Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




1 Коринфтарға 10:16 - Изге Яҙма

16 Беҙ Аллаға рәхмәт белдергән шөкөр туҫтағынан эсәбеҙ. Был һәммәбеҙҙең дә Мәсих ҡанында ҡатнашлығы барлығын аңлатмаймы? Беҙ икмәкте бүлеп алабыҙ һәм ашайбыҙ. Был бөтәбеҙҙең дә Мәсих тәнендә өлөшө барлығын аңлатмаймы ни?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

16 Раббы кисәһендә беҙ Аллаға рәхмәт белдергән шөкөр кәсәһенән эсәбеҙ. Был һәммәбеҙҙең дә Мәсих ҡанында ҡатнашлығы барлығын аңлатмаймы? Беҙ икмәкте бүлеп алабыҙ һәм ашайбыҙ. Был бөтөнөбөҙҙөң дә Мәсих тәнендә өлөшө барлығын аңлатмаймы ни?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

16 Беҙ Аллаға рәхмәт белдергән шөкөр туҫтағынан эсәбеҙ. Был һәммәбеҙҙең дә Мәсих ҡанында ҡатнашлығы барлығын аңлатмаймы? Беҙ икмәкте бүлеп алабыҙ һәм ашайбыҙ. Был бөтәбеҙҙең дә Мәсих тәнендә өлөшө барлығын аңлатмаймы ни?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




1 Коринфтарға 10:16
17 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ҡулына кәсә алып, шөкөрана иткәндән һуң, һүҙен дауам итте: – Быны алығыҙ ҙа үҙ-ара бүлешеп эсегеҙ.


Иман юлындағы кешеләр үҙҙәрен илселәрҙең тәғлимәтен өйрәнеүгә, аралашыуға, бергә икмәк бүлешеүгә, доғаға бағышланылар.


Көн һайын Алла йортонда йыйылдылар, Алланы маҡтап, шат һәм ихлас йөрәктән өйҙәрендә икмәк һындырып, ризыҡты бергәләп ашанылар. Бөтөн халыҡ уларҙы яратты, Раббы иһә ҡотҡарылыусылар һанын көн һайын арттырып торҙо.


Яңынан бүлмәгә күтәрелеп, икмәк һындырып ашаны. Халыҡ менән таңға хәтлем һөйләшеп ултырғандан һуң, юлға сыҡты.


Аҙнаның беренсе көнөндә икмәк һындырып ашау йолаһына бергә йыйылдыҡ. Паулус йыйылған халыҡ менән әңгәмә ҡороп ултырҙы һәм, икенсе көндө китергә ниәтләгәнлектән, һөйләшеү төн уртаһына тиклем һуҙылды.


Ул һеҙҙе Үҙенең Улы Раббыбыҙ Ғайса Мәсих менән аралашыу һәм бәйләнеш булһын тип саҡырған. Алла Үҙ вәғәҙәһенә тоғро.


Мин һеҙгә аҡыллы кешеләргә әйткән кеүек өндәшәм, әйткәндәрем тураһында үҙегеҙ уйлағыҙ.


Беҙ һәммәбеҙ ҙә: йәһүдтәр һәм гректар, ҡолдар һәм иреклеләр, бер Рух менән сумдырылып, бер тән булдыҡ һәм барыбыҙға ла бер үк Рухтан эсеү бирелде.


Сөнки беҙ – Мәсихтең арҡалаштары, тик баштағы ышанысыбыҙҙа аҙаҡҡаса ныҡ торған хәлдә генә.


Һеҙ ҙә беҙҙең менән тығыҙ аралаша алһын өсөн, үҙебеҙҙең күргән һәм ишеткәндәребеҙҙе һеҙгә лә иғлан итәбеҙ. Беҙ иһә Атабыҙ Алла һәм Уның Улы Ғайса Мәсих менән аралашып йәшәйбеҙ


Әгәр инде Алла яҡтылыҡта булған кеүек, беҙ ҙә яҡтылыҡта йәшәһәк, тимәк, бер-беребеҙ менән тығыҙ аралашып йәшәйбеҙ һәм Улы Ғайсаның түккән ҡаны беҙҙе һәр төрлө гонаһтарыбыҙҙан таҙарындыра.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ