Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зөлкифел 43:10 - Изге Яҙма

10 Эй әҙәм улы, һин, барып, Исраил халҡына был ҡорамды тасуирлап бир, улар ҡорамдың һыҙмаһы менән танышһындар. Ҡылған гонаһтарынан оялһындар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

10 Эй әҙәм улы, һин барып Исраил халҡына был ҡорамды тасуирлап бир, улар ҡорамдың һыҙмаһы менән танышһындар. Ҡылған гонаһтарынан оялһындар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

10 Эй әҙәм улы, һин, барып, Исраил халҡына был ҡорамды тасуирлап бир, улар ҡорамдың һыҙмаһы менән танышһындар. Ҡылған гонаһтарынан оялһындар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зөлкифел 43:10
12 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шунан Дауыт улы Сөләймәнгә ҡорамдың айуанының, биналарының, келәттәренең, өҫкө һәм эске бүлмәләрҙең, Килешеү һандығын һәм һандыҡтың гонаһтарҙан паклау ҡапҡасын ҡуяһы урындың һыҙмаларын бирә.


– Быларҙың барыһын да Раббы әйткәндәрҙән яҙып алдым. Ул мине бөтә был төҙөлөш эштәренә төшөндөрҙө, – ти Дауыт.


Ҡара уны, барыһын да тап һиңә тауҙа күрһәтелгән өлгө буйынса эшлә.


Апайҙарыңды һәм һеңлеләреңде үҙ яныңа алғас, ҡыуған юлыңды иҫеңә төшөрөрһөң, һәм һиңә оят булыр. Һинең менән төҙөгән килешеүҙә булмаһалар ҙа, уларҙы, ҡыҙҙарың булһындар тип, һиңә бирермен.


Ҡылған ғәмәлдәреңдең бөтәһен дә Мин ғәфү иткәндән һуң, һин быларҙың барыһын да хәтереңдә тоторһоң, оятыңдан ҡыҙарырһың һәм бынан ары хурлығыңдан ауыҙыңды асырға ла баҙнат итмәҫһең», – тип белдерә Раббы Хаким.


– Эй әҙәм улы, Тир батшаһы тураһында һыҡтау йыры йырла. Әйт уға, Раббы Хаким былай ти: «Һин камиллыҡтың мөһөрө, Аҡылдың бөтөнлөгө, Гүзәллектең тажы инең.


Ул миңә: – Әҙәм улы! Күҙең менән күр, ҡолағың менән ишет. Үҙеңә күрһәткән бөтә нәмәгә күңел биреп баҡ, – тине. – Мин һиңә шуны күрһәтһен өсөн бында килтерелдең. Күргәндәреңдең бөтәһен дә Исраил халҡына еткер.


Әгәр ҡылған ғәмәлдәренән оялһалар, уларға ҡорамдың күренешен, урынлашыуын, инеү-сығыу урындарын, бөтә рәүешен, ҡағиҙә-ҡанундарын аңлатып бир. Уларҙың күҙ алдында бер урынға яҙ, уның бөтә рәүеш-күренешен, ҡағиҙәләрен һаҡлаһындар һәм шулар буйынса эш итһендәр.


Раббы миңә былай тине: – Эй әҙәм улы, Раббы ҡорамының барлыҡ ҡағиҙәләре һәм ҡанундары тураһында һөйләгәндәремә күңел һал, күҙең менән күр, ҡолағың менән ишет. Кемгә Изге торлаҡҡа инергә мөмкин, кемгә инергә мөмкин булмағанын яҡшылап хәтереңдә ҡалдыр.


Элек ҡылған яман эштәрегеҙҙән берәй файҙа алдығыҙмы? Ул саҡтағы ҡылыҡтарығыҙҙан хәҙер үҙегеҙ үк оялаһығыҙ, сөнки уларҙың аҙағы – үлем.


Беҙ былай тинек: «Киләсәктә беҙҙең менән һеҙҙең йәки киләсәк быуындарыбыҙҙың араһында шундай һүҙ сыҡһа, беҙ: „Тотош яндырыу йәки башҡа ҡорбандар өсөн түгел, ә һеҙҙең менән беҙҙең арала шаһит булып торһон өсөн ата-бабаларыбыҙ Раббының ҡорбан усағына оҡшатып ҡорған ҡорбан усағына күҙ һалығыҙ“, – тип әйтербеҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ