22 Һәр төр яуызлыҡтан ары йөрөгөҙ.
Ялған эштән алыҫ тор. Ғәйепһеҙҙе һәм хаҡлыны үлемгә дусар итмә, сөнки Мин ундай яуызлыҡ ҡылған әҙәмде аҡламайым.
Хаҡ юлдан йөрөп, дөрөҫ һөйләгән, Кешеләрҙе йәберләмәгән, табыш артынан ҡыумаған, Ҡулдарын ришүәттән йыраҡ тотҡан, Ҡанға һыуһағандарҙы тыңламай ҡолағын тыҡҡан, Яуыз эштәрҙән йөҙ борған –
Бер кемгә лә яманлыҡҡа ҡаршы яманлыҡ ҡылмағыҙ, киреһенсә, бар әҙәмдәр алдында изге эштәр ҡылырға тырышығыҙ.
Бына шуға күрә, мин ашаған ризыҡ имандашымды гонаһҡа төшөрөүгә сәбәпсе булһа, уны гонаһҡа этәрмәҫ өсөн ғүмерем буйына ит ашамам.
Беҙ бер кемгә лә кәртә ҡуйырға теләмәйбеҙ, Алла тарафынан бирелгән хеҙмәтебеҙ ғәйепкә алынырға тейеш түгел.
Ниһайәт, имандаштарым, уйҙарығыҙҙы хәҡиҡәткә, ихтирамға, ғәҙеллеккә, сафлыҡҡа, яратыуға, һоҡланыуға, ҡыҫҡаһы, әҙәпкә һәм маҡтауға лайыҡлы эштәргә йүнәлтегеҙ.
Шулай итһәгеҙ, ят кешеләр алдында ихтирам ҡаҙанырһығыҙ һәм бер кемдә лә мохтажлыҡ кисермәҫһегеҙ.
Аллананмы, түгелме икәнен белеү өсөн барыһын һынағыҙ, яҡшылыҡты тотоғоҙ.
Алла Үҙе – именлек сығанағы, һеҙҙе тулыһынса изгеләндерһен. Раббыбыҙ Ғайса Мәсих килеүгә бөтә булмышығыҙ: рухығыҙ ҙа, йәнегеҙ ҙә, тәнегеҙ ҙә саф көйө һаҡланһын.
Башҡаларын уттан тартып алғандай ҡотҡарығыҙ. Ҡалғандарына мәрхәмәт күрһәтегеҙ, әммә һаҡ булығыҙ. Уларҙың хатта тәне нәжесләгән кейемдәре лә һеҙҙең өсөн харам һәм ерәнгес булһын.
Рут таңға тиклем уның аяҡ осонда йоҡланы ла, кеше күргеләгәнсе, иртүк торҙо. Боғаз: «Ырҙын табағына ҡатын-ҡыҙ килгәнен бер кем дә белмәһен ине», – тип уйлап
Уның ҡайҙа йоҡларға ятҡанын ҡарап тор ҙа, өҫ ябыуын һирпеп асып, уның аяҡ осона барып ят – артабан нимә эшләргә икәнен ул үҙе өйрәтер, – тине.