Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зөлкифел 31:16 - Изге Яҙма

16 Мин уны үлеләр донъяһына, үлем соҡорона төшкәндәр янына олаҡтырғанда, ул ауған тауышҡа ҡәүемдәрҙе ҡурҡып тетрәнергә мәжбүр иттем. Шунда Ғедән баҡсаһындағы бөтә ағастар, Ливандың иң һайланмыш, иң яҡшы һәм мул һыу эскән ағастары барыһы ла түбәнге донъяла тынысланып ҡалды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

16 Мин уны үлеләр донъяһына, үлем соҡорона төшкәндәр янына олаҡтырғанда, ул ауған тауышҡа ҡәүемдәрҙе ҡурҡып тетрәнергә мәжбүр иттем. Шунда Ғедән баҡсаһындағы бөтә ағастар, Ливандың иң һайланмыш, иң яҡшы һәм мул һыу эскән ағастары барыһы ла түбәнге донъяла тынысланып ҡалды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

16 Мин уны үлеләр донъяһына, үлем соҡорона төшкәндәр янына олаҡтырғанда, ул ауған тауышҡа ҡәүемдәрҙе ҡурҡып тетрәнергә мәжбүр иттем. Шунда Ғедән баҡсаһындағы бөтә ағастар, Ливандың иң һайланмыш, иң яҡшы һәм мул һыу эскән ағастары барыһы ла түбәнге донъяла тынысланып ҡалды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зөлкифел 31:16
20 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Әммә һин үлеләр донъяһына, Упҡындың тәрәнлегенә ырғытылдың.


Хатта кипаристар ҡыуана һәләкәтеңә, Ливан кедрҙары ла шатлана: „Инде һин соҡорҙа ятаһың, Беҙҙе бер кем дә ҡырҡырға килмәҫ“, – тиҙәр.


Бабил яулап алыныр, шауынан ер тетрәп торор. Иңрәүҙәре халыҡтар араһында ишетелер.


Әммә унда иҫән ҡалғандар булыр. Тере ҡалған улдар һәм ҡыҙҙарҙы ҡаланан алып сығырҙар, һәм улар һеҙҙең янға килер. Шунда һеҙ уларҙың ҡыуған юлдарын һәм ҡылған ғәмәлдәрен күрерһегеҙ һәм, Мин Йәрүсәлимгә ебәргән бәләнең, уға ебәргән бөтә нәмәнең сәбәбен аңлап, йыуаныс табырһығыҙ.


Уларҙың ҡыуған юлдарын һәм ҡылған ғәмәлдәрен күргәс, Минең ундағы эштәремдең бушҡа ғына булмағанын аңлап тынысланырһығыҙ», – тип белдерә Раббы Хаким.


Иҫәпһеҙ-һанһыҙ ат тояҡтары күтәргән саң-туҙан ҡаплап алыр һине. Диуарҙарында тишек асылған ҡалаға бәреп ингәндәгеләй, ҡапҡаларыңдан кергән сағында һыбайлыларҙың, тәгәрмәстәрҙең, яу арбаларының дөбөрҙәүенән диуарҙарың дер һелкенеп торор.


Раббы Хаким Тирға былай ти: «Һиндә ҡыйралыш барғанда, емерелеү тауышынан, яралыларҙың ыңғырашыуынан диңгеҙ буйындағы ерҙәр тетрәнмәҫме?


Кәмәселәреңдең ҡысҡырыуынан Яр буйҙары тетрәйәсәк.


Һыу буйында үҫкән һис бер ағас бынан ары ул тиклем юғары күтәрелмәһен, остары болоттарға теймәһен! Һыуға туйған һис бер ағас ундай бейеклеккә ирешмәһен өсөн эшләнде был. Уларҙың барыһы ла, фани бәндәләр менән бергә, үлем соҡорона, түбәнге донъяға дусар ителгән“.


Шунан, Ғедән ағастарының ҡайһыһы затлылығы һәм мөһабәтлеге менән һиңә тиң ине? Әммә хәҙер, Ғедән ағастары менән һин дә түбәнге донъяға төшөрөләсәкһең! Сөннәтһеҙ халыҡтар араһында, ҡылыстан үткәрелгәндәр менән йәнәш ятасаҡһың. Фирғәүендең һәм уның өйөр-өйөр халҡының тәҡдире шулай“», – тип белдерә Раббы Хаким.


Баҡ Ашшурға! Ливандағы кедр ағасына оҡшаш ине: Суҡ япраҡлы ботаҡтары күләгәле, Һомғол буйлы, Башы болоттарға тейә ине.


Алла баҡсаһындағы кедр ағастары ла Буйға уның менән ярышманы. Ҡарағайҙар уның ботаҡтары, Чинарҙар үҫентеләре менән тиңләшмәне. Алла баҡсаһындағы һис бер ағас Уның һымаҡ матур түгел ине.


Суҡ ботаҡтар менән уны Мин биҙәнем, Алла баҡсаһы Ғедәндәге бөтә ағастар унан көнләште.


Яугирҙәрҙең ҡалҡандары ҡыҙыл, Һуғышсылар бурҙат ҡыҙылдан кейенгән; Алыш алдынан яу арбалары Ут-ялҡын һымаҡ ялтырай, Баш осонда һөңгөләр сафы сайҡала.


Ливанға ҡылған золомоң үҙ башыңа төшөр, Ундағы йәнлектәрҙе ҡырған өсөн Һине дәһшәт солғап алыр. Һин кеше ҡанын ҡойҙоң, Илгә, ҡалаларға, уларҙа йәшәгәндәргә залимлыҡ иттең.


Мин бар халыҡтарҙы дер һелкетәм, Уларҙың хазинаһы бында ағылыр, Мин был Йортто данға күмәсәкмен». Күк ғәскәрҙәре Раббыһы шулай ти.


Шул уҡ мәлдә бик көслө итеп ер тетрәне, ҡаланың ундан бер өлөшө емерелде, ер тетрәүҙән ете мең кеше үлде, ә ҡалғандары, бик ныҡ ҡурҡып, Күк Аллаһын данланы.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ