Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зөлкифел 48:35 - Изге Яҙма

35 Ҡаланың әйләнәһе ун һигеҙ мең терһәк булыр. Ҡала шул көндән алып «Йәһүә шамма» тип аталыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

35 Ҡаланың әйләнәһе ун һигеҙ мең терһәк булыр. Ҡала шул көндән алып «Йәһүә шамма» тип аталыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

35 Ҡаланың әйләнәһе ун һигеҙ мең терһәк булыр. Ҡала шул көндән алып «Йәһүә шамма» тип аталыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зөлкифел 48:35
33 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Был урынды Ибраһим Йәһүә-Йире тип атаны. «Раббы тауында хәстәрләнер», – тигән әйтем шунан ҡалған.


Дауыт былай тип әйткән була: «Исраил Аллаһы Раббы, Үҙенең халҡына именлек биреп, мәңгегә Йәрүсәлимдә төйәкләнде.


Был ерҙе – яратҡан Яҡубының ғорурлығын – Ул беҙгә биләмәгә һайланы. Села


Алла шатлыҡ ауаздары, Раббы борғо тауышы аҫтында ҡалҡты.


Күр, ахмаҡтарса үҙенә ышанғандар яҙмышы Һәм уларҙың һүҙҙәрен хуплағандарҙың тәҡдире шул. Села


Затлылар ҙа, ябайҙар ҙа, Байҙар менән ярлылар ҙа!


Мин ҡолоңдан йөҙөңдө йәшермә, Ауыр миңә, йәһәтерәк яуап ҡайтар!


Диңгеҙҙе ярып, уларҙы ҡоронан алып сыҡты; Һыуҙарҙы диуар һымаҡ үрә торғоҙҙо.


Доғам хозурыңа барып етһен, Ҡолаҡ һал ялбарыуыма.


Раббы былай тине: – Әгәр һин, Исраил халҡы, Мин, Аллаң Раббы, әйткәндәрҙе тыңлаһаң, Мин хуп күргәнде генә эшләһәң, бойороҡтарыма ҡолаҡ һалһаң, ҡағиҙәләремде үтәһәң, бер ҡасан да һиңә Мысыр халҡына ебәргән ише ауырыу-сирҙәр күндермәм, сөнки Мин – Раббы, һиңә шифа биреүсе.


Муса ҡорбан усағы ҡорҙо һәм уны Йәһүә-Нисси, йәғни «Раббы – минең байрағым» тип атаны.


Эй Сион халҡы, күңел ас, шатлыҡ ауазы яңғырап торһон – Исраилдың Изгеһе һеҙҙең арала, Ул бөйөк!»


Ул ҡәүемдең илселәренә ниндәй яуап бирелер? «Раббы Сиондың нигеҙен нығытты, Халҡының фәҡирҙәре шунда һыйыныр».


Айҙың йөҙө ҡарайыр, ҡояш оялыр, Сөнки Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Сион тауында, Йәрүсәлимдә батшалыҡ итер, Халҡының аҡһаҡалдары Уның шөһрәтен күрер.


Ниңә ҡаушап ҡалған уҙамандай, Ҡотҡарырға көсө булмаған яугир һымаҡһың? Һин бит, Раббы, беҙҙең арабыҙҙа! Һин беҙҙе Үҙеңдеке тип атаның, Ташлама беҙҙе!


Уның дәүерендә Йәһүҙә ҡотҡарылыр, Исраил имен-аман ғүмер итер. Уны: „Раббы – беҙҙең тоғро ҡотҡарыусыбыҙ!“ – тип атарҙар».


Ул ваҡытта Йәрүсәлимде Раббы тәхете тип атарҙар. Бөтә халыҡтар Йәрүсәлимгә Раббы исемен хөрмәтләргә ағылыр. Бынан ары улар үҙҙәренең яуыз һәм тиҫкәре йөрәктәре ҡушҡанса эшләмәҫ.


Ул көндәрҙә Йәһүҙә ҡотҡарылыр, Йәрүсәлим имен-аман йәшәр һәм уны: «Раббы – беҙҙең тоғро Ҡотҡарыусыбыҙ!» – тип атарҙар.


Ана, алыҫ илдән бисара халҡымдың иңрәүен ишетәм: «Раббы Сионда юҡмы ни? Уның Батшаһы унда түгелме?» «Нишләп улар боттары, Бер нәмәгә яраҡһыҙ ят һындары менән Минең асыуымды килтерҙеләр?» – тип яуап ҡайтара Раббы.


Мин Раббының Йәһүҙә һәм Исраилда булғаныма ҡарамай, һин: „Был ике халыҡ, был ике ил минеке буласаҡ, мин уларға хужа буласаҡмын“, – тинең.


Мин улар менән именлек килешеүе төҙөшөрмөн. Был улар менән мәңгелек килешеү булыр. Мин уларҙы үҙ ерҙәрендә төйәкләндерермен, күбәйтермен, Үҙемдең Изге торлағымды мәңгелеккә уларҙың араһына ҡуйырмын.


Изге торлағым мәңгелеккә улар араһына урынлашҡас, ҡәүемдәр Исраилды изге ҡылыусының Мин, Раббы, икәнен белер».


Дүрт мең биш йөҙ терһәк оҙонлоҡтағы көнбайыш яҡта өс ҡапҡа – Ғад, Ашер, Нафтали ҡапҡалары – булыр.


Уларҙың түгелгән ҡаны өсөн үс алырмын, Ғәйеплене язаһыҙ ҡалдырмам. Раббы Сионда йәшәр!»


Йәрүсәлим менән Йәһүҙәләге һәр бер ҡаҙан Күк ғәскәрҙәре Раббыһына арналыр. Ҡорбан салырға килеүселәр был ҡаҙандарҙы ҡорбан итен бешереү өсөн файҙаланыр. Ул көн Күк ғәскәрҙәре Раббыһының ҡорамында башҡаса бер сауҙагәр ҙә булмаҫ.


– Эй Сион-ҡыҙ, ҡыуан, күңел ас! Бына Мин киләм, арағыҙҙа төйәкләнәсәкмен, – тип белдерә Раббы. –


Раббы былай ти: «Сионға ҡайтам, Йәрүсәлимдә төйәкләнәм. Йәрүсәлим – тоғро ҡала, Күк ғәскәрҙәре Раббыһының тауы Мөҡәддәс тау тип аталасаҡ».


Бәлә-ҡаза күренмәй Яҡуп нәҫелендә, Исраилда бәхетһеҙлек тойолмай. Раббылары Алла – улар менән, Уны үҙҙәренең батшаһы итеп сәләмләйҙәр.


Шул саҡ тәхеттән килгән көслө тауышты ишеттем. Ул былай тине: – Бына, Алланың кешеләр менән бергә йәшәү урыны. Ул кешеләр менән бергә йәшәйәсәк. Кешеләр Уның халҡы буласаҡ һәм Алла Үҙе улар менән буласаҡ.


Ҡалала ҡәһәрләнгән бер генә нәмә лә булмаясаҡ, унда Алланың һәм Бәрәстең тәхете торасаҡ, ә Уның ҡолдары Уға хеҙмәт итәсәк.


Еңгән кешене Мин Аллам йортоноң бағанаһы итеп ҡуйырмын һәм ул инде унан сыҡмаҫ. Уның өҫтөнә Алламдың исемен һәм күктән, Алламдан төшәсәк ҡаланың – Йәрүсәлимдең яңы исемен һәм Үҙемдең яңы исемемде яҙырмын.


Гидғон ошо урында Раббыға ҡорбан усағы ҡорҙо һәм уны «Йәһүә-Шалом» тип атаны. Ул ҡорбан усағы Авиғәзәр нәҫеленең биләмәһендәге Ғофрала әле лә бар.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ