Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зөлкифел 45:9 - Изге Яҙма

9 Раббы Хаким былай ти: «Етер һеҙгә, Исраил хакимдары! Яуызлыҡ ҡылыуҙы һәм иҙеүҙе ташлағыҙ, ғәҙел хөкөм һәм хаҡлыҡ ҡылығыҙ. Халҡымды үҙ тупраҡтарынан ҡыҫырыҡлап сығарыуҙан туҡтағыҙ, – тип белдерә Раббы Хаким. –

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

9 Раббы Хаким былай ти: «Етер һеҙгә, Исраил хакимдары! Яуызлыҡ ҡылыуҙы һәм иҙеүҙе ташлағыҙ, ғәҙел хөкөм һәм хаҡлыҡ ҡылығыҙ. Халҡымды үҙ тупраҡтарынан ҡыҫырыҡлап сығарыуҙан туҡтағыҙ, – тип белдерә Раббы Хаким. –

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

9 Раббы Хаким былай ти: «Етер һеҙгә, Исраил хакимдары! Яуызлыҡ ҡылыуҙы һәм иҙеүҙе ташлағыҙ, ғәҙел хөкөм һәм хаҡлыҡ ҡылығыҙ. Халҡымды үҙ тупраҡтарынан ҡыҫырыҡлап сығарыуҙан туҡтағыҙ, – тип белдерә Раббы Хаким. –

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зөлкифел 45:9
23 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Сөнки ул ярлыларҙы иҙҙе, ситкә тибәрҙе, Үҙе төҙөмәгән йорттарҙы талап алды.


Тол ҡатынды буш ҡул менән кире борҙоң, Етемдәрҙе һуңғы таяныстан яҙҙырҙың.


Яҡшылыҡ эшләргә өйрәнегеҙ, Ғәҙеллеккә ынтылығыҙ, Залимдарҙы фашлағыҙ, Етемдең хаҡлығын яҡлағыҙ, Тол ҡатындың хаҡы өсөн көрәшегеҙ!»


Раббы былай ти: „Ғәҙеллек һәм дөрөҫлөк менән эш итегеҙ, таланғанды ҡыйырһытыусы ҡулынан ҡотҡарығыҙ. Килмешәкте, етемде һәм тол ҡатынды рәнйетмәгеҙ, иҙмәгеҙ, был ерҙә ғәйепһеҙ кешенең ҡанын түкмәгеҙ.


Шишмә һыуы нисек бәреп сыға, Йәрүсәлимдә яуызлыҡ шулай бөркөлә. Унда көсләү, емереү хөкөм һөрә, Гелән күҙ алдымда – сир һәм йәрәхәттәр.


Фетнәсел Исраил халҡына әйт, Раббы Хаким былай ти: «Эй Исраил халҡы! Етер һеҙгә әшәкелектәр ҡылырға!


Золом яуызлыҡ таяғына әүерелде. Уларҙан бер нәмә лә ҡалмаясаҡ: бихисап кешеләре лә, байлыҡтары ла, өҫтөнлөктәре лә юҡҡа сығасаҡ.


Үҙегеҙгә сынйыр әҙерләгеҙ, сөнки ил – ҡанлы енәйәттәр, ҡала яуызлыҡ менән тулды.


Ул миңә былай тине: – Күрәһеңме, әҙәм улы? Йәһүҙә йортоноң бында эшләгән әшәкелектәре етмәгән, улар илде йәбер-золом менән тултырҙылар һәм Минең асыуымды арттыралар. Ҡара, нисек итеп ботаҡты танауҙарына килтерәләр!


Яуызлыҡты кире ҡағып, яҡшылыҡты үҙ итегеҙ, Ҡала ҡапҡаһы янында хаҡ хөкөмдө тергеҙегеҙ, Бәлки, шул саҡ Раббы, Күк ғәскәрҙәре Аллаһы, Йософ нәҫеленең иҫән ҡалғандарын аяр.


Бының урынына ғәҙеллек – йылға булып, Хаҡлыҡ кипмәҫ ташҡын булып аҡһын.


Халҡымдың ҡатын-ҡыҙҙарын Йәмле өйҙәренән сығарып ебәрәһегеҙ, Балаларынан Минең хәйер-фатихамды Мәңгелеккә тартып алаһығыҙ.


Ямандарҙың өйөндәге хәрәм мал-байлыҡҡа, Ҡәһәр төшкөр ялған үлсәүҙәргә түҙеп тораммы ни?


– Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Үҙ халҡына: «Тоғролоҡ һәм ғәҙеллек менән хөкөм итегеҙ, бер-берегеҙгә миһырбанлы һәм рәхимле булығыҙ.


Былай итегеҙ: һәр кем үҙ яҡынына дөрөҫөн һөйләһен. Ҡала ҡапҡаһы янындағы майҙанда хөкөм ҡылғанда ғәҙеллеккә һәм именлеккә ынтылығыҙ.


Ғәскәриҙәр ҙә унан: – Ә беҙгә нимә эшләргә? – тип һораны. – Бер кемдән дә көсләп, ялған шаһитлыҡ ҡылып әйбер алмағыҙ. Хеҙмәт хаҡы менән ҡәнәғәт булығыҙ, – тине Яхъя.


Ғүмерегеҙҙең шаҡтай өлөшөн мәжүсиҙәр кеүек аҙғынлыҡҡа, боҙоҡлоҡҡа, эскелеккә, тотанаҡһыҙ кисәләргә, кәйеф-сафаға бирҙегеҙ һәм ерәнгес ялған илаһтарға табынып уҙғарҙығыҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ