Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зөлкифел 8:18 - Изге Яҙма

18 Шуға күрә Мин дә уларға ҡарата асыу менән эш итәсәкмен, һис тә йәлләп тормаясаҡмын, мәрхәмәт күрһәтмәйәсәкмен. Инде Мине ни тиклем ҡысҡырып саҡырһалар ҙа, ҡолаҡ һалмаясаҡмын.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

18 Шуға күрә Мин дә уларға ҡарата асыу менән эш итәсәкмен, һис тә йәлләп тормаясаҡмын, мәрхәмәт күрһәтмәйәсәкмен. Инде Мине ни тиклем ҡысҡырып саҡырһалар ҙа ҡолаҡ һалмаясаҡмын.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

18 Шуға күрә Мин дә уларға ҡарата асыу менән эш итәсәкмен, һис тә йәлләп тормаясаҡмын, мәрхәмәт күрһәтмәйәсәкмен. Инде Мине ни тиклем ҡысҡырып саҡырһалар ҙа, ҡолаҡ һалмаясаҡмын.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зөлкифел 8:18
25 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шунда мине саҡырырҙар – өндәшмәҫмен, эҙләп-эҙләп тә таба алмаҫтар.


Ҡулығыҙҙы һоноп, Миңә ялбарғанда, Инде һеҙҙән күҙемде йәшерәм. Күпме доға ҡылһағыҙ ҙа тыңламайым – Сөнки усығыҙ тулы ҡан.


Баҡ, Раббының ҡулы ҡотҡармаҫлыҡ булып ҡыҫҡарманы; Ҡолағы ишетмәҫлек булып ҡатманы.


Тик ғәйептәрегеҙ һеҙҙе Алланан айырҙы; Гонаһтарығыҙ арҡаһында Раббы һеҙҙән йөҙ сөйөрҙө, Тауышығыҙҙы ишетмәҫ булды.


Шуға күрә Раббы былай ти: «Мин уларҙың баштарына ҡотола алмаҫлыҡ бәлә-ҡаза ебәрәм! Мине ярҙамға саҡырырҙар, әммә уларҙы ишетмәйәсәкмен.


Ураҙа тотһалар ҙа, Мин уларҙың зарҙарын тыңламаясаҡмын. Тотош яндырыу ҡорбаны килтерһәләр ҙә, икмәк саҙаҡаһы һонһалар ҙа, ҡабул итмәйем. Мин уларҙы ҡылыс менән, аслыҡ менән, үләт менән ҡырып ташлайым.


һеҙҙе бөтөнләйгә онотормон, һеҙҙән дә, һеҙгә һәм ата-бабаларығыҙға биргән ошо ҡаланан да ваз кисермен,


Йәһүҙә кешеләре ҡылған яуызлыҡтар өсөн булды был. Улар, үҙҙәре лә, һеҙ ҙә, ата-бабаларығыҙ ҙа белмәгән ят илаһтарға хуш еҫ төтәтеп, уларға хеҙмәт итеп, Мине асыуландырҙылар.


Шуға күрә асыуым түгелде, ярһыуым Йәһүҙә ҡалаларында, Йәрүсәлим урамдарында ялҡынланды. Улар, бөгөн күренгәнсә, емереклектәр өйөмө һәм бушлыҡ булып ята».


Дошмандары уға башлыҡ булды, Уны иҙеүселәр рәхәтләнә; Сөнки Раббы гонаһтары хаттин ашҡан өсөн Сионды ғазапҡа дусар итте, Балаларын әсирлеккә дошман ҡыуып алып китте.


Раббы, ниһайәт, ниәтен ғәмәл ҡылды. Борон замандарҙа бойорғанын бойомға ашырҙы – Һине ҡыҙғанмай емерҙе. Дошмандарыңды хәлеңә ҡыуандырҙы, Һине күрә алмағандарҙың көсөн арттырҙы.


Бары шул саҡта ғына һиңә булған асыуым ҡаныр һәм көнсөллөгөм баҫылыр, тынысланырмын һәм ярһыуым үтер.


Көнсөллөгөмдө һиңә ҡаршы йүнәлтермен. Һиңә ярһып ташланырҙар: танауың менән ҡолаҡтарыңды ҡырҡып алырҙар, ә иҫән ҡалғандарың ҡылыстан ҡырылыр. Улдарыңды һәм ҡыҙҙарыңды әсиргә алырҙар, имен ҡалғандары утта янып үлер.


Әхлаҡһыҙлығың һине нәжесләне, Ни тиклем таҙартмайым, һаман нәжесһең. Асыуым түгелеп баҫылмайынса, Һис таҙарына алмаясаҡһың.


Мин иһә уларҙы һис тә йәлләп тормаясаҡмын, мәрхәмәт күрһәтмәйәсәкмен, ҡылғандарын үҙҙәренең башына төшөрәсәкмен.


Шунан ҡалғандарына: – Ҡала буйлап уның артынан йөрөгөҙ ҙә кешеләрҙе үлтерегеҙ, – тигәнен ишеттем. – Һис кемде ҡыҙғанмағыҙ, мәрхәмәт күрһәтмәгеҙ.


Ләкин шундай көн килер – Раббыға ялбарырһығыҙ, Әммә Ул һеҙгә яуап ҡайтармаҫ. Золом ҡылғанығыҙ өсөн, Ул һеҙҙән йөҙөн йәшерер».


Раббы – көнсөл, үс алыусы Алла. Үсле Алла ярһыу менән тулы, Үҙ дошмандарынан үс ала Ул, Ҡаршы сыҡҡандарҙы аяп тормай.


– Раббы ата-бабаларығыҙға бик ныҡ асыуланды.


Раббы уларҙы саҡырғанда, тыңламанылар. «Улар саҡырғанда Мин дә уларҙы тыңламаным, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. –


Өй хужаһы тороп ишекте бикләгәндән һуң, һеҙ, тышҡы яҡта ҡалып, ишек ҡаға башларһығыҙ һәм: «Әфәндем, беҙгә ас әле!» – тип үтенерһегеҙ. Ә Ул һеҙгә: «Мин һеҙҙең кем икәнегеҙҙе лә, ҡайҙан икәнегеҙҙе лә белмәйем», – тип яуаплар.


Ана шул саҡта үҙегеҙ һайлап алған батшағыҙға ҡаршы аһ-зар орорһоғоҙ, тик Раббы ул көндө һеҙгә яуап ҡайтармаясаҡ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ