Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зөлкифел 30:18 - Изге Яҙма

18 Мин Мысыр кейҙергән ҡалыпты ватҡан саҡта, Тахпанхеста көн яҡтыһы һүнер, шунда уның тәкәббер ҡеүәте тамам булыр, уны ҡара болот ҡаплап алыр, ҡыҙҙары әсирлеккә алып кителер.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

18 Мин Мысыр кейҙергән ҡалыпты ватҡан сағымда Тахпанхеста көн яҡтыһы һүнер, шунда уның тәкәббер ҡеүәте тамам булыр, уны ҡара болот ҡаплап алыр, ҡыҙҙары әсирлеккә алып кителер.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

18 Мин Мысыр кейҙергән ҡалыпты ватҡан саҡта, Тахпанхеста көн яҡтыһы һүнер, шунда уның тәкәббер ҡеүәте тамам булыр, уны ҡара болот ҡаплап алыр, ҡыҙҙары әсирлеккә алып кителер.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зөлкифел 30:18
30 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ер бите ҡап-ҡараға әйләнде, саранча боҙ-борсаҡтан имен ҡалған бар үләнде, бар ағас емешен һыпырып ашап бөттө, ағаста япраҡ, бөтә Мысыр ерендә үлән әҫәре ҡалманы.


Ул көн Ашшурҙың йөгө яурынығыҙҙан, Ҡалыбы муйынығыҙҙан төшөр. Һимергәнегеҙгә күрә ул ҡалып һынып сығыр».


Күктәге йондоҙҙар, йондоҙлоҡтар нурын һипмәҫ, Тыуыу менән ҡараңғыға сумыр ҡояш, Ай ҙа нурланып балҡымаҫ.


Шөһрәтең лира ауаздары менән бергә Үлеләр донъяһына төштө. Селәүсендәр – аҫтыңдағы түшәк, Өҫтөңдәге япмаң – ер ҡорттары хәҙер.


Ашшурҙарҙы Үҙ еремдә тар-мар итәм, Тауҙарымда уларҙы тапап бөтөрәм. Халҡым Ашшур ҡамытынан, Яурындарындағы йөктән ҡотоласаҡ.


Мысыр тураһында әүлиәлек. Бына Раббы, еңел болотҡа ултырып, Мысырға килер. Мысыр боттары Уның алдында ҡалтырап торор. Ҡурҡыштан мысырҙарҙың йөрәктәре иреп төшөр.


Ул көндө ҡоторған диңгеҙ кеүек Исраилға ажарланып ташланырҙар. Ергә баҡҡан һәр кем тик ҡараңғылыҡ һәм ҡайғы күрер. Ҡара болот яҡтылыҡты ҡаплап алыр.


Күк ғәскәрҙәре Раббыһының асыуы Илде ялҡын һымаҡ өтөп алыр, Халыҡ ялҡынға ем булыр, Туған туғанын йәлләмәҫ.


Сөнки Һин уларҙың муйынындағы ҡалыпты – Елкәләрен баҫып торған йөктө, Уларҙы иҙеүселәрҙең таяғын Мидйәндәрҙе еңгән көндәгеләй һындырып ташланың.


Өҫтәүенә, Ноф менән Тахпанхес халҡы башыңды ярҙы!


Раббы миңә былай тине: – Үҙеңә ҡайыштары менән ҡалып яһап ал да муйыныңа кей.


Шунда Хананъяһ пәйғәмбәр Йермеяһ пәйғәмбәрҙең муйынындағы ҡалыпты тартып алып һындыра һуҡты ла


– Бар, Хананъяһҡа әйт, Раббы былай ти: «Һин ағас ҡалыпты һындырҙың, уның урынына тимер ҡалып яһарһың!


– Ул көндө, – тип белдерә Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, – муйыныңдағы ҡалыбыңды һындырам, бауҙарыңды өҙәм. Бынан ары Яҡуп нәҫеле яттарға ҡол булмаҫ.


Мысыр ерендәге Мигдол, Тахпанхес, Ноф ҡалаларында, Паҫрос ерендә йәшәгән бөтә йәһүҙиҙәр тураһында Йермеяһҡа ошондай һүҙ булды.


«Мысырға хәбәр итегеҙ, Мигдолға ишеттерегеҙ, Нофта, Тахпанхеста иғлан итеп әйтегеҙ: „Аяғүрә баҫ, әҙерлән, Әйләнә-тирәңдәгеләрҙе ҡылыс ялмай“.


Ана бөйөк Хаким асыуынан Сион-ҡыҙҙы Һәр тарафтан болот менән ҡапланы! Исраилдың данын күктән ергә быраҡтырҙы, Аяҡтары аҫтындағы баҫҡысты Асыулы көнөндә хәтеренә төшөрмәне.


Ул бөтә батшалыҡтарҙан да көсһөҙөрәк булыр һәм бүтән бер ҡасан да башҡа ҡәүемдәрҙән өҫтөн була алмаҫ. Башҡа халыҡтар өҫтөнән хакимлыҡ итмәһендәр өсөн Мин уларҙы шулай зәғифләндерермен.


Мысыр халҡын ҡәүемдәр араһына таратасаҡмын, төрлө илдәргә һибәсәкмен.


Сөнки ул көн яҡынлашты, Раббының көнө яҡын! Ул көн болотло буласаҡ, Ҡәүемдәрҙең һәләкәт көнө.


Шунан, Ғедән ағастарының ҡайһыһы затлылығы һәм мөһабәтлеге менән һиңә тиң ине? Әммә хәҙер, Ғедән ағастары менән һин дә түбәнге донъяға төшөрөләсәкһең! Сөннәтһеҙ халыҡтар араһында, ҡылыстан үткәрелгәндәр менән йәнәш ятасаҡһың. Фирғәүендең һәм уның өйөр-өйөр халҡының тәҡдире шулай“», – тип белдерә Раббы Хаким.


Һине һүндереп, күкте ябырмын, Йондоҙҙарҙы ҡараңғыға йәшерермен; Ҡояшты болот менән ҡаплармын, Ай ҙа яҡтылығын һипмәҫ.


Ҡырҙағы ағастар – емеш, тупраҡ мул уңыш бирер. Халыҡ үҙ илендә хәүефһеҙ йәшәр. Муйындарындағы ҡалыпты ватып, уларҙы ҡол иткәндәрҙең ҡулынан ҡотҡарғас, Минең Раббы икәнемде белерҙәр.


Әммә һин ғәрәсәт кеүек уларға ябырыласаҡһың. Һин, бөтә ғәскәрҙәрең һәм һинең менән булған бик күп халыҡтар илде болот һымаҡ ҡаплап аласаҡһығыҙ».


Ҡояш менән ай ҡарайыр, Йондоҙҙарҙың нуры һүнер.


Һеҙҙе ҡол булмаһындар тип Мысырҙан алып сыҡҡан һәм ҡалыбығыҙҙы ватып башығыҙҙы юғары сөйҙөргән Мин Аллағыҙ Раббымын.


Шунда уҡ, ул көндәрҙәге афәттән һуң, «Ҡояш ҡарайыр, ай нурын сәсмәҫ, күктән йондоҙҙар ҡойолор һәм күк көстәре тетрәр».


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ