Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зөлкифел 31:12 - Изге Яҙма

12 Яттар, ҡәүемдәрҙең иң рәхимһеҙҙәре, уны ҡырҡып ерҙә ҡалдырҙы. Ботаҡтары тауҙарға, бөтә үҙәндәргә барып төштө. Япраҡлы тәлгәштәре, һынып, уйһыуҙарға сәселде. Ер йөҙөндәге бөтә халыҡтар, күләгәһенән сығып, уны ташлап китте.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

12 Яттар, ҡәүемдәрҙең иң рәхимһеҙҙәре, уны ҡырҡып ерҙә ҡалдырҙы. Ботаҡтары тауҙарға, бөтә үҙәнлектәргә барып төштө. Япраҡлы тәлгәштәре уйһыуҙарға һынып сәселде. Ер йөҙөндәге бөтә халыҡтар, күләгәһенән сығып, уны ташлап китте.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

12 Яттар, ҡәүемдәрҙең иң рәхимһеҙҙәре, уны ҡырҡып ерҙә ҡалдырҙы. Ботаҡтары тауҙарға, бөтә үҙәндәргә барып төштө. Япраҡлы тәлгәштәре, һынып, уйһыуҙарға сәселде. Ер йөҙөндәге бөтә халыҡтар, күләгәһенән сығып, уны ташлап китте.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зөлкифел 31:12
17 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Һиңә ҡаршы Мин яттарҙы, Ҡәүемдәрҙең яуыздарын ебәрәм; Күркәмлегеңә, аҡылыңа ҡаршы улар Ҡылыстарын ҡындан һурасаҡ, Гүзәллегеңде нәжесләйәсәк.


Навуходоносор һәм уның ҡәүемдәр араһында иң рәхимһеҙ булған халҡы был илде һәләк итер өсөн килтереләсәк. Улар, ҡылыстарын ҡындарынан сығарып, Мысыр ерен мәйет менән тултырасаҡ.


Йылға-ҡултыҡтарын ҡоротам, ерен залим әҙәмдәргә тапшырам, илде, ундағы бөтә нәмәне яттар ҡулы менән вайран итәм. Мин, Раббы, әйттем быны».


Уның күләгәһендә йәшәгәндәр, ҡәүемдәр араһында уға арҡа терәгәндәр ҙә уның менән бергә үлеләр донъяһына, ҡылыстан ҡырылғандар янына төштө.


Ҡәүемдәрҙең иң рәхимһеҙ яугирҙәре Өйөр-өйөр халҡыңды ҡылыстан үткәрер. Мысырҙың тәкәбберлеген һындырыр, Бөтә ғәскәрен тар-мар итер.


Һин исраилдарға ғүмер баҡый дошман булдың, уларға бәлә килгәндә, яза сәғәте һуҡҡанда уларҙы ҡылысҡа бирҙең.


Мин тауҙарыңды үлектәр менән тултырырмын, ҡалҡыулыҡтарыңда, үҙәндәреңдә, бөтә тарлауыҡтарыңда ҡылыстан ҡырылғандар аунап ятыр.


Һин бөтә сиреүең һәм эргәңдәге күмәк халыҡтар менән бергә Исраил тауҙарында һәләк буласаҡһың. Һәр төрлө йыртҡыс ҡоштарға һәм ҡырағай януарҙарға емтек итеп бирәсәкмен һине.


Мин быларҙың барыһын да табыш малы итеп – ят ҡәүемдәргә, яумал итеп донъялағы яуыз әҙәмдәрҙең ҡулына бирәм дә уларҙы нәжесләйәсәктәр.


яңғырауыҡлы тауыш менән былай тине: „Был ағасты ҡырҡығыҙ, Ботаҡтарын ботарлап ташлағыҙ, Япраҡтарын өҙгөләгеҙ, Емештәрен өҙөп ырғытығыҙ. Йәнлектәр уның аҫтынан ҡасһын, Ҡоштар ботағынан осоп китһен.


Юлындағы бар нәмәне ел һымаҡ һепереп уҙа, Ҡеүәттәрен үҙҙәренә алла иткән был әҙәмдәр Ғәйепле, улар язанан ҡаса алмаҫтар».


Башҡаларҙың ил-йорттарын баҫып алыр өсөн Донъяның дүрт тарафын айҡап сапҡан Аяуһыҙ һәм етеҙ ҡәүем халдейҙарҙы күтәрәм.


Һин күргән ун мөгөҙ һәм януар фәхишәгә нәфрәт менән ҡараясаҡ һәм уны бөлгөнлөккә төшөрәсәк, яланғас ҡалдырасаҡ, уның тәнен ашаясаҡ һәм утта яндырасаҡ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ