәге уй-фекерҙәре асылыр. Ә һинең үҙеңдең йөрәгеңде ҡылыс сәнсеп үтер, – тине.


Шунан һуң фарисейҙар араһынан иманға килгән ҡайһы берәүҙәр урындарынан тороп: – Йәһүд булмағандарҙы сөннәткә ултыртырға һәм уларҙан Муса ҡанунын тотоуҙы талап итергә кәрәк, – тинеләр.


Хатта һеҙҙең арағыҙҙан да, шәкерттәрҙе үҙҙәренең арттарынан эйәртеп алып китеү өсөн, хәҡиҡәтте боҙоп күрһәтеүселәр сығасаҡ.


Әммә һинең алда шуны таныйым: улар Ғайсаның юлын ялған тәғлимәтле төркөм тип кенә әйтә, мин иһә Ғайсаның юлынан барып, аталарым Аллаһына хеҙмәт итәм, ҡанунға һәм пәйғәмбәрҙәр тарафынан яҙылғандарҙың бөтөнөһөнә ышанам.


Беҙ был кешене «йоғошло сир» тип таптыҡ. Ул Назара төркөмөнөң башлығы һәм бөтә донъяла йәшәүсе йәһүдтәр араһында боларыш ҡуптара.


Улар мине күптән белә һәм, теләһәләр, минең фарисейҙар төркөмөндә булғанлығым – динебеҙҙең иң талапсан тәғлимәтен тотоуым хаҡында шаһитлыҡ бирә алалар.


Хәйер, беҙ һинең фекерҙәреңде үҙеңдән ишетергә теләр инек, беҙгә билдәле булғанса, һәр ерҙә был төркөмгә ҡаршы һөйләйҙәр.


Иң баш ҡаһин һәм уның яҡлылар, йәғни саддукей төркөмөндәгеләр, көнләшеүҙән шартлар хәлгә етеп,


Әммә һеҙҙең бергә йыйылыуығыҙ Раббының ашын уртаҡлашыу тигән һүҙ түгел бит.


Мин, барғас, һеҙҙе үҙем теләгән хәлдә күрмәҫмен тип ҡурҡам, һәм һеҙ ҙә мине үҙегеҙ теләгән хәлдә, бәлки, тап итмәҫһегеҙ. Арағыҙҙа ғауғалар, көнсөллөк, асыу, мин-минлек, яла яғыуҙар, ғәйбәт, тәкәбберлек, тәртипһеҙлектәр табыуҙан ҡурҡам.


ялған илаһтарға табыныу, сихырсылыҡ, дошманлашыу, ыҙғыш, көнсөллөк, ярһыу, мин-минлек, талаш, ялған тәғлимәттәр таратыу,


һин был пәйғәмбәрҙең йәки төш юраусының һүҙен тыңлама – Аллағыҙ Раббы Үҙен бөтөн йөрәгегеҙ, бар булмышығыҙ менән яратаһығыҙмы икәнен белер өсөн һеҙҙе шулай һынай.


Бер-ике тапҡыр иҫкәрткәндән һуң да үҙенең бәхәстәре менән ҡапма-ҡаршылыҡ тыуҙырған кешенән баш тарт.


Улар беҙҙең аранан сыҡты, әммә бер ваҡытта ла беҙҙеке булманылар. Әгәр беҙҙеке булһалар, беҙҙең менән ҡалырҙар ине. Уларҙың арабыҙҙан китеүҙәре беҙҙеке түгеллектәрен күрһәтте.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ