Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зөлкифел 39:26 - Изге Яҙма

26 Үҙ ерҙәрендә имен-аман йәшәгәндә, уларҙы ҡурҡытҡан һис кем булмағанда үҙҙәренең хурлығын, Миңә ҡарата тоғро булмағандарын оноторҙар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

26 Үҙ ерҙәрендә имен-аман йәшәгәндә, уларҙы ҡурҡытҡан һис кем булмағанда үҙҙәренең хурлығын, Миңә ҡарата тоғро булмағандарын онотасаҡтар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

26 Үҙ ерҙәрендә имен-аман йәшәгәндә, уларҙы ҡурҡытҡан һис кем булмағанда үҙҙәренең хурлығын, Миңә ҡарата тоғро булмағандарын оноторҙар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зөлкифел 39:26
23 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Уның заманында Дандан Беер-Шәвәғкә тиклем булған Йәһүҙә һәм Исраилда һәр кем үҙенең йөҙөм һәм инжир ағастары аҫтында рәхәтләнеп етеш йәшәне.


Ғароғер ҡалалары ташландыҡ ҡалыр. Унда көтөү-көтөү малдар ятыр, Уларҙы өркөтөр кеше булмаҫ.


Сөнки Мин һинең менән бергә булырмын, Мин һине ҡотҡарырмын, – тип белдерә Раббы. – Һине ҡәүемдәр араһына таратҡан инем, Инде уларҙың барыһын ҡырып ташлайым. Әммә һине юҡ итмәм. Язаһыҙ ҡалдырмам һине, Әммә ғәҙел яза бирермен».


Халҡым Миңә хыянат иткән өсөн, Мин был илде бушлыҡҡа әйләндерермен», – тип белдерә Раббы Хаким.


Һин хурлығыңды үҙең күтәр. Сөнки ҡыҙ туғандарыңды бер ни тиклем аҡланың. Ҡылған гонаһтарың уларҙыҡынан да ерәнгесерәк булғанға күрә, уларҙы тоғрораҡ итеп күрһәттең. Оятыңдан һин дә ҡыҙар, ҡыҙ туғандарыңды шул рәүешле аҡлап, мәсхәрәңде күтәр!


Ҡылған ғәмәлдәреңдең бөтәһен дә Мин ғәфү иткәндән һуң, һин быларҙың барыһын да хәтереңдә тоторһоң, оятыңдан ҡыҙарырһың һәм бынан ары хурлығыңдан ауыҙыңды асырға ла баҙнат итмәҫһең», – тип белдерә Раббы Хаким.


Шуға күрә, эй әҙәм улы, Исраил халҡына һөйлә, әйт уларға, Раббы Хаким былай ти: «Һеҙҙең аталарығыҙ, Миңә хыянат итеп, бына тағы нисек хурланылар:


Унда үҙегеҙҙе нәжесләгән ҡылыҡтарығыҙҙы, ғәмәлдәрегеҙҙе иҫегеҙгә төшөрөрһөгөҙ һәм ҡылған яуызлыҡтарығыҙ өсөн үҙегеҙҙән ерәнерһегеҙ.


Ғелам өсөн үлтерелгәндәр араһында бер түшәк әҙерләнде. Өйөр-өйөр халҡы ҡәберенең әйләнә-тирәһендә ята. Ҡылыстан һәләк булған был сөннәтһеҙҙәр ҡасандыр тереләр донъяһына ҡурҡыу һала торғайны, инде мәсхәрә эсендә үлем соҡорона инделәр, уларҙы үлтерелгәндәр араһына һалдылар.


Бөтә төньяҡ хакимдары, бөтә Сидон халҡы – унда. Улар, ҡасандыр бөйөк ҡеүәте менән ҡурҡыуға һалып торһа ла, ҡылыс менән үлтерелгәндәр янына төштөләр. Сөннәтһеҙ килеш ҡылыстан үлтерелгәндәр менән бергә мәсхәрәгә ҡалып, үлем соҡорона ингәндәр янында яталар.


Улар менән именлек килешеүе төҙөрмөн, илдән йыртҡыс йәнлектәрҙе юҡ итермен. Далаларҙа хәүефһеҙ йәшәһендәр, урмандарҙа ҡурҡыуһыҙ йоҡлаһындар.


Шул саҡ яман юлдарығыҙҙы, боҙоҡ ғәмәлдәрегеҙҙе иҫегеҙгә төшөрөрһөгөҙ, енәйәттәрегеҙ һәм әшәкелектәрегеҙ өсөн үҙегеҙҙән үҙегеҙ ерәнерһегеҙ.


Бик күп ваҡыттарҙан һуң һин саҡырылырһың. Йылдар уҙғас, һин һуғыштан арынып рәхәтлеккә сыҡҡан бер илгә һөжүм итәсәкһең. Ул илдең кешеләре, күмәк халыҡ араһынан йыйып алынып, оҙаҡ ваҡыт буш ятҡан Исраил тауҙарына кире ҡайтарылған һәм барыһы ла имен-аман тормош кисергән булыр.


Ҡаһин булараҡ хеҙмәт итер өсөн улар Миңә яҡынлашмаясаҡ, мөҡәддәс әйберҙәремә, иң мөҡәддәс ҡорбандарыма ҡағылмаясаҡ – ҡылған әшәкелектәре өсөн хурлыҡҡа ҡалһындар.


Бөйөк Хакимым минең! Һин хаҡлыһың, әммә Үҙ асыуыңды һәм ярһыуыңды Үҙеңдең ҡалаң Йәрүсәлимдән, Үҙеңдең изге тауыңдан кире ҡайтарһаңсы. Беҙҙең гонаһтарыбыҙ һәм ата-бабаларыбыҙҙың ғәйептәре өсөн Йәрүсәлим менән Һинең халҡың тирә-яҡтағы бөтә халыҡтар алдында хурлыҡ кисерә.


Һәр кем үҙенең йөҙөм тәлгәше, Инжир ағасы аҫтында ултырыр. Уларҙы бер кем ҡурҡытмаҫ, Сөнки Күк ғәскәрҙәре Раббыһы шулай тине.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ