Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зөлкифел 38:19 - Изге Яҙма

19 Көнсөллөгөм һәм нәфрәтем утында белдерәм: ул көндө Исраил ерендә дәһшәтле ер тетрәү буласаҡ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

19 Көнсөллөгөм һәм нәфрәтем утында белдерәм: ул көндө Исраил ерендә дәһшәтле ер тетрәү буласаҡ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

19 Көнсөллөгөм һәм нәфрәтем утында белдерәм: ул көндө Исраил ерендә дәһшәтле ер тетрәү буласаҡ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зөлкифел 38:19
23 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Күктең бер осонан сыға, Икенсе осона барып байый – Эҫеһенән һис нәмә йәшенә алмай.


Раббының ҡануны камил – йәнде терелтә; Раббы күрһәтмәләре ышаныслы – бер ҡатлыны зирәк итә;


Раббы, Күк ғәскәрҙәре Аллаһы, ҡасанғаса Халҡың доғаһына асыулы ҡарарһың?


Бәһлеүәндәй сығыр Раббы, Яугир кеүек ғәйрәтләнер; Ҡысҡырып һуғыш ораны һалыр, Дошмандарына ҡөҙрәтен күрһәтер.


Тауҙарҙы, ҡалҡыулыҡтарҙы ҡоротормон, Ундағы бар йәшеллек кибәсәк. Йылғаларҙы утрауҙарға әйләндерермен, Күлдәрҙе киптерермен.


Раббы Хаким былай ти: „Көнсөллөк утында янып, башҡа ҡәүемдәргә, барса Эдомға ҡаршы Үҙ һүҙемде белдерҙем. Улар, бөтә йөрәктән ҡыуанып, бөтә күңелдән мыҫҡыл итеп, илемә хужа булдылар һәм уның көтөүлектәрен талар өсөн үҙҙәренә яумал итеп алдылар“».


Шул сәбәпле Исраил ере тураһында пәйғәмбәрлек ит һәм тауҙарға, ҡалҡыулыҡтарға, тарлауыҡтарға, үҙәндәргә әйт, Раббы Хаким былай ти: «Ҡәүемдәрҙең мыҫҡыл итеүҙәрен кисергәнегеҙ өсөн көнсөллөк утында янып, һүҙемде белдерәм.


Шуға күрә Раббы Хаким былай ти: «Инде Мин Яҡуп нәҫелен әүәлге мул, имен тормоштарына ирештерермен, Исраилдың бөтә халҡына мәрхәмәтемде ҡылырмын, Үҙемдең изге исемемде фиҙаҡәрҙәрсә яҡлармын.


Магог иленә һәм диңгеҙ буйындағы ерҙәрҙә хәүефһеҙ йәшәүселәр өҫтөнә ут яуҙырасаҡмын. Шунда Минең Раббы икәнемде беләсәктәр.


Шул сағында ғына уларға булған асыуым бөтәсәк, ярһыуымды түккәндән һуң Мин ҡәнәғәтләнермен. Ярһыуымды өҫтәренә бушатҡас, Мин Раббы быны көнсөллөгөм арҡаһында эшләгәнемде белерҙәр.


Шул заманда Раббы, Үҙ ере өсөн әрнеп, халҡын ҡыҙғаныр.


Раббы Сиондан күкрәр, Йәрүсәлимдән гөрһөлдәр, Күк менән ер тетрәп торор. Әммә Раббы Үҙ халҡы өсөн – ышыҡ, Исраилдар өсөн ҡәлғә булыр.


Раббы – көнсөл, үс алыусы Алла. Үсле Алла ярһыу менән тулы, Үҙ дошмандарынан үс ала Ул, Ҡаршы сыҡҡандарҙы аяп тормай.


Минең менән һөйләшкән фәрештә: «Иғлан ит! Күк ғәскәрҙәре Раббыһы: „Йәрүсәлим менән Сион өсөн йәнем әсей, – ти. –


Раббы бындай кешене ғәфү итмәҫ. Раббының уға ҡаршы асыуы ҡабарыр, ярһыуы тоҡаныр, ул кешенең башына был китапта яҙылған бөтә ҡарғыштар төшөр һәм Раббы уның исемен ер йөҙөнән юҡ итер.


Сөнки асыуымдан ут тоҡанды, Үлеләр донъяһының тәрәнлектәренәсә яныр. Ер йөҙөн, емештәрен йотоп юҡ итер, Тауҙарҙың нигеҙенә тоташыр.


Ул саҡта Алланың тауышы ер һелкетте һәм Ул хәҙер: «Мин тағы бер тапҡыр ерҙе генә түгел, күкте лә тетрәтәсәкмен», – тип вәғәҙә бирә.


сөнки беҙҙең Аллабыҙ – ялмап йотоусы ут.


Шул уҡ мәлдә бик көслө итеп ер тетрәне, ҡаланың ундан бер өлөшө емерелде, ер тетрәүҙән ете мең кеше үлде, ә ҡалғандары, бик ныҡ ҡурҡып, Күк Аллаһын данланы.


Йәшен йәшнәне, тауыштар, күк күкрәүе ишетелде, көслө итеп ер тетрәй башланы, кешеләр ерҙә йәшәй башлағандан алып ундай көслө ер тетрәү булмағайны әле. Шул тиклем көслө ер тетрәү!


Һәр утрау юҡҡа сыҡты, тауҙар юҡ булды,


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ