Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зөлкифел 45:17 - Изге Яҙма

17 Ә хакимдың бурысы – Яңы ай байрамдарында, шәмбе көндәрендә, Исраил халҡының бөтә байрамдарында тотош яндырыу ҡорбандары, икмәк саҙаҡалары һәм түкмә ҡорбандар менән тәьмин итеү. Исраил халҡын гонаһтарынан паклау өсөн килтерелгән гонаһ ҡорбаны, икмәк саҙаҡаһы, тотош яндырыу ҡорбаны һәм татыулыҡ ҡорбаны менән тәьмин итеү – хакимдың эше».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

17 Ә хакимдың бурысы – Яңы ай байрамдарында, шәмбе көндәрендә, Исраил халҡының бөтә байрамдарында тотош яндырыу ҡорбандары, икмәк саҙаҡалары һәм түкмә ҡорбандар менән тәьмин итеү. Исраил халҡын гонаһтарынан паклау өсөн килтерелгән гонаһ ҡорбаны, икмәк саҙаҡаһы, тотош яндырыу ҡорбаны һәм татыулыҡ ҡорбаны менән тәьмин итеү хакимдың эше».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

17 Ә хакимдың бурысы – Яңы ай байрамдарында, шәмбе көндәрендә, Исраил халҡының бөтә байрамдарында тотош яндырыу ҡорбандары, икмәк саҙаҡалары һәм түкмә ҡорбандар менән тәьмин итеү. Исраил халҡын гонаһтарынан паклау өсөн килтерелгән гонаһ ҡорбаны, икмәк саҙаҡаһы, тотош яндырыу ҡорбаны һәм татыулыҡ ҡорбаны менән тәьмин итеү – хакимдың эше».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зөлкифел 45:17
34 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Бөтә халыҡҡа, Исраилдың күп һанлы халҡына – ир-аттарға ла, ҡатын-ҡыҙҙарға ла – берәр икмәк, берәр киҫәк ит һәм йөҙөм көлсәһе өләшеп сыҡты. Шунан һәммә халыҡ өйҙәренә таралды.


сөнки Йәһүҙә батшаһы Хизкияһ йыйылыусыларға мең баш үгеҙ башмаҡ менән ун мең баш ваҡ мал; түрәләр шулай уҡ йыйын өсөн мең баш үгеҙ башмаҡ менән ун мең баш ваҡ мал бирә. Ҡаһиндарҙың да күптәре изгеләнә.


Батша Раббы ҡанунына күрә, һәр көн иртәнсәк һәм кис, шәмбе көндәрендә, Яңы ай байрамдарында, Раббы тәғәйенләгән башҡа байрамдарҙа килтерелә торған тотош яндырыу ҡорбанына үҙ мөлкәтенән өлөш сығара.


Сөләймән батша менән уның янына йыйылған бөтә Исраил йәмғиәте һандыҡ алдында ваҡ һәм эре малдан бик күп ҡорбан сала. Ҡорбандарҙың иҫәбе-һанына сығырлыҡ булмай.


Бына шул саҡ Йәһүҙә һәм Бинйәмин ырыуҙары башлыҡтары, ҡаһиндар менән левиҙәр, Алла күңелдәренә рух һалған һәр кеше Йәрүсәлимдәге Алла йортон төҙөргә тип аяҡҡа баҫты.


Мин ҡолоңдан йөҙөңдө йәшермә, Ауыр миңә, йәһәтерәк яуап ҡайтар!


Һәр Яңы ай байрамында, һәр Шәмбе көнөндә бөтә кешеләр килеп алдымда сәждә ҡылыр, – ти Раббы. –


Ете көн үткәндән һуң, һигеҙенсе һәм артабанғы көндәрҙә, ҡаһиндар ҡорбан усағында тотош яндырыу һәм татыулыҡ ҡорбандарығыҙҙы тәҡдим итер. Шул саҡ Мин һеҙҙән ҡәнәғәт буласаҡмын», – тип белдерә Раббы Хаким.


Исраилдың мул һыулы утлауҙарындағы көтөүҙән ике йөҙ һарыҡтан бер һарыҡ алыныр. Халыҡты гонаһтарынан паклар өсөн уларҙы тотош яндырыу ҡорбаны, икмәк саҙаҡаһы һәм татыулыҡ ҡорбаны итеп килтерегеҙ, – тип белдерә Раббы Хаким. –


Раббы Хаким былай ти: «Эске ихатаның көнсығыш ҡапҡаһы – алты эш көнөндә ябыҡ, шәмбе көндәрендә һәм Яңы ай байрамдарында асыҡ булырға тейеш.


Әгәр ҙә ил халҡы араһынан берәү белмәйенсә гонаһ ҡылһа, Раббының бойороҡтарына ҡаршы килгән берәй нәмә эшләһә, ул ғәйепле була.


Алтынсы көндө һигеҙ үгеҙ башмаҡ, ике һарыҡ тәкәһе һәм бер йәшлек ун дүрт тәкә бәрәс килтерегеҙ. Малдың кәмселекһеҙ булыуы шарт.


Уның сикһеҙ мәрхәмәтенән беҙ барыбыҙ ҙа мәрхәмәт өҫтөнә мәрхәмәт алдыҡ.


Мәсих беҙҙе яратҡан кеүек, һеҙ ҙә мөхәббәттә йәшәгеҙ. Беҙҙе яратыуы менән Аллаға хуш еҫле бүләк һәм ҡорбан булып Мәсих беҙҙең өсөн ғүмерен бирҙе.


Нимә генә эшләһәгеҙ ҙә, һөйләһәгеҙ ҙә – бөтөнөһөн дә Раббы Ғайса исеменә таянып, Уның аша Атабыҙ Аллаға шөкөр итеп эшләгеҙ.


Беҙҙең ҡорбан усағыбыҙ бар, Изге сатырҙағы хеҙмәтселәрҙең ундағы ҡорбанды ашарға хоҡуғы юҡ.


Шуға күрә Ғайса аша Аллаға даими рәүештә данлау ҡорбаны килтерәйек, йәғни Уның исемен телебеҙ менән маҡтайыҡ.


Беҙ гонаһтар өсөн үлһен һәм хаҡлыҡ өсөн йәшәһен тип, Ул Үҙе беҙҙең гонаһтарыбыҙҙы Үҙ тәнендә арҡысаҡҡа күтәрҙе. Уның яралары һеҙгә сихәт бирҙе.


Мәсих тә бит, беҙҙе Алла янына алып барыу өсөн, ғәҙелһеҙ кешеләр урынына ғәҙел Кеше булараҡ, гонаһтарыбыҙ өсөн бер тапҡыр һәм мәңгегә ғазап сикте. Шулай итеп, Уның тәне үлтерелде, әммә Рух ярҙамында Ул терелтелде.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ