Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зөлкифел 8:11 - Изге Яҙма

11 Улар алдында Исраил аҡһаҡалдарынан етмеш кеше тора. Шафан улы Яазанъяһ та – улар араһында. Һәр береһенең ҡулында төтәҫләгес бар; хуш еҫле төтөн болот булып өҫкә күтәрелә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

11 Улар алдында Исраил аҡһаҡалдарынан етмеш кеше тора. Шафан улы Яазанъяһ та улар араһында. Һәр береһенең ҡулында төтәҫләгес бар; хуш еҫле төтөн болот булып өҫкә күтәрелә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

11 Улар алдында Исраил аҡһаҡалдарынан етмеш кеше тора. Шафан улы Яазанъяһ та – улар араһында. Һәр береһенең ҡулында төтәҫләгес бар; хуш еҫле төтөн болот булып өҫкә күтәрелә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зөлкифел 8:11
31 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Хилҡияһ ҡаһинға, Шафан улы Ахиҡамға, Михаяһ улы Ғахборға, Шафан кәтипкә, батшаның хеҙмәтсеһе Ғасаяһҡа былай тип бойорҙо:


Хилҡияһ ҡаһин, Ахиҡам, Ғахбор, Шафан һәм Ғасаяһ, барып, Раббы ҡорамында кейем-һалымдарҙы ҡараусы Шаллумдың ҡатыны Хулда исемле пәйғәмбәр ҡатын менән кәңәшләштеләр. Шаллум Тиҡуаның улы, Хархастың ейәне ине. Хулда Йәрүсәлимдең яңы биҫтәһендә йәшәй ине.


Батшалыҡ итеүенең ун һигеҙенсе йылында Йошияһ Асалъяһтың улы, Мешулламдың ейәне Шафанды, батша кәтибен, Раббы йортона ебәреп, былай тине:


Баш ҡаһин Хилҡияһ: – Раббы ҡорамында ҡанун китабы табып алдым, – тине һәм кәтип Шафандың ҡулына бер төргәк китап тотторҙо. Шафан уны уҡып сыҡты.


Бабил батшаһы Навуходоносор Йәһүҙәлә ҡалған халыҡҡа башлыҡ итеп Шафандың ейәне, Ахиҡамдың улы Гедалъяһты тәғәйенләне.


Әммә шулай көсәйгәс, Ғуззияһ үҙ башына була маһайып китә һәм Аллаһы Раббыға ҡаршы енәйәт ҡыла. Ул ҡорбан усағында хуш еҫ төтәтер өсөн Раббы ҡорамына инә.


Ҡулына төтәҫләгес алған Ғуззияһ быға бик ныҡ асыулана. Әммә уның ҡаһиндарға асыуланыуы була, Раббы ҡорамында, ҡаһиндар алдында, хуш еҫ төтәтеү усағы янында торғанында, маңлайына махау ауырыуы сыға.


Ул Хилҡияһҡа, Шафан улы Ахиҡамға, Миха улы Ғавдонға, Шафан кәтипкә, батшаның хеҙмәтсеһе Ғасаяһҡа былай тип бойора:


Раббы Мусаға: – Һин үҙең, Һарун, Надав, Авиһу һәм Исраилдың етмеш аҡһаҡалы яныма менегеҙ ҙә алыҫтан ғына Миңә сәждә ҡылығыҙ, – тине. –


Шунан Муса, Һарун, Надав, Авиһу һәм Исраилдың етмеш аҡһаҡалы тауға менде


Балта оҫтаһы ағасты еп менән үлсәй, Осло ҡорал менән һыҙып сыға, Ырып һырлай һәм күркәм кеше ҡиәфәтендә Изге урынға ҡуйыр өсөн бер бот яһай.


Раббы миңә былай тине: – Бар, көршәксенән бер балсыҡ көршәк һатып ал. Шунан халыҡтан һәм ҡаһиндарҙан бер нисә аҡһаҡалды саҡыр ҙа


Сөнки Йәрүсәлим халҡы Мине ташланы, был урынды нәжесләне. Үҙҙәре лә, ата-бабалары ла, Йәһүҙә батшалары ла белмәгән башҡа илаһтарға хуш еҫ төтәттеләр һәм был ерҙе ғәйепһеҙ кешеләрҙең ҡаны менән һуғарҙылар.


Шул саҡ Йеһояҡим батша кешеләре менән Әлнаҫан Ғахбор улын Мысырға ебәрҙе.


Әммә Ахиҡам Шафан улы Йермеяһты яҡлап алып ҡалды, уны үлтерергә йыйынған халыҡтың ҡулына тапшырырға юл ҡуйманы.


Йермеяһ хатты Йәһүҙә батшаһы Сидкияһ Бабилға Навуходоносор батша янына ебәргән Әлғаса Шафан улы менән Гемаръяһ Хилҡияһ улы аша ебәрҙе. Хатта түбәндәгеләр яҙылғайны:


Шафан кәтиптең улы Гемаръяһтың өҫкө ихатала Раббы йортоноң Яңы ҡапҡаһына ингән ерҙә урынлашҡан бүлмәһендә Барух Йермеяһтың төргәк китапҡа яҙылған һүҙҙәрен бөтә халыҡҡа ҡысҡырып уҡыны.


– Һеҙҙең, ата-бабаларығыҙҙың, батшаларығыҙҙың, түрәләрегеҙҙең, ил халҡының Йәһүҙә ҡалаларында, Йәрүсәлим урамдарында хуш еҫ төтәтеүен иҫкә алманымы икән Раббы? – тип яуапланы. – Шул Уға барып етмәнеме икән?


Мин затлыларына барайым, Улар менән һөйләшәйем; Әлбиттә, улар Раббының юлын, Аллаларының ҡағиҙәһен белә», – тинем. Әммә улар ҙа ҡалыптарын емергән, Бауҙарын өҙгәндәр икән.


Бабил батшаһы уларҙы Хамаҫ ерендәге Ривлала язалап үлтерҙе. Шулай итеп, Йәһүҙә халҡы үҙ төйәгенән һөргөнгә ҡыуылды.


Урлашаһығыҙ, кеше үлтерәһегеҙ, зина ҡылаһығыҙ, ялған ант бирәһегеҙ, Бәғелгә хуш еҫ төтәтәһегеҙ, үҙегеҙ элек белмәгән илаһтарға эйәрәһегеҙ.


Һөргөндә йәшәүебеҙҙең етенсе йылында, бишенсе айҙың унынсы көнөндә Исраил аҡһаҡалдарының ҡайһы берәүҙәре Раббынан кәңәш һорар өсөн килеп ҡаршыма ултырҙы.


Мин эскә индем. Ҡараһам: диуарға һәр яҡлап төрлө һөйрәлеүселәрҙең, ерәнгес хайуандарҙың, Исраил йорто табынған бөтә боттарҙың һүрәттәре уйылған ине.


Ҡарттарҙы ла, егеттәр менән ҡыҙҙарҙы ла, балаларҙы ла, ҡатындарҙы ла үлтерегеҙ, бары тик тамғаһы булғандарға ғына ҡағылмағыҙ. Минең Изге торлағымдан башлағыҙ. Шулай итеп, улар ҡырғынды ҡорам алдында торған аҡһаҡалдарҙан башланы.


Эй Раббы! Беҙ, беҙҙең батшалар ҙа, хакимдар ҙа, беҙҙең ата-бабаларыбыҙ ҙа оятҡа ҡалдыҡ, сөнки Һиңә ҡаршы гонаһ ҡылдыҡ.


Раббы Мусаға былай тине: – Миңә Исраил аҡһаҡалдарынан үҙең халыҡ араһында етәксе һәм түрә булараҡ белгән етмеш ир-уҙаманды Миңә йый ҙа Осрашыу сатырына алып кил, улар һинең яныңда торһон.


Раббы, болот эсендә килеп, Муса менән һөйләште, ундағы Рухтан бер өлөштө алып, етмеш аҡһаҡалға өләште. Рухтан илһамланып, улар пәйғәмбәрлек итә башланы, ләкин аҙаҡ туҡтаны.


Һәр берегеҙ төтәҫләгесегеҙҙе алығыҙ, уға һумала-майҙар һалығыҙ. Һәр кем үҙ төтәҫләгесен Раббы ҡаршыһына килтерһен, ике йөҙ илле төтәҫләгес булһын, һин дә үҙ төтәҫләгесеңде алып кил. Һарун да үҙ төтәҫләгесе менән килер.


Раббының хозурынан ут сығып, хуш еҫле матдәләр килтергән теге ике йөҙ илле ирҙе лә һәләк итте.


хуш еҫле сайыр тултырылған ун шекел ауырлығындағы бер алтын һауыт;


Шунан һуң Раббы Ғайса, тағы етмеш ике шәкертте һайлап алып, барырға ниәтләгән һәр ҡала һәм ауылға уларҙы Үҙенең алдынан икешәрләп сығарып ебәрҙе.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ