Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




1 Коринфтарға 10:23 - Изге Яҙма

23 Һеҙ: «Бөтә нәмә рөхсәт ителә», – тиһегеҙ, әммә барыһы ла файҙалы түгел. «Бөтә нәмә рөхсәт ителә», әммә бөтә нәмә лә һабаҡ булып хеҙмәт итмәй.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

23 Һеҙ: «Бөтөн нәмә рөхсәт ителә», – тиһегеҙ, әммә барыһы ла файҙалы түгел. «Бөтөн нәмә рөхсәт ителә», әммә барыһы ла берҙәмлеккә хеҙмәт итмәй.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

23 Һеҙ: «Бөтә нәмә рөхсәт ителә», – тиһегеҙ, әммә барыһы ла файҙалы түгел. «Бөтә нәмә рөхсәт ителә», әммә бөтә нәмә лә һабаҡ булып хеҙмәт итмәй.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




1 Коринфтарға 10:23
14 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ашаған ризығың имандашыңды борсоуға һала икән, һин яратып эш итмәйһең. Үҙ ризығың менән уға һәләкәт килтермә, Мәсих уның хаҡына ла үлде бит.


Һеҙҙең менән дә шулай уҡ: Рухтан килгән бүләктәргә ынтылһағыҙ, берҙәмлекте нығытырлыҡ бүләктәр менән байырға тырышығыҙ.


Һин ҡылған шөкөр ни тиклем һәйбәт булмаһын, һүҙҙәреңде ишетеүсе файҙа алмаясаҡ.


Шулай итеп, имандаштар, хәҙер нисек була инде? Һеҙ бергә йыйылған саҡта берегеҙҙең – мәҙхиәһе, икенсегеҙҙең – өйрәтеүҙәре, кемеһенеңдер – асылышы, бәғзеһенең – бүтән төрлө телдә хәбәре, ҡайһыһының аңлатмаһы бар. Былар барыһы бергә берҙәмлекте нығытыу маҡсатында хеҙмәт итһен.


Һеҙ: «Миңә бөтә нәмә рөхсәт ителә», – тиһегеҙ. Әммә миңә бөтә нәмә лә файҙалы түгел. «Миңә бөтә нәмә лә рөхсәт ителә», әммә өҫтөмдән бер нәмә лә хакимлыҡ итергә тейеш түгел.


Ялған илаһтарға ҡорбан ителгән иткә килгәндә, «был турала бөтәбеҙҙең дә белемебеҙ бар» тиһегеҙ. Был ысынлап та шулай. Әммә белем кешене һауалы итә, ә мөхәббәт – нығыта.


Әммә һаҡ булығыҙ: һеҙҙең был азатлығығыҙ бер нисек тә көсһөҙҙәр өсөн абынырға сәбәп булмаһын.


Моғайын, әле һаман беҙҙең хаҡта, былар алдыбыҙҙа аҡланып тора, тип уйлайһығыҙҙыр. Юҡ, беҙ, Мәсихтә булып, Алла алдында әйтәбеҙ, быларҙың бөтөнөһө лә, һөйөклөләрем, һеҙҙе рухи яҡтан нығытыу өсөн башҡарыла.


Ауыҙығыҙҙан бер ниндәй ҙә яман һүҙ сыҡмаһын, тыңлаусыларға яҡшылыҡ килтерһен өсөн, нәсихәт биргәндә тик яҡшы һүҙҙәр әйтегеҙ.


Шуның өсөн бер-берегеҙҙе тынысландырығыҙ һәм, әлеге һымаҡ уҡ өгөтләп, ышаныс өҫтәгеҙ.


Улар осһоҙ-ҡырыйһыҙ шәжәрәләрҙә соҡсоноп һәм уйҙырма хәбәрҙәр таратып йөрөүҙән туҡтаһын, сөнки былар барыһы ла бәхәс кенә тыуҙыра һәм Алла ниәтен иман аша тормошҡа ашырырға ҡамасаулай.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ