Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зөлкифел 37:14 - Изге Яҙма

14 Мин һеҙгә рухымды һалырмын, һәм һеҙ терелерһегеҙ. Һеҙҙе үҙ ерегеҙҙә төйәкләндерермен. Шул ваҡытта Минең Раббы икәнемде белерһегеҙ. Мин, Раббы, әйттем быны һәм әйткәнемде бойомға ашырасаҡмын. Раббы шулай тип белдерә».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

14 Мин һеҙгә Рухымды һалырмын һәм һеҙ терелерһегеҙ. Һеҙҙе үҙ ерегеҙҙә төйәкләндерермен. Шунда Минең Раббы икәнемде белерһегеҙ. Мин, Раббы, әйттем быны һәм әйткәнемде бойомға ашырасаҡмын. Раббы шулай тип белдерә».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

14 Мин һеҙгә рухымды һалырмын, һәм һеҙ терелерһегеҙ. Һеҙҙе үҙ ерегеҙҙә төйәкләндерермен. Шул ваҡытта Минең Раббы икәнемде белерһегеҙ. Мин, Раббы, әйттем быны һәм әйткәнемде бойомға ашырасаҡмын. Раббы шулай тип белдерә».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зөлкифел 37:14
18 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Былар юғарынан өҫтөбөҙгә Рух түгелгәнгәсә дауам итер. Артабан сүл – емеш баҡсаһына, Баҡса булған ерҙәр урманға әйләнер.


Мин уларға башҡа төрлө йөрәк бирермен, булмыштарына яңы рух һалырмын. Тәндәренән таш йөрәктәрен алып ташлап, уларға тере йөрәк бирермен.


Ҡырҙағы бөтә ағастар Бейек ағасты тәпәшәйткән, Тәпәште бейегәйткән, Йәшел ағасты ҡоротҡан, Ҡоро ағасты сәскә аттырған Мин Раббы икәнде аңлар. Мин, Раббы, әйттем быны һәм Әйткәнемде бойомға ашырасаҡмын».


Мин һиңә ҡаршы эш иткән көндәрҙә йөрәгең ҡалтырамаҫмы, ҡулдарыңдың хәле ҡалырмы? Мин, Раббы, әйттем быны һәм әйткәнемде бойомға ашырасаҡмын.


Үҙ Рухымды булмышығыҙға иңдерермен, Минең ҡағиҙәләрем буйынса йәшәрһегеҙ, ҡанундарымды үтәрһегеҙ һәм уларҙы тормошҡа ашырырһығыҙ.


Шул саҡ тирә-яғығыҙҙа ҡалған ҡәүемдәр Мин Раббының емерелгәнде торғоҙғанымды, ташландыҡ ерҙәрҙе ҡайтанан баҡсаға әйләндергәнемде белер. Мин, Раббы, әйттем быны һәм әйткәнемде бойомға ашырасаҡмын».


Эй халҡым, ҡәберҙәрегеҙҙе асып, һеҙҙе унан сығарғас, Минең Раббы икәнемде белерһегеҙ.


Мин һеҙгә һеңер тартырмын, ит ҡундырырмын, тире менән ҡаплармын. Эсегеҙгә һулыш индерермен, һәм һеҙ йәнләнерһегеҙ. Шунда Минең Раббы икәнемде белерһегеҙ“».


Шунда Ул миңә былай тине: – Эй әҙәм улы, һулышҡа өндәш, пәйғәмбәрлек итеп әйт, Раббы Хаким былай ти: «Эй һулыш, дүрт тарафтан ел менән кил! Был үлтерелгән әҙәмдәргә өр ҙә, улар терелер!»


Халҡым Исраил өҫтөнә Үҙемдең Рухымды яуҙырырмын, инде уларҙан йөҙ йәшермәм», – тип белдерә Раббы Хаким.


Раббы былай ти: – Дауыт нәҫеленә һәм Йәрүсәлимдә йәшәүселәргә мәрхәмәт һәм доға рухын яуҙырырмын. Улар Миңә – үҙҙәре сәнскән затҡа ҡарарҙар ҙа, берҙән-бер балалары үлгәндәге һымаҡ ҡайғырырҙар, баш балаһы өсөн хәсрәтләнгән кеше һымаҡ әсенерҙәр.


Әгәр Ғайсаны үленән терелткән Алланың Рухы һеҙҙә йәшәй икән, Мәсихте үленән терелткән Алла Үҙенең һеҙҙә йәшәүсе Рухы менән үлемле тәнегеҙгә лә тормош бирәсәк.


сөнки йәшәү биреүсе Изге Рух ҡануны һине Ғайса Мәсих аша гонаһ һәм үлем ҡанунынан азат итте.


Изге Яҙмала былай тип яҙылған бит: «Тәүге кеше – Әҙәм – тере йән эйәһе булды». Ә һуңғы Әҙәм тормош биреүсе Рух булды.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ