Зөлкифел 33:7 - Изге Яҙма7 – Мин һине, эй әҙәм улы, Исраил нәҫеленә күҙәтсе итеп ҡуйҙым. Һин, ауыҙымдан сыҡҡан һәр бер һүҙемде тыңлап, халҡыма әйтеп, уларҙы иҫкәртеп торорһоң. အခန်းကိုကြည့်ပါ။Башкирский ВЗ (неполный)7 – Мин һине, эй әҙәм улы, Исраил нәҫеленә күҙәтсе итеп ҡуйҙым. Һин ауыҙымдан сыҡҡан һәр бер һүҙемде тыңлап, халҡыма әйтеп, уларҙы иҫкәртеп торорһоң. အခန်းကိုကြည့်ပါ။Изге Яҙма7 – Мин һине, эй әҙәм улы, Исраил нәҫеленә күҙәтсе итеп ҡуйҙым. Һин, ауыҙымдан сыҡҡан һәр бер һүҙемде тыңлап, халҡыма әйтеп, уларҙы иҫкәртеп торорһоң. အခန်းကိုကြည့်ပါ။ |
Үҙ ҡалаларында йәшәгән ағай-энегеҙҙән килгән бәхәсле эштәрҙең ҡайһыһын ҡарағанда ла – үлтереш булһынмы ул, ҡанун, бойороҡ, ҡағиҙә йә ҡарар үтәлешенә ҡағылһынмы – Раббы алдында гонаһ ҡылып ҡуймаһындар, үҙҙәренең һәм һеҙҙең башығыҙға Раббының ҡәһәрен төшөрмәһендәр өсөн, уларҙы иҫкәртегеҙ; шулай итһәгеҙ, гонаһҡа тарымаҫһығыҙ.
Етәкселәрегеҙҙе тыңлағыҙ һәм уларға буйһоноғоҙ – улар Алла алдында яуап тота торған кешеләр булғанлыҡтан, һеҙҙең йәндәрегеҙ тураһында арымай-талмай хәстәрлек күрә. Шулай булғас, был эште уларға ауырһынып түгел, ә шатланып башҡарырға юл ҡуйығыҙ. Ауырһынып башҡарған эштең һеҙҙең өсөн һис ниндәй файҙаһы булмаҫ.