Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




1 Фессалоникаларға 1:9 - Изге Яҙма

9-10 Һеҙҙең арала булыуыбыҙҙың һөҙөмтәһе тураһында кешеләр үҙҙәре үк һөйләй. Шулай уҡ тере һәм хаҡ Аллаға хеҙмәт итеү һәм күктәрҙән Уның Улын көтөп алыу өсөн, үҙҙәре табынған ялған илаһтарҙан баш тартып, Аллаға йөҙ бороуығыҙ тураһында ла хәбәр итәләр. Алла Үҙ Улы Ғайсаны үленән терелтеп алды. Ғайса беҙҙе Алланың яҡынлашып килгән асыуынан ҡотҡарасаҡ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

9-10 Һеҙҙең арала булыуыбыҙҙың һөҙөмтәһе тураһында кешеләр үҙҙәре үк һөйләй. Шулай уҡ ысын Аллаға хеҙмәт итеү һәм күк батшалығынан Уның Улын көтөп алыу өсөн, үҙҙәре табынған ялған илаһтарҙан баш тартып, Аллаға йөҙ бороуығыҙ тураһында ла хәбәр итәләр. Алла Үҙ Улы Ғайсаны үленән терелтеп алды, Ул беҙҙе Алланың яҡынлашып килгән асыуынан ҡотҡарасаҡ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

9-10 Һеҙҙең арала булыуыбыҙҙың һөҙөмтәһе тураһында кешеләр үҙҙәре үк һөйләй. Шулай уҡ тере һәм хаҡ Аллаға хеҙмәт итеү һәм күктәрҙән Уның Улын көтөп алыу өсөн, үҙҙәре табынған ялған илаһтарҙан баш тартып, Аллаға йөҙ бороуығыҙ тураһында ла хәбәр итәләр. Алла Үҙ Улы Ғайсаны үленән терелтеп алды. Ғайса беҙҙе Алланың яҡынлашып килгән асыуынан ҡотҡарасаҡ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




1 Фессалоникаларға 1:9
30 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Сөнки Һин минең ҡәлғәмһең, Аллам; Ниңә һуң мине ситкә тибәрҙең? Ни өсөн дошмандарымдың иҙеүенән Иңрәп ҡайғы-хәсрәткә баттым?


Йә Раббы, илеңә миһырбанлыҡ ҡылдың, Яҡуп нәҫеленә муллыҡ-именлек ҡайтарҙың.


Йә Раббы, ҡолаҡ һал да тыңла, күҙҙәреңде ас та күр, йә Раббы; Һине, тере Алланы, хурларға ебәргән Санхеривтың бөтә һүҙҙәрен ишет.


Тере Алланы мыҫҡыллар өсөн хужаһы Ашшур батшаһы тарафынан ебәрелгән баш вәзирҙең һүҙҙәрен, бәлки, Аллаң Раббы ишетер ҙә уны язалар. Шуға күрә иҫән ҡалғандар өсөн доға ҡылһаңсы», тип әйтте, – тинеләр.


Әммә Раббы – хаҡ Алла! Ул – тере Алла, мәңгелек Батша. Асыуланғанында ер тетрәнә, Халыҡтар сыҙамай ярһыуына.


Раббы – минең ҡеүәтем һәм ҡәлғәм, Хәсрәт көнөмдә минең ышығым! Ерҙең сиктәренән халыҡтар килеп: «Аталарыбыҙ мираҫҡа ялғанды, Бер нәмәгә лә яраҡһыҙ боттарҙы алған, – тип әйтер. –


Бына минең фарманым: батшалығымдың бөтә өлкәләре Даниил Аллаһы алдында ҡурҡып һәм ҡалтырап торһон. Сөнки Ул – тере Алла, Мәңге йәшәр Алла, Уның батшалығы емерелмәҫ, Хакимлығының ахыры булмаҫ.


Әммә Исраил халҡы, диңгеҙ ҡомо һымаҡ, үлсәп тә, һанап та бөтөрә алмаҫлыҡ күп булыр. «Һеҙ Минең халҡым түгел», – тип әйтелгән урында уларға: «Һеҙ – тере Алланың балалары», – тиерҙәр.


Раббы уларҙы дәһшәткә һалыр, Ер йөҙөндәге бар илаһтарҙы юҡҡа сығарыр. Кешеләрҙең һәр береһе үҙ иленән, Алыҫтарҙа йәшәгән һәр халыҡ үҙ төбәгенән Уға сәждә ҡылыр.


Гәрсә көнсығыштан алып көнбайышҡа тиклем Минең исемем халыҡтарҙа данлы булыр. Һәр ерҙә Миңә арнап хуш еҫ төтәтерҙәр, хәләл саҙаҡалар бирерҙәр. Сөнки исемем халыҡтар араһында данлы булыр, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. –


– Һин – Мәсих, тере Алланың Улы, – тип яуап бирҙе Шимғон Петрус.


– Һеҙ нимә эшләйһегеҙ? – тип ҡысҡырҙы. – Беҙ – һеҙҙең кеүек үк кешеләр! Һеҙгә Һөйөнөслө Хәбәр алып килдек һәм, ялған илаһтарҙан арынып, күкте, ерҙе, диңгеҙҙе, уларҙағы бөтә нәмәне бар ҡылған тере Аллаға килеүегеҙҙе теләйбеҙ.


„Һеҙ Минең халҡым түгел“, – тип әйтелгән урында улар тере Алланың балалары тип аталырҙар».


Хәтерегеҙҙәлер, Мәсихкә ышанмаған сағығыҙҙа нимәлер һеҙҙе телһеҙ ялған илаһтарға этәрҙе.


Беҙҙең кеүек ут эсенән һөйләгән тере Алланың тауышын ишетеп тә, иҫән ҡалған йән эйәһе бармы?


Һеҙ үҙегеҙ беләһегеҙ бит, имандаштар, эргәгеҙгә килеүебеҙ файҙаһыҙ булманы.


Беҙҙән ишеткән Алла һүҙен кешенән килгән хәбәр итеп түгел, ә ысынында нисек булһа, шул көйө – Алла һүҙе итеп ҡабул итеүегеҙ өсөн дә Аллаға һәр ваҡыт рәхмәт әйтәбеҙ. Ул һүҙ һеҙҙә, иман юлындағыларҙа, үҙ эшен алып бара.


Бының өсөн беҙ бар көсөбөҙҙө һалып хеҙмәт итәбеҙ һәм көрәш алып барабыҙ, сөнки бөтә кешеләрҙе, бигерәк тә иман юлындағыларҙы ҡотҡарыусы тере Аллаға өмөт бағлайбыҙ.


Әммә һеҙ Сион тауына, тере Алла ҡалаһына – күктәге Йәрүсәлимгә һәм иҫәпһеҙ-һанһыҙ фәрештәләргә килдегеҙ.


– Хәҙер һеҙ тере Алланың, ҡәнғәни, хитти, хиууи, перизи, гиргаши, әмөри һәм йевусиҙәрҙе һеҙҙең алдығыҙҙан мотлаҡ ҡыуып ебәрәсәк Алланың һеҙҙең арала икәнен күрерһегеҙ, – тип дауам итте Йушағ. –


Балаларым, ялған илаһтарҙан һаҡланығыҙ.


уның менән ерҙәге батшалар фәхешлек итте, уның фәхешлек шарабын ерҙә йәшәүселәр иҫергәнсе эсеп ләззәтләнде.


Дауыт эргәһендәге кешеләрҙән: – Был пелештиҙе үлтереп Исраилды хурлыҡтан ҡотҡарған кешегә нимә буласаҡ? – тип һораны. – Тере Алланың ғәскәрен мәсхәрәләргә, был сөннәтһеҙ пелешти шул тиклем кем һуң?


Ҡолоңдоң арыҫлан да, айыу ҙа үлтергәне бар. Был сөннәтһеҙ пелешти менән дә шулай буласаҡ, сөнки ул тере Алланың ғәскәрен хурланы.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ