Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зөлкифел 33:4 - Изге Яҙма

4 Кем борғо тауышын ишетеп тә, һаҡланыу сараһын күрмәһә һәм ҡылыс килеп уның йәнен ҡыйһа, үлеме өсөн үҙе ғәйепле булыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

4 Кем борғо тауышын ишетеп тә һаҡланыу сараһын күрмәһә һәм ҡылыс килеп уның йәнен ҡыйһа, үлеме өсөн үҙе ғәйепле булыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

4 Кем борғо тауышын ишетеп тә, һаҡланыу сараһын күрмәһә һәм ҡылыс килеп уның йәнен ҡыйһа, үлеме өсөн үҙе ғәйепле булыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зөлкифел 33:4
16 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Дауыт иһә ғәмәлеккә: – Үлемеңә үҙең ғәйеплеһең, – тине. – «Мин Раббы мәсехләгән кешене үлтерҙем», – тигән ауыҙың шаһитлыҡ ҡылды быға.


Бел, Йәрүсәлимдән сығып Ҡидрон үҙәнен үткән көнөңдә мотлаҡ үләсәкһең. Әжәлеңә үҙең ғәйепле булырһың.


– Һине батша кәңәшсеһе итеп ҡуйҙылармы әллә? – тип бүлдерә батша пәйғәмбәрҙе. – Ауыҙыңды яп! Юғиһә йәнең менән хушлашасаҡһың! Пәйғәмбәр уға: – Ошо эшең һәм минең кәңәшемә ҡолаҡ һалмағаның өсөн Алланың һине һәләк итергә ҡарар ҡылғанын беләм, – ти ҙә башҡа өндәшмәй.


Әрләнгән һайын нығыраҡ тиҫкәреләнгән кеше – бер көн ҡапыл һәләк булыр, шифа тапмаҫ.


– Йәһүҙә батшаһы Йошияһ Амон улы хакимлығының ун өсөнсө йылынан алып ошо көнгә тиклем – бына инде егерме өс йыл буйы – миңә Раббы һүҙе иңеп тора. Мин уларҙы һеҙгә туҡтауһыҙ һөйләй барҙым, әммә һеҙ әйткәндәремә ҡолаҡ һалманығыҙ.


Һеҙгә күҙәтселәр ҡуйҙым. „Борғо тауышына ҡолаҡ һалығыҙ“, – тинем. Әммә: „Ҡолаҡ һалмайбыҙ“, – тип яуап ҡайтарҙығыҙ.


Килем алыр өсөн үтескә аҡса бирһә, Уны арттырып алһа, Бындай кеше тере ҡалырмы? Юҡ, ул тере ҡала алмай! Бөтә был әшәкелектәрҙе ҡылған өсөн Ул һис шикһеҙ үлтерелер. Үлемендә үҙе ғәйепле булыр.


Ул борғо тауышын ишетте, әммә иҫкәртеүгә иғтибар бирмәне, шуға күрә үлемендә үҙе ғәйепле. Әгәр ул иҫкәртеүгә иғтибар иткән булһа, иҫән ҡалыр ине.


Ә инде һин яуыз кешене киҫәтһәң, ул иһә, яуызлығын ҡуйып, яман юлын ташламаһа, үҙ ғәйебе өсөн үлер, ә һин үҙ йәнеңде ҡотҡарып ҡалырһың.


Атаһы менән әсәһен хурлаған кеше үлтерелергә тейеш, сөнки ул атаһы менән әсәһен хурлаған, тимәк, үлемендә үҙе ғәйепле.


Әммә йәһүдтәр уға ҡаршы сығып, яман телләшә башлағас, кейемендәге туҙанды ҡағып: – Һәләкәтегеҙгә үҙегеҙ ғәйепле. Минең намыҫым таҙа, инде башҡа халыҡтар араһына китәм, – тине.


Шуға күрә бөгөн һеҙгә иғлан итәм: әгәр берәйегеҙ һәләк булһа, бында минең ғәйебем юҡ.


Һүҙҙе тыңлап ҡына ҡалмағыҙ, уны үтәгеҙ ҙә, шунһыҙ үҙ-үҙегеҙҙе алдайһығыҙ ғына.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ