Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зөлкифел 30:24 - Изге Яҙма

24 Бабил батшаһының ҡеүәтен арттырасаҡмын, ҡылысымды уға тотторасаҡмын. Ә фирғәүендең ҡулдарын һындырасаҡмын. Ул үлемесле яраланған килеш Бабил батшаһының ҡаршыһында ыңғырашасаҡ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

24 Бабил батшаһының ҡеүәтен арттырасаҡмын, ҡылысымды уға тотторасаҡмын. Ә фирғәүендең ҡулдарын һындырасаҡмын. Ул үлемесле яраланған килеш Бабил батшаһының ҡаршыһында ыңғырашасаҡ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

24 Бабил батшаһының ҡеүәтен арттырасаҡмын, ҡылысымды уға тотторасаҡмын. Ә фирғәүендең ҡулдарын һындырасаҡмын. Ул үлемесле яраланған килеш Бабил батшаһының ҡаршыһында ыңғырашасаҡ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зөлкифел 30:24
21 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Эй Куш халҡы, һеҙ ҙә Минең ҡылысымдан үлерһегеҙ».


Бабил батшаһының көсөн арттырасаҡмын, ә фирғәүендең ҡулы һәленеп төшәсәк. Ҡылысымды Бабил батшаһына тотторғас һәм ул уны Мысыр иленә йүнәлткәс, улар Минең Раббы булғанымды белер.


Мин – Раббы, башҡаһы юҡ; Минән башҡа аллалар юҡ. Һин Мине танымаһаң да, Мин һине көслө итермен.


Раббы әйтә: «Мин Кирҙы уң ҡулынан тотоп торам. Халыҡтарҙы уға буйһондорор өсөн, Батшаларҙы ҡоралһыҙландырам. Уның алдында ишектәр асыҡ тора, Ҡапҡалар ябылмай». Раббы Үҙе мәсехләгән кешегә – Кирға былай ти:


Улар бөтәһе лә беҙҙе ҡурҡытырға теләй ине, күңелдәре төшөр ҙә эштәре барып сыҡмаҫ, тип уйланылар. Әммә мин тағы ла тырышыбыраҡ эшкә тотондом.


Раббы Хаким былай ти: «Бабил батшаһы Навуходоносор ҡулы менән Мысырҙың өйөр-өйөр халҡын кәметәм.


Раббы Хаким Тирға былай ти: «Һиндә ҡыйралыш барғанда, емерелеү тауышынан, яралыларҙың ыңғырашыуынан диңгеҙ буйындағы ерҙәр тетрәнмәҫме?


«Бына шундай көндәр килә, – тип белдерә Раббы, – Мин Бабил боттарын язалармын. Бөтә ерҙә яралылар ыңғырашыр.


Балта оҫтаһы алдында балта маһайырмы? Бысҡы уны тартыусы ҡаршыһында эреләнерме? Ҡулындағы таяғы кешенең үҙен күтәреп ырғытырмы? Күҫәк үҙен күтәргән кешене күтәрерме?


Дауыттың маҡтау йыры. Эй Аллам, минең Батшам, Һине ҙурлармын, Исемеңә мәңге маҡтау яуҙырырмын!


Уның хозурындағы балҡыштан, Болоттарҙы үтә тишеп, Боҙборсаҡ һәм утлы ҡуҙҙар яуҙы.


Ҡалала – үлем сигендәгеләр ыңғыраша, Яралылар ярҙам һорап иңрәй, Әммә Алла доғаларын иғтибарға алмай!


Шуға күрә Раббы Хаким былай ти: «Бына, Мин Мысырҙы Бабил батшаһы Навуходоносорға бирәм. Әйҙә, уның байлығын талаһын, талап алғандарын ғәскәренә яумал итеп таратһын.


Навуходоносор һәм уның ҡәүемдәр араһында иң рәхимһеҙ булған халҡы был илде һәләк итер өсөн килтереләсәк. Улар, ҡылыстарын ҡындарынан сығарып, Мысыр ерен мәйет менән тултырасаҡ.


– Эй әҙәм улы, бына Мин Мысыр батшаһы фирғәүендең ҡулын һындырҙым. Уңалһын, ҡылыс тоторлоҡ көсө булһын тип, һис кем тарафынан бәйләнмәне, шифалы бәйҙәр менән уралманы ул.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ