Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зөлкифел 47:22 - Изге Яҙма

22 Һеҙ уны биләмәләргә йәрәбә буйынса үҙегеҙгә һәм, арағыҙҙа йәшәп, балалары тыуған килмешәктәргә бүлегеҙ. Был кешеләр һеҙҙең өсөн ерле исраилдар менән тигеҙ хисапланһын, Исраил ырыуҙары араһында һеҙҙең менән бергә уларҙың да өлөшө булһын.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

22 Һеҙ уны биләмәләргә йәрәбә буйынса үҙегеҙгә һәм арағыҙҙа йәшәп балалары тыуған килмешәктәргә бүлегеҙ. Был кешеләр һеҙҙең өсөн ерле исраилдар менән тигеҙ хисапланһын, Исраил ырыуҙары араһында һеҙҙең менән бергә уларҙың да өлөшө булһын.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

22 Һеҙ уны биләмәләргә йәрәбә буйынса үҙегеҙгә һәм, арағыҙҙа йәшәп, балалары тыуған килмешәктәргә бүлегеҙ. Был кешеләр һеҙҙең өсөн ерле исраилдар менән тигеҙ хисапланһын, Исраил ырыуҙары араһында һеҙҙең менән бергә уларҙың да өлөшө булһын.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зөлкифел 47:22
20 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Раббы, Яҡуп нәҫеленә шәфҡәт ҡылып, Исраил халҡын ҡабат Үҙенә һайлап алыр – Уны үҙ иленә ҡайтарыр. Килмешәктәр ҙә Яҡуп нәҫеленә ҡушылыр, Улар менән йәнәшә көн күрә башлар.


Йәрәбә буйынса ерҙе биләмәләргә бүлгән саҡта, Раббыға саҙаҡа рәүешендә ерҙән өлөш итеп оҙонлоғо егерме биш мең, киңлеге егерме мең терһәк булған изге бер биләмә бүлеп бирегеҙ. Был биләмә тулыһынса изге һаналһын.


Ошо ерҙәрҙе Исраил ырыуҙары араһында биләмә итеп өлөштәргә бүлегеҙ.


Килмешәктәр ҡайһы ырыуҙа йәшәһә, уларға шунда биләмәгә ер бирегеҙ, – тип белдерә Раббы Хаким.


Исраил ырыуҙарына һеҙ йәрәбә буйынса бүлеп бирәсәк биләмә ерҙәре ошо. Һәр ырыуҙың үҙ өлөшө булыр, – тип белдерә Раббы Хаким.


Килмешәккә үҙегеҙҙең берегеҙ кеүек ҡарағыҙ. Уны үҙегеҙҙе яратҡан һымаҡ яратығыҙ, сөнки һеҙ ҙә Мысырҙа килмешәк булдығыҙ. Мин Аллағыҙ Раббымын.


Быны ишеткәс, бөтәһе лә тынысланды. Шунан Алланы данлап: – Тимәк, йәшәүгә алып барған тәүбә юлын Алла башҡа халыҡтарға ла асҡан, – тинеләр.


Йөрәктәрен иман аша сафландырып, улар менән беҙҙең арала бер ниндәй ҙә айырма ҡалдырманы.


Бында иһә йәһүдтәр менән йәһүд булмағандар араһында айырма юҡ, сөнки бөтәһе өсөн дә Раббы бер үк, Уға үтенеп мөрәжәғәт итеүселәргә Ул йомартлыҡ күрһәтә.


Был сер шунан ғибәрәт: Ғайса Мәсихтә, Һөйөнөслө Хәбәр аша, йәһүдтәр менән йәһүд булмағандар – бер тәндең ағзалары, вариҫтар һымаҡ, Алла биргән вәғәҙәне уртаҡлашыусылар.


Һеҙ ҙә килмешәктәрҙе яратығыҙ, сөнки һеҙ ҙә Мысырҙа килмешәк булдығыҙ.


Унда инде йәһүд булмағандар һәм йәһүдтәр ҙә, сөннәтлеләр һәм сөннәтһеҙҙәр ҙә, ҡырағайҙар һәм скифтар ҙа, ҡолдар һәм иреклеләр ҙә юҡ – әммә Мәсих һәммәһе лә һәм барыһында ла.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ