Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зөлкифел 41:16 - Изге Яҙма

16-18 тупһалар, рәшәткәле тәҙрәләр, өс ярустың һәр береһен уратып алған коридорҙар ағас менән көпләнгән. Иҙәндән алып диуарҙың тәҙрәгә тиклемге өлөшө, ишектән юғары өлөшө, тәҙрәләрҙең әйләнәһе ағастан эшләнгән. Ҡорамдың эске һәм алғы бүлмә диуарҙары тотош кируб һәм хөрмә ағасы һүрәттәре менән ырып биҙәлгән: хөрмә ағасы һәм кируб һүрәттәре сиратлашып килә. Һәр кирубтың ике йөҙө бар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

16-18 тупһалар, рәшәткәле тәҙрәләр, һәр бер өс ярусты уратып алған коридорҙар ағас менән көпләнгән. Иҙән, диуарҙың тәҙрәгә тиклемге өлөшө, ишектән юғары өлөшө, тәҙрәләрҙең әйләнәһе ағастан эшләнгән. Ҡорамдың эске һәм алғы бүлмә диуарҙары тоташ кируб һәм пальма ағасы һүрәттәре менән ырып биҙәлгән: пальма ағасы һәм кируб һүрәттәре сиратлашып килә. Һәр кирубтың ике йөҙө бар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

16-18 тупһалар, рәшәткәле тәҙрәләр, өс ярустың һәр береһен уратып алған коридорҙар ағас менән көпләнгән. Иҙәндән алып диуарҙың тәҙрәгә тиклемге өлөшө, ишектән юғары өлөшө, тәҙрәләрҙең әйләнәһе ағастан эшләнгән. Ҡорамдың эске һәм алғы бүлмә диуарҙары тотош кируб һәм хөрмә ағасы һүрәттәре менән ырып биҙәлгән: хөрмә ағасы һәм кируб һүрәттәре сиратлашып килә. Һәр кирубтың ике йөҙө бар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зөлкифел 41:16
14 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ҡорамдың диуарҙары эске яҡта иҙәндән түшәм өрлөгөнә ҡәҙәр кедр таҡталар менән көпләнде. Иҙәненә кипарис таҡта түшәлде.


Сөләймән ҡорамға уйымы эске яҡтан киң булып, тышҡа табан тарайған рәшәткәле тәҙрәләр эшләтте.


Ҙур залды, эстән кипарис ағасы менән көпләткәндән һуң, саф алтын менән ҡаплата, уға хөрмә ағасы һүрәттәре, сылбыр семәрҙәр яһата.


Уларҙың тауышынан ҡорам ишектәренең нигеҙҙәре тетрәне. Йорт хуш еҫле төтөн менән тулды.


Раббының шөһрәте, ҡорамдың тупһаһынан китеп, кирубтарҙың өҫтөнә торҙо.


Ян бүлмәләрҙең артҡы диуарында, бүлмәләр араһындағы диуарҙа, айуандың һәр яғында рәшәткәле тәҙрәләр бар, ян бүлмәләр араһындағы диуарҙар хөрмә ағасы һүрәттәре менән биҙәлгәйне.


Ҡапҡаның һәм айуандың диуарҙарында ла, башҡа ҡапҡаларҙағы һымаҡ, һәр яҡтан шундай уҡ тәҙрәләр бар; ҡапҡа диуарҙарының буйы – илле, ә уларҙың араһы егерме биш терһәк булып,


Шунан ул көнсығышҡа ҡараған ҡапҡаға табан китте лә уның баҫҡысынан менде. Ҡапҡаның тупһаһын үлсәне – киңлеге бер таяҡ булды, тимәк, бер тупһа – бер таяҡ.


Ул кеше ҡорам артындағы асыҡ урынға ҡараған бинаны үлсәне. Әлеге бинаның оҙонлоғо йөҙ терһәк булды; уның ике яҡтан галереялары бар ине. Ҡорамдың эске өлөшө, ихатаға сыға торған айуан,


Бина бер яғы менән – эске ихатаның иңе егерме терһәк булған асыҡ урынына, икенсе яғы менән ҡорамдың тышҡы ихатаһының таш юлына ҡарап тора ине. Ул өс ҡатлы ине һәм галереялар береһе өҫтөнә береһе урынлашҡайны.


– Раббы йорто емерек килеш ятҡанда, һеҙҙең үҙегеҙгә күркәм йорттарҙа йәшәргә ваҡыт еткәнме?


Әле беҙгә һәммәһе лә көҙгөләге тоноҡ сағылыш кеүек күренә, ваҡыты еткәс иһә йөҙгә йөҙ күрәсәкбеҙ. Минең белемем әлегә өлөшләтә, үҙ мәлендә, Алла мине тулыһынса белгән кеүек, мин дә тулыһынса беләсәкмен.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ