Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зөлкифел 39:29 - Изге Яҙма

29 Халҡым Исраил өҫтөнә Үҙемдең Рухымды яуҙырырмын, инде уларҙан йөҙ йәшермәм», – тип белдерә Раббы Хаким.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

29 Халҡым Исраил өҫтөнә Үҙемдең Рухымды яуҙырырмын, инде уларҙан йөҙ йәшермәм», – тип белдерә Раббы Хаким.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

29 Халҡым Исраил өҫтөнә Үҙемдең Рухымды яуҙырырмын, инде уларҙан йөҙ йәшермәм», – тип белдерә Раббы Хаким.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зөлкифел 39:29
20 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Былар юғарынан өҫтөбөҙгә Рух түгелгәнгәсә дауам итер. Артабан сүл – емеш баҡсаһына, Баҡса булған ерҙәр урманға әйләнер.


Ә Исраилды Раббы ҡотҡарыр. Был ҡотолоу мәңгелеккә булыр. Быуаттар буйы Исраил хур булмаҫ, оятҡа ҡалмаҫ.


Мин улар менән мәңгелек килешеү төҙөрмөн, уларға игелек ҡылыуҙан туҡтамам, Минән айырылмаһындар өсөн, күңелдәренә Минән ҡурҡыу һәм хөрмәт һалырмын.


Бары шул саҡта ғына һиңә булған асыуым ҡаныр һәм көнсөллөгөм баҫылыр, тынысланырмын һәм ярһыуым үтер.


Мин һеҙгә рухымды һалырмын, һәм һеҙ терелерһегеҙ. Һеҙҙе үҙ ерегеҙҙә төйәкләндерермен. Шул ваҡытта Минең Раббы икәнемде белерһегеҙ. Мин, Раббы, әйттем быны һәм әйткәнемде бойомға ашырасаҡмын. Раббы шулай тип белдерә».


Шунда улар Минең Аллалары Раббы икәнемде белер. Гәрсә Мин уларҙы ҡәүемдәр араһына таратҡан булһам да, береһен дә ташламайынса үҙҙәренең тупраҡтарына кире ҡайтарырмын.


Белерһегеҙ, Исраил халҡы араһындамын, Мин – Раббы, һеҙҙең Аллағыҙ, башҡаһы юҡ. Халҡым башҡа бер ваҡытта ла хурлыҡҡа ҡалмаҫ!


Бынан һуң Мин барлыҡ кешеләргә Үҙемдең Рухымды яуҙырырмын. Улдарығыҙ, ҡыҙҙарығыҙ пәйғәмбәрлек итер, Ҡарттарығыҙ әүлиә төштәр күрер, Йәштәрегеҙгә илаһи күренмештәр иңер.


Шул көндәрҙә, Йәһүҙә һәм Йәрүсәлимгә Әүәлге мул, имен тормошон кире ҡайтарам.


Ғәйре беҙгә йәнә миһырбанлы булырһың, Ғәйептәрҙе беҙҙең юйып ташларһың, Гонаһтарҙы диңгеҙ упҡынына ырғытырһың.


Раббы былай ти: – Дауыт нәҫеленә һәм Йәрүсәлимдә йәшәүселәргә мәрхәмәт һәм доға рухын яуҙырырмын. Улар Миңә – үҙҙәре сәнскән затҡа ҡарарҙар ҙа, берҙән-бер балалары үлгәндәге һымаҡ ҡайғырырҙар, баш балаһы өсөн хәсрәтләнгән кеше һымаҡ әсенерҙәр.


Шулай итеп, Ул Алланың уң яғына күккә олғашты һәм, Атаһы вәғәҙә иткән Изге Рухты алып, Уны беҙгә яуҙырҙы. Һеҙ әле тап шуны күрҙегеҙ һәм ишеттегеҙ.


Алланың бойороҡтарын үтәгән кеше Аллала булыр һәм Алла ла унда булыр. Алланың да беҙҙә булғанын Ул беҙгә биргән Рухтан белербеҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ