Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зөлкифел 28:14 - Изге Яҙма

14 Һине, ҡанаттары йәйелгән кирубты, Ҡурсалаусы итеп билдәләнем, Алланың изге тауында булдың, Янар таштар араһында гиҙҙең.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

14 Һине, ҡанаттары йәйелгән кирубты, Ҡурсалаусы итеп билдәләнем, Алланың изге тауында булдың, Янар таштар араһында гиҙҙең.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

14 Һине, ҡанаттары йәйелгән кирубты, Ҡурсалаусы итеп билдәләнем, Алланың изге тауында булдың, Янар таштар араһында гиҙҙең.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зөлкифел 28:14
22 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Уны Осрашыу сатырына, Килешеү һандығына,


Һин Ғедәндә – Алла баҡсаһында – инең; Аҫыл таштар менән биҙәлгәйнең: Ҡыҙыл яҡут, хризолит, алмас, Һары яҡут, оникс, йәшмә, Зәңгәр яҡут, фирүзә һәм зөбәржәт – Барыһы ла алтын менән тирәсләнгән. Улар яратылған көнөңдә үк әҙер ине.


Сөнки мөҡәддәс тауымда, Исраилдың бейек тауында, – тип белдерә Раббы Хаким, – бөтә Исраил нәҫеле, илендә күпме бар, бөтөнөһө, Миңә хеҙмәт итәсәк. Унда уларҙы рәхәтләнеп ҡабул итәсәкмен, саҙаҡаларығыҙҙы, тәүге уңыш ҡорбандарын, бөтә мөҡәддәс бүләктәрегеҙҙе ҡабул итәсәкмен.


Шунан мәсех майы ал да Изге сатырға һәм ундағы бар нәмәгә һөрт: сатырҙы һәм уның барса йыһаздарын изгеләндер – улар изге булыр.


Ләкин, һин Минең ҡөҙрәтемде күрһен һәм исемем бөтә ер йөҙөндә билдәле булһын өсөн, Мин һине иҫән ҡалдырҙым.


Улар: – Ҡайғы, ҡайғы һиңә, эй бөйөк ҡала! Нәфис етен, ҡуйы ҡыҙыл һәм ут-ҡыҙыл кейем кейер, алтын һәм аҫылташтар, ынйылар менән биҙәнер инең.


Мин аттарҙы һәм һыбайлыларҙы ошолай күрҙем: өҫтәренә уттай ҡыҙыл, ҡуйы зәңгәр һәм көкөрт кеүек һарғылт төҫтәге күкрәксәләр кейгәйнеләр. Аттарҙың башы арыҫлан башына оҡшағайны, ауыҙҙарынан ут, төтөн һәм көкөрт бөркөлөп тора ине.


Ул, Алла йәки изге тип аталған бөтә нәмәгә лә ҡаршы сығып, үҙен уларҙан юғары ҡуйып, Алла йортона инеп ултырыр һәм үҙен Алламын тип иғлан итер.


– Эй әҙәм улы, Тирҙың хакимына әйт! Раббы Хаким былай ти: «Һин тәкәбберләнеп киттең: „Мин – алламын, Диңгеҙҙәрҙең ҡуйынында Алла тәхетендә ултырам“, – тинең. Аҡылың менән үҙеңде Аллаға тиңмен тип һанаһаң да, Һин алла түгел, әҙәмһең.


Балта оҫтаһы алдында балта маһайырмы? Бысҡы уны тартыусы ҡаршыһында эреләнерме? Ҡулындағы таяғы кешенең үҙен күтәреп ырғытырмы? Күҫәк үҙен күтәргән кешене күтәрерме?


Ашшурҙы аллаһыҙ ҡәүемгә ҡаршы ебәрәм, Асыуымды ҡабартҡан халыҡҡа һөжүм итергә, Таларға һәм яумал итеп алырға, Урам балсығы һымаҡ тапарға әмер бирәм.


Ул быны үҙенән һөйләмәне, ә шул йылда иң баш ҡаһин булараҡ, Ғайсаның халыҡ өсөн, йәһүд халҡы өсөн генә түгел, ә барса ерҙәргә таралған Алла балаларын бергә йыйыр өсөн үләсәген алдан әйтеп бирҙе.


Ана бөйөк Хаким асыуынан Сион-ҡыҙҙы Һәр тарафтан болот менән ҡапланы! Исраилдың данын күктән ергә быраҡтырҙы, Аяҡтары аҫтындағы баҫҡысты Асыулы көнөндә хәтеренә төшөрмәне.


Раббының шөһрәте, ҡорамдың тупһаһынан китеп, кирубтарҙың өҫтөнә торҙо.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ