Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зөлкифел 47:14 - Изге Яҙма

14 Был ерҙе һәр ырыуға тигеҙ итеп бүлегеҙ. Мин, ҡулымды күтәреп, ата-бабаларығыҙға бирергә ант иткәнгә күрә, был ер һеҙҙең биләмәгеҙ булыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

14 Был ерҙе һәр ырыуға тигеҙ итеп бүлегеҙ. Мин ҡулымды күтәреп ата-бабаларығыҙға бирергә ант иткәнгә күрә, был ер һеҙҙең биләмәгеҙ булыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

14 Был ерҙе һәр ырыуға тигеҙ итеп бүлегеҙ. Мин, ҡулымды күтәреп, ата-бабаларығыҙға бирергә ант иткәнгә күрә, был ер һеҙҙең биләмәгеҙ булыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зөлкифел 47:14
16 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Раббы, Ибрамға күренеп, былай тине: – Был ерҙе һинең тоҡомоңа бирәсәкмен. Ошо урында Ибрам үҙенә күренгән Раббыға бағышлап ҡорбан усағы эшләне.


Алдыңда йәйрәп ятҡан ошо ерҙәрҙе Мин һиңә һәм киләсәк тоҡомдарыңа мәңгелеккә бирәсәкмен.


Алла Ибрамға: – Ошо ерҙәрҙе һиңә мираҫ итеп бирер өсөн халдейҙарҙың Ур ҡалаһынан һине бында алып килгән Раббы Мин, – тине.


Әле һин килмешәк булып йәшәгән ошо Ҡәнғән ерҙәрен Мин һиңә һәм тоҡомоңа мәңгелек милек итеп бирермен. Мин уларҙың Аллаһы булырмын.


Был ер һине ҡабул итер, ә Мин һине ташламам, фатихамды бирермен. Атайың Ибраһимға биргән вәғәҙәмдә торормон: бөтә был ерҙәрҙе һиңә, һинең нәҫел-нәсәбеңә бирермен.


Унда торған Раббы Яҡупҡа әйтә, имеш: – Мин һинең ата-бабаң булған Ибраһим Аллаһы, Исхаҡ Аллаһы. Әле үҙең ятҡан ерҙе Мин һиңә һәм тоҡомоңа бирәм.


Мин һеҙҙе Ибраһимға, Исхаҡҡа, Яҡупҡа бирергә ант иткән ергә алып барырмын, уны һеҙгә биләмәгә бирермен. Мин – Раббы».


Күпме генә йәрәбә һалһаң да, бөтә ҡарар – Раббынан.


Мин бирәм тип ант иткән илгә уларҙы алып килгәндән һуң, улар һәр бейек ҡалҡыулыҡ, суҡ япраҡлы ағас күреү менән, шунда ҡорбан сала, Мине асыуландырырлыҡ саҙаҡаларын килтерә, хуш еҫ төтәтә, шарап ҡорбандары түгә башланы.


Ата-бабаларығыҙға ант итеп вәғәҙә биргән Исраил еренә һеҙҙе алып ингәнемдә Минең Раббы икәнемде белерһегеҙ.


Һеҙгә кешеләремде – халҡым Исраилды – килтерәсәкмен, һәм улар һиңә хужа буласаҡ, һин уларҙың биләмәһе буласаҡһың. Башҡаса уларҙы балаларынан мәхрүм итмәйәсәкһегеҙ».


Исраил ырыуҙарына һеҙ йәрәбә буйынса бүлеп бирәсәк биләмә ерҙәре ошо. Һәр ырыуҙың үҙ өлөшө булыр, – тип белдерә Раббы Хаким.


«Раббы Үҙе ант менән вәғәҙә иткән еренә был халыҡты индерә алманы, шуға күрә уны сүллектә ҡырҙы», – тиер.


Мин ҡулымды күтәреп һеҙҙе йәшәтергә ант иткән ергә Йефунне улы Калев менән Нун улы Йушағтан башҡа бер кемде лә индермәм.


Бына, Мин был ерҙәрҙе һеҙгә тапшырам. Барығыҙ, Раббы ата-бабаларығыҙға – Ибраһимға, Исхаҡҡа, Яҡупҡа һәм уларҙың тоҡомона бирергә ант менән вәғәҙә иткән ерҙе биләмә итеп алығыҙ!»


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ