Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




1 Фессалоникаларға 2:18 - Изге Яҙма

18 Эргәгеҙгә барырға теләнек. Мин, Паулус, үҙем дә бер нисә тапҡыр һеҙҙең эргәгә барырға ынтылдым, ләкин Иблис беҙгә ҡамасауланы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

18 Янығыҙға барырға теләнек. Мин, Павел, үҙем дә бер нисә тапҡыр һеҙҙең янға барырға ынтылдым, ләкин Иблис беҙгә ҡамасауланы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

18 Эргәгеҙгә барырға теләнек. Мин, Паулус, үҙем дә бер нисә тапҡыр һеҙҙең эргәгә барырға ынтылдым, ләкин Иблис беҙгә ҡамасауланы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




1 Фессалоникаларға 2:18
13 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Алла бер төрлө, икенсе төрлө әйтеп ҡарай, Әммә Уны аңламайҙар.


– Кит, Иблис, – тине Ғайса. – «Аллаң Раббыға табын һәм бары Уға ғына хеҙмәт ит», – тип яҙылған.


Имандаштар, мин был хаҡта белеүегеҙҙе теләйем: башҡа халыҡтар араһындағы һымаҡ һеҙҙең арағыҙҙа ла хеҙмәтемдең уңышын йыйыр өсөн, янығыҙға күп тапҡырҙар барырға ниәтләнем, әммә әлегәсә тотҡарлыҡтарға осрап торҙом.


Шуның өсөн, күп тапҡырҙар янығыҙға барырға ниәтләп тә, хеҙмәтем арҡаһында бара алманым да инде.


Мин, Паулус, сәләмемде үҙ ҡулым менән яҙам.


Һеҙ иһә, ихтыяжымды ҡәнәғәтләндереү өсөн, хатта Тессалоникела булған сағымда ла бер нисә тапҡыр ярҙам ебәрҙегеҙ.


Был сәләмде мин, Паулус, үҙ ҡулым менән яҙам. Минең тотҡонда икәнлегемде онотмағыҙ. Мәрхәмәт һеҙҙең менән булһын.


Мин, Паулус, был хаттың минән икәнлеген күрһәтеү өсөн, башҡа хаттарҙағы кеүек үк, сәләмләү һүҙҙәрен үҙ ҡулым менән яҙам.


башҡа берәү түгел, мин, ҡарт Паулус, әлеге ваҡытта Ғайса Мәсихкә инаныуым өсөн төрмәлә ултырыусы тотҡон, һөйөүебеҙгә таянып, һиңә үтенес менән өндәшәм.


Алда үҙең кисерәсәк бер нәмәнән дә ҡурҡма. Һеҙҙе һынар өсөн арағыҙҙан ҡайһы берҙәрегеҙҙе Иблис төрмәгә ырғытасаҡ һәм ун көн буйы һеҙ хәсрәт күрәсәкһегеҙ. Үлгәнгә тиклем тоғро бул, һәм һиңә тормош тажы бирермен.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ