Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зөлкифел 47:13 - Изге Яҙма

13 Раббы Хаким былай ти: – Бына ошо сиктәр буйынса һеҙ ерҙе, биләмә итеп, Исраилдың ун ике ырыуына бүлерһегеҙ. Йософҡа ике өлөш ер бирелһен.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

13 Раббы Хаким былай ти: – Бына ошо сиктәр буйынса һеҙ ерҙе биләмә итеп Исраилдың ун ике ырыуына бүлерһегеҙ. Йософҡа ике өлөш ер бирелһен.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

13 Раббы Хаким былай ти: – Бына ошо сиктәр буйынса һеҙ ерҙе, биләмә итеп, Исраилдың ун ике ырыуына бүлерһегеҙ. Йософҡа ике өлөш ер бирелһен.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зөлкифел 47:13
12 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

– Инде хәҙер, һинең менән бергә, мин килгәнгә тиклем Мысырҙа тыуған ике улың да минеке, – тине Яҡуп Йософҡа. – Әфраим менән Менашше минең өсөн Рәүвән менән Шимғон кеүек үк.


Атайыңдың хәйер-доғаһы мәңгелек тауҙар, Мәңгелек ҡалҡыулыҡтарҙан да артығыраҡ. Был бәрәкәттәрҙең һәммәһе Йософ өлөшөнә төшһөн, Туғандары араһында иң өҫтөн торғанына насип итһен!


Рәүвән Исраилдың баш балаһы була. Ләкин ул атаһының түшәген нәжесләгәнлектән, баш бала хоҡуғы Исраил улы Йософ нәҫеленә бирелә. Шуға күрә Рәүвән нәҫел исемлегендә лә баш бала булып яҙылмай.


Ул көндәрҙә Йәһүҙә нәҫеле менән Исраил нәҫеле бергәләшеп төньяҡтағы илдән Мин аталарығыҙға биләмә итеп биргән ергә киләсәк».


– Шул ваҡытта, – тип белдерә Раббы, – Мин Исраилдың бөтә ырыуҙарының Аллаһы булырмын, ә улар Минең халҡым булыр.


– Бына ырыуҙарҙың исемдәре. Илдең иң төньяғында Данға бер өлөш бирелер. Уның сиге Хеҫлон юлы буйлап Лево-Хамаҫҡа һәм артабан, Хамаҫты төньяҡтараҡ ҡалдырып, Дамасктың төньяҡ сигендәге Хасар-Ғенонға тиклем көнсығыштан көнбайышҡа һуҙылыр.


Исраил ырыуҙарына һеҙ йәрәбә буйынса бүлеп бирәсәк биләмә ерҙәре ошо. Һәр ырыуҙың үҙ өлөшө булыр, – тип белдерә Раббы Хаким.


Йософ нәҫелдәре – Менашше һәм Әфраим ырыуҙары – ана шул ерҙәрҙе биләмә итеп алды.


Йософтоң баш балаһы Менашше ырыуына ла йәрәбә буйынса ер бүленде. Менашшеның баш балаһы, Ғилғәдтең атаһы, ысын яугир Махирҙың нәҫелдәренә Ғилғәд һәм Башан ерҙәре эләкте.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ