Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




1 Фессалоникаларға 2:12 - Изге Яҙма

12 Үҙ батшалығына һәм дан-шөһрәтенә саҡырыусы Аллаға лайыҡ булырлыҡ итеп йәшәргә өндәп, ышандырып, һеҙҙе өгөтләп йөрөнөк.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

12 Үҙ батшалығына һәм данына саҡырыусы Аллаға лайыҡ булырлыҡ итеп йәшәргә өндәп, ышандырып, һеҙҙе өгөтләп йөрөнөк.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

12 Үҙ батшалығына һәм дан-шөһрәтенә саҡырыусы Аллаға лайыҡ булырлыҡ итеп йәшәргә өндәп, ышандырып, һеҙҙе өгөтләп йөрөнөк.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




1 Фессалоникаларға 2:12
29 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Меҫушелах тыуғандан һуң, Ханох өс йөҙ йыл йәшәне, ғүмере буйына ул Алла юлында йөрөнө. Уның тағы ла улдары һәм ҡыҙҙары булды.


ә атаһының Аллаһына ынтыла, Уның бойороҡтарын үтәй, исраилдарға эйәрмәй.


Алланы яратыусыларға, Уның ниәте буйынса саҡырып алынғандарға – бөтә нәмә яҡшыға ғына.


Алла кемдәрҙе алдан билдәләп ҡуйған, шуларҙы саҡырып алған. Кемдәрҙе саҡырып алған, шуларҙы аҡлаған. Аҡланғандарға Ул дан-шөһрәт биргән.


Ул һеҙҙе Үҙенең Улы Раббыбыҙ Ғайса Мәсих менән аралашыу һәм бәйләнеш булһын тип саҡырған. Алла Үҙ вәғәҙәһенә тоғро.


«Ҡараңғылыҡтан яҡтылыҡ балҡыһын», – тигән Алла Үҙе күңелдәребеҙҙә нурланды. Шулай Ғайса Мәсих йөҙөндә балҡыған Алла шөһрәтен танып белдек.


Һеҙгә әйтәм: Рух буйынса йәшәһәгеҙ, гонаһлы тәбиғәтегеҙҙең теләктәренә бирешмәҫһегеҙ.


Шуға күрә мин, Раббы хаҡына тотҡон булараҡ, һеҙҙең Алланан алған саҡырылыуығыҙҙа лайыҡлы йәшәүегеҙҙе үтенәм.


Мәсих беҙҙе яратҡан кеүек, һеҙ ҙә мөхәббәттә йәшәгеҙ. Беҙҙе яратыуы менән Аллаға хуш еҫле бүләк һәм ҡорбан булып Мәсих беҙҙең өсөн ғүмерен бирҙе.


Һеҙ ҡасандыр ҡараңғылыҡ инегеҙ, ә хәҙер, Раббыла булғанға, яҡтылыҡһығыҙ. Артабан да яҡтылыҡ кешеләре булып йәшәгеҙ.


Нисек кенә булмаһын, Мәсих тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәргә лайыҡлы йәшәгеҙ. Мин киләмме, яңынан һеҙҙе күрәмме, әллә килмәйемме – берҙәм булыуығыҙҙы һәм иңгә-иң терәп, Һөйөнөслө Хәбәргә ышаныу хаҡына көрәшеүегеҙҙе ишетеп торорға яҙһын.


Һәр изгелекле эшегеҙ уңыш килтереп, Алланы танып белеүегеҙ артҡандан-арта барып, Раббыға лайыҡлы йәшәүегеҙҙе һәм эштәрегеҙ менән Уға хуш килерлек булыуығыҙҙы теләп доға ҡылабыҙ.


Ғайса Мәсихте бөйөк Хаким итеп ҡабул иткәнһегеҙ икән, Мәсихтә йәшәүегеҙҙе дауам итегеҙ.


Ниһайәт, имандаштар, Аллаға ҡулай булһын өсөн, нисек йәшәргә кәрәклеген беҙҙән өйрәндегеҙ. Һеҙ шулай йәшәйһегеҙ, әммә беҙ Раббы Ғайса хаҡына тағы ла ҙурыраҡ уңыштарға өлгәшеүегеҙҙе үтенеп һорайбыҙ,


Шулай итһәгеҙ, ят кешеләр алдында ихтирам ҡаҙанырһығыҙ һәм бер кемдә лә мохтажлыҡ кисермәҫһегеҙ.


Һеҙҙе Саҡырыусы быны эшләйәсәк, сөнки Ул тоғро.


Был Раббы Үҙенең изгеләрендә данланырға, Үҙенә инанғандарҙың барыһында ла һоҡланыу тыуҙырырға килгән көндә булыр. Һеҙ ҙә улар араһында булырһығыҙ, сөнки беҙ һөйләгән хәбәргә ышандығыҙ.


Ул беҙҙе ҡылған эштәребеҙгә ҡарап түгел, ә Үҙенең ниәте һәм мәрхәмәте менән ҡотҡарҙы, изге тормошҡа саҡырҙы. Уның был мәрхәмәте донъя яратылғансы уҡ Ғайса Мәсихтә еткерелде.


Әммә һеҙ – ҡараңғылыҡтан Үҙенең ғәжәйеп яҡтылығына Саҡырыусының бөйөк эштәрен иғлан итеү өсөн һайланған нәҫел, батша ҡаһиндары, мөҡәддәс халыҡ, Алланың Үҙ халҡы.


Яманлыҡҡа яманлыҡ менән йәки мыҫҡыллауға мыҫҡыллау менән түгел, киреһенсә, фатиха менән яуап ҡайтарығыҙ, сөнки һеҙ шуның өсөн саҡырылғанһығыҙ һәм фатиха алырһығыҙ. Изге Яҙмала әйтелгән:


Бар мәрхәмәттең сығанағы булған һәм һеҙҙе Үҙенең Ғайса Мәсихтәге мәңгелек шөһрәтенә саҡырып алған Алла, һеҙ бер аҙ ғазап сиккәндән һуң, көсөгөҙҙө ҡайтарасаҡ, ҡеүәт бирәсәк, нығытасаҡ һәм ҡаҡшамаҫлыҡ итәсәк.


Үҙенең даны һәм игелеге менән беҙҙе Үҙенә саҡырған Алланы танып белеүебеҙ аша Ғайсаның илаһи ҡөҙрәте беҙгә йәшәү һәм Аллаға ихлас табыныу өсөн кәрәк булған бөтә нәмәне бүләк итте.


Кем дә кем: «Мин Аллала йәшәйем», – ти, ул кеше Ғайса һымаҡ йәшәргә тейеш.


Һинең мөхәббәтең тураһында улар имандаштар берҙәмлеге алдында шаһитлыҡ ҡылды. Уларға сәйәхәттәрен дауам итергә Алла хупларлыҡ итеп ярҙам күрһәтеп ебәрсе.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ