1 Миңә Раббы һүҙе булды:
Ул көндө Мысыр уртаһында Раббы өсөн ҡорбан усағы төҙөлөр, илдең сигендә Раббы хөрмәтенә изге бағана ҡуйылыр.
Ул килеп Мысыр илен тар-мар итер: Кемгә үлемесле ауырыу яҙған – шул үлемгә, Кемгә әсирлек яҙған – шул һөргөнгә, Кемгә ҡылыс яҙған – шул ҡылысҡа дусар булыр.
Тахпанхеста Йермеяһҡа Раббы һүҙе булды:
Раббының Йермеяһ пәйғәмбәргә халыҡтар тураһында әйткәндәре.
Һөргөнөбөҙҙөң егерме етенсе йылында, беренсе айҙың беренсе көнөндә миңә Раббы һүҙе булды:
– Эй әҙәм улы, йөҙөңдө Мысыр батшаһы фирғәүенгә табан бор, уға һәм бөтә Мысыр халҡына ҡаршы пәйғәмбәрлек ит.
Ул көндә Мин Исраил халҡын көслө итәм һәм уларҙың араһында һинең телеңде асам. Шунда улар Минең Раббы икәнемде белер».
– Эй әҙәм улы, пәйғәмбәрлек итеп әйт, Раббы Хаким былай ти: «„Аһ ул көн!“ – тип һыҡтағыҙ.
Мин тереләр донъяһына ҡурҡыу һаласаҡмын, фирғәүен һәм күп һанлы халҡы ҡылыстан үткәрелгәндәр менән бергә сөннәтһеҙҙәр янына ятасаҡ, – тип белдерә Раббы Хаким.