Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зөлкифел 40:45 - Изге Яҙма

45 Теге кеше миңә: – Көньяҡҡа ҡараған бүлмә – ҡорамда хеҙмәт иткән ҡаһиндар өсөн;

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

45 Теге кеше миңә: – Көньяҡҡа ҡараған бүлмә ҡорамда хеҙмәт иткән ҡаһиндар өсөн;

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

45 Теге кеше миңә: – Көньяҡҡа ҡараған бүлмә – ҡорамда хеҙмәт иткән ҡаһиндар өсөн;

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зөлкифел 40:45
18 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Һарун һәм уның нәҫеленә, Исраил халҡының гонаһтарын паклау өсөн, ҡорбан усағында тотош яндырыу ҡорбандары яндырыу, хуш еҫле үләндәр төтәтеү, Иң мөҡәддәс урындағы бөтә хеҙмәтте башҡарыу йөкмәтелгән була. Бөтә нәмәне лә улар Алла ҡоло Муса бойорғанса эшләй.


Был кешеләр ҙә, уларҙың нәҫелдәре лә Раббы йорто ҡапҡаларын – Изге сатырҙың ишеген һаҡлай.


Улар көн дә иртәле-кисле тотош яндырыу ҡорбандары яндыра, хуш еҫ төтәтә, пак өҫтәлгә изге икмәктәрҙе теҙеп һала, кис һайын алтын шәмдәлдең майшәмдәрен тоҡандыра, сөнки беҙ Аллабыҙ Раббының күрһәтмәләрен үтәйбеҙ, ә һеҙ Уны ташланығыҙ.


Раббыны данлағыҙ! Раббы исемен данлағыҙ, Эй Раббы ҡолдары, маҡтау йырлағыҙ!


Бынан һуң ул кеше мине тышҡы ихатаға алып инде. Ихата диуарҙары буйлап, утыҙ бүлмә урынлашҡан һәм улар алдына ихатаны уратып алған таш юл һалынған ине.


Ҡапҡа айуанында ишекле бүлмә булып, унда тотош яндырыу ҡорбандарын йыуалар ине.


Улар Изге торлағымда хеҙмәт итәсәк: ҡорамымдың ҡапҡалары төбөндә һаҡсы булырҙар, ҡорамдағы эштәрҙе башҡарырҙар, халыҡ өсөн тотош яндырыу һәм башҡа ҡорбан итеп килтерелгән малдарҙы салырҙар, халыҡтың ҡаршыһында тороп, уларға хеҙмәт күрһәтерҙәр.


Исраил Мине ташлап юлдан яҙған заманда Минең Изге торлағымда тоғро хеҙмәт иткән Садоҡ нәҫеленән булған леви ҡаһиндары хеҙмәт итер өсөн Минең хозурыма килһендәр. Ҡорбан малының эс майын һәм ҡанын Миңә һоноу өсөн ҡаршымда улар баҫып торор, – тип белдерә Раббы Хаким. –


Был илдең мөҡәддәс өлөшө булыр. Был ер Изге торлаҡта Раббы хозурында хеҙмәт иткән ҡаһиндарҙыҡы булыр. Ҡаһиндарҙың өйҙәре лә, Изге торлаҡ өсөн мөҡәддәс урын да ошонда булыр.


Алла миңә: – Эй әҙәм улы, төньяҡҡа ҡара, – тине. Мин төньяҡҡа ҡараным. Раббының сикһеҙ ярһыуын ҡуҙғатҡан теге бот ҡорбан усағы янындағы ҡапҡаның төньяғында, ингән ерҙә, тора ине.


Ете тәүлек буйы, көнө-төнө Осрашыу сатыры ауыҙында булығыҙ. Раббы талап иткәнсә эшләгеҙ, юғиһә үләсәкһегеҙ. Миңә шулай бойоролдо.


Бынан һуң Исраил халҡына асыуым төшмәһен өсөн Изге урын һәм ҡорбан усағы эргәһендәге эшкә һеҙ яуаплы.


Һарун ҡаһиндың улы Әлғазар левиҙәрҙең башлыҡтары өҫтөнән етәксе булыр. Изге урын өсөн яуаплы кешеләр уның күҙәтеүе аҫтында торор.


Муса, Һарун һәм уның улдары Осрашыу сатыры алдына, унан көнсығышҡа ҡарай, урынлашһын. Уларға исраилдар исеменән Изге урындағы хеҙмәт өсөн яуаплылыҡ йөкмәтелә. Изге урынға ситтәрҙән берәйһе яҡынлашһа, ул үлемгә дусар ителергә тейеш.


Тимоҫеус! Үҙеңә ышанып тапшырылғанды һаҡла, Алланы һанға һуҡмаған буш һүҙҙәрҙән һәм, ғилем тип аталып та, дөрөҫлөккә тап килмәгән нәмәләрҙән ары тор.


һәм беҙҙе батшалыҡ итергә һәм ҡаһиндар булып Аллаға – Үҙенең Атаһына хеҙмәт итергә ҡуйған Ғайсаға мәңгенән-мәңгегә дан һәм ҡөҙрәт булһын. Амин.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ