Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зөлкифел 5:2 - Изге Яҙма

2 Ҡамау көндәре тамамланғас, уларҙың өстән бер өлөшөн ҡала уртаһында утта яндыр. Икенсе өстән бер өлөшөн ҡала ситендә ҡылыс менән тураҡла. Өсөнсө өлөшөн елгә осор, һәм Мин улар артынан яланғас ҡылысымды ебәрермен.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

2 Ҡамау көндәре тамамланғас, уларҙың өстән бер өлөшөн ҡала уртаһында утта яндыр. Икенсе өстән бер өлөшөн ҡала ситендә ҡылыс менән тураҡла. Өсөнсө өлөшөн елгә осор һәм Мин улар артынан яланғас ҡылысымды ебәрермен.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

2 Ҡамау көндәре тамамланғас, уларҙың өстән бер өлөшөн ҡала уртаһында утта яндыр. Икенсе өстән бер өлөшөн ҡала ситендә ҡылыс менән тураҡла. Өсөнсө өлөшөн елгә осор, һәм Мин улар артынан яланғас ҡылысымды ебәрермен.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зөлкифел 5:2
19 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Сүлдән иҫкән ел кәбәкте туҙҙырғандай, Мин һеҙҙе һибеп ебәрермен.


Әгәр һинән: «Ҡайҙа барайыҡ?» – тип һораһалар, әйт, Раббы былай ти: «Кемгә үлемесле ауырыу яҙған – шул үлемгә. Кемгә ҡылыс яҙған – шул ҡылысҡа. Кемгә аслыҡ яҙған – шул аслыҡҡа, Кемгә әсирлек яҙған – шул һөргөнгә дусар булһын».


Мин, улар үҙҙәренә һәм ата-бабаларына биргән ерҙән тамам юҡҡа сыҡҡансы, өҫтәренә ҡылыс, аслыҡ һәм ҡырғын ебәреп торасаҡмын».


«Раббы былай ти: „Был ҡалала ҡалған кешеләр ҡылыстан, аслыҡтан һәм ҡырғындан үлер. Кем халдейҙар яғына сыға, шул йәшәр – йәне үҙенә яумал булыр“.


Йәһүҙә батшаһы Сидкияһ хакимлығының туғыҙынсы йылында, унынсы айҙа Бабил батшаһы Навуходоносор, бөтә ғәскәре менән Йәрүсәлимгә килеп, ҡаланы ҡамауға алды.


Сидкияһ хакимлығының ун беренсе йылында, дүртенсе айҙың туғыҙынсы көнөндә дошман ҡаланың диуарында ярыҡ яһаны.


Шуның өсөн күреп тороғоҙ, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, Исраил Аллаһы, – Мин был халыҡҡа әрем ашатасаҡмын, ағыулы һыу эсерәсәкмен.


Мин уларҙы үҙҙәре лә, ата-бабалары ла белмәгән ҡәүемдәр араһына таратам, тотош юҡ иткәнгә тиклем арттарынан ҡылыс ебәрәм.


Мин уның эргәһендәгеләрҙе – ярандарын һәм яугирҙәрен һәр тарафҡа елгә осорасаҡмын, арттарынан яланғас ҡылыс менән эҙәрләйәсәкмен.


Уның ҡасҡан бөтә яугирҙәре ҡылыстан ҡырылыр, иҫән ҡалғандары донъяның һәр тарафына таратылыр. Шул ваҡытта ошоларҙы Мин Раббы әйткәнен белерһегеҙ».


Ата-әсәләр үҙ балаларын, балалар иһә үҙ ата-әсәләрен ашаясаҡ. Мин һинең уртала хөкөм ҡыласаҡмын, ә иҫән ҡалғандарығыҙҙың һәммәһен һәр тарафҡа елдәргә таратасаҡмын.


Һиндә йәшәүселәрҙең өстән бер өлөшө ҡала эсендә ҡырғындан үләсәк, аслыҡтан ҡырыласаҡ. Өстән бер өлөшө ҡаланың тирә-яғында ҡылыстан һәләк буласаҡ. Ҡалған өсөнсө өлөшөн төрлө тарафтарға елгә таратасаҡмын, арттарынан яланғас ҡылыс менән эҙәрләйәсәкмен.


Сәстәрҙең бер аҙырағын алып, сабыуыңа төйнәп ҡуй.


Һеҙҙе халыҡтар араһына таратырмын һәм артығыҙҙан яланғас ҡылыс ебәрермен. Ерегеҙ бушап ҡалыр, ҡалаларығыҙ харабаға әйләнер.


Дошманға әсиргә төшһәләр, Ҡылысҡа әмер бирәм, уларҙы ҡырһын. Күҙемде уларҙан алмаясаҡмын, Әммә яҡшылыҡ өсөн түгел, бәләгә».


Бөтә илдә, – тип белдерә Раббы, – Халыҡтың өстән ике өлөшө үлеп бөтөр, Өстән бере иҫән ҡалыр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ