Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зөлкифел 40:4 - Изге Яҙма

4 Ул миңә: – Әҙәм улы! Күҙең менән күр, ҡолағың менән ишет. Үҙеңә күрһәткән бөтә нәмәгә күңел биреп баҡ, – тине. – Мин һиңә шуны күрһәтһен өсөн бында килтерелдең. Күргәндәреңдең бөтәһен дә Исраил халҡына еткер.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

4 Ул миңә: – Әҙәм улы! Күҙең менән күр, ҡолағың менән ишет. Үҙеңә күрһәткән бөтә нәмәгә күңел биреп баҡ, – тине. – Һин Мин һиңә шуны күрһәтһен өсөн бында килтерелдең. Күргәндәреңдең бөтәһен дә Исраил халҡына еткер».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

4 Ул миңә: – Әҙәм улы! Күҙең менән күр, ҡолағың менән ишет. Үҙеңә күрһәткән бөтә нәмәгә күңел биреп баҡ, – тине. – Мин һиңә шуны күрһәтһен өсөн бында килтерелдең. Күргәндәреңдең бөтәһен дә Исраил халҡына еткер.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зөлкифел 40:4
15 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Эй халҡым! Ырҙындағы яҫмалай туҡмалған халҡым! Күк ғәскәрҙәре Раббыһынан, Исраилдың Аллаһынан Ишеткәндәремде һеҙгә белдерәм.


– Раббы былай ти: «Раббы йортоноң ихатаһына баҫ та Йәһүҙә ҡалаларынан бында ғибәҙәт ҡылырға килеүселәрҙең барыһына ла Мин һиңә әйтергә ҡушҡандарҙы еткер, бер һүҙен дә кәметмә!


Ул миңә: – Эй әҙәм улы, аяғыңа баҫ, Мин һинең менән һөйләшәсәкмен! – тине.


Ул миңә: – Эй әҙәм улы, Мин һине Исраил халҡына, Миңә ҡаршы баш күтәргән фетнәсел халыҡҡа ебәрәм. Улар үҙҙәре лә, ата-бабалары ла ошо көнгә тиклем Миңә ҡаршы гонаһ ҡылып килә.


– Эй әҙәм улы, Мин һине Исраил нәҫеленә күҙәтсе итеп ҡуйҙым. Һин ауыҙымдан сыҡҡан һәр бер һүҙемде тыңлап, халҡыма әйтеп, уларҙы иҫкәртеп торорһоң.


Эй әҙәм улы, һин, барып, Исраил халҡына был ҡорамды тасуирлап бир, улар ҡорамдың һыҙмаһы менән танышһындар. Ҡылған гонаһтарынан оялһындар.


Раббы миңә былай тине: – Эй әҙәм улы, Раббы ҡорамының барлыҡ ҡағиҙәләре һәм ҡанундары тураһында һөйләгәндәремә күңел һал, күҙең менән күр, ҡолағың менән ишет. Кемгә Изге торлаҡҡа инергә мөмкин, кемгә инергә мөмкин булмағанын яҡшылап хәтереңдә ҡалдыр.


Ул кеше минән: – Әҙәм улы, күрәһеңме быны? – тип һораны. Шунан мине ҡабат йылғаның ярына алып килде.


Мин һеҙгә ҡараңғыла һөйләгәндәрҙе көн яҡтыһында һөйләгеҙ, ҡолағығыҙға шыбырлап әйткәнде ҡыйыҡтарҙан иғлан итегеҙ.


Ҡолаҡтары барҙар ишетһен!


Мин һеҙгә Алланың ихтыярын тулыһынса бәйән иттем.


Һеҙгә биргән өйрәтеүҙәремде мин Раббынан алдым. Раббы Ғайса хыянат ителә торған төндә ҡулына икмәк алып


былай тип өҫтәне: – Мин һеҙгә бөгөн иғлан иткән был һүҙҙәрҙе йөрәгегеҙгә бикләгеҙ. Был ҡанундың бөтә һүҙҙәренә диҡҡәт итһендәр һәм теүәл үтәһендәр өсөн, балаларығыҙға бойороғоҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ