17 гел доға ҡылығыҙ.
Даниил, бындай фарман сығарылғанын белә тороп та, өйөнә ҡайтыр һәм, өҫкө ҡатындағы тәҙрәләре Йәрүсәлим яғына ҡараған бүлмәгә инеп, әүәлгесә, көнөнә өс тапҡыр үҙ Аллаһы алдына теҙләнеп, Уға доға ҡылыр, Уны данлар булды.
Төшөнкөлөккә бирелмәҫкә, һәр ваҡыт доға ҡылырға кәрәклеген белһендәр өсөн, Ғайса Үҙенең шәкерттәренә ошондай ҡисса һөйләне:
Шулай булғас, һәр ваҡыт уяу булығыҙ һәм, буласаҡ бәлә-ҡазаларға түҙерлек, Әҙәм Улы ҡаршыһында торорлоҡ көсөгөҙ булһын өсөн, доға ҡылығыҙ.
Үҙегеҙҙә булған өмөткә ҡыуанығыҙ, ҡайғыларҙа ныҡ булығыҙ, арымай-талмай доға ҡылығыҙ.
Һәр төрлө доға һәм үтенес менән Изге Рухта һәр ваҡыт Аллаға ялбарығыҙ. Бының өсөн даими рәүештә, арымай-талмай бөтә изгеләр өсөн доға ҡылығыҙ.
Арымай-талмай доға ҡылығыҙ. Доға ҡылғанда уяу булығыҙ һәм Аллаға шөкөр итегеҙ.
Тиҙҙән бөтә нәмәнең аҙағы етәсәк. Шуға күрә, һәр ваҡыт доға ҡыла алыу хәлендә булыр өсөн, тотанаҡлы һәм айыҡ аҡыллы булығыҙ.
Ҡатын оҙаҡ итеп Раббыға доға ҡылған мәлдә, Ғәли уның ирендәренә ҡарап ултырҙы.