Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зөлкифел 26:20 - Изге Яҙма

20 Мин һине үлем соҡорона төшкәндәр менән берлектә боронғо замандарҙа йәшәгәндәр янына төшөрәм. Мин һине түбәнге донъяла, мәңгелек харабалар араһында, үлем соҡорона төшөүселәр араһында төйәкләндерәм. Башҡаса һиндә кеше йәшәмәҫ, һәм тереләр донъяһында урын таба алмаҫһың.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

20 Мин һине үлем соҡорона төшкәндәр менән берлектә боронғо замандарҙа йәшәгәндәр янына төшөрәм. Мин һине түбәнге донъяла, мәңгелек харабалар араһында, үлем соҡорона төшөүселәр араһында төйәкләндерәм. Башҡаса һиндә кеше йәшәмәҫ һәм тереләр донъяһында урын таба алмаҫһың.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

20 Мин һине үлем соҡорона төшкәндәр менән берлектә боронғо замандарҙа йәшәгәндәр янына төшөрәм. Мин һине түбәнге донъяла, мәңгелек харабалар араһында, үлем соҡорона төшөүселәр араһында төйәкләндерәм. Башҡаса һиндә кеше йәшәмәҫ, һәм тереләр донъяһында урын таба алмаҫһың.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зөлкифел 26:20
26 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Дауыттың мәҙхиәһе. Эй илаһи заттар, Раббыға лайыҡ булғанды бирегеҙ – Раббының ҡөҙрәте менән шөһрәтен танығыҙ!


Һәммәһе һиңә өндәшеп, әйтер: „Һин дә беҙҙең кеүек көсһөҙ хәҙер, Хас та беҙгә оҡшап ҡалдың!“


Ер аҫтындағы үлеләр донъяһы: „Хуш киләһең“, – тип, Һине ҡаршыларға ашҡына, эй Бабил батшаһы! Ер йөҙөндә хаким булғандарҙың әруахтарын уятты, Ҡәүемдәргә идара иткән батшаларҙың рухтарын, Тәхеттәренән ҡалҡытып, аяҡҡа баҫтырҙы.


Шунан Раббы Сион тауының һәм унда йыйылғандарҙың өҫтөнә көндөҙ – болот, төндә төтөнләп янып торған ут ебәрер. Раббының шөһрәте бөтә нәмәне япма һымаҡ ҡаплап торор.


Һуҡыр һымаҡ диуарға тотоноп, Күҙһеҙ кеүек һәрмәнеп йөрөйбөҙ. Төшлөктә эңерҙәгеләй һөрөнәбеҙ, Һау-сәләмәттәр араһында – үлекбеҙ.


Ер йөҙөндәге бөтә ҡәүемдәр алдында был ҡала Минең өсөн шатлыҡ, маҡтау һәм шөһрәт инешенә әйләнер. Йәрүсәлим халҡына эшләгән бөтә яҡшылыҡтарымды һәм уларға биргән именлекте күреп, был ҡәүемдәр ҡурҡыуға ҡалып тетрәнер».


Мәжбүр итте дөм ҡараңғыла йәшәргә, Оҡшап ҡалдым әллә ҡасан үлгән әҙәмгә.


Һыу буйында үҫкән һис бер ағас бынан ары ул тиклем юғары күтәрелмәһен, остары болоттарға теймәһен! Һыуға туйған һис бер ағас ундай бейеклеккә ирешмәһен өсөн эшләнде был. Уларҙың барыһы ла, фани бәндәләр менән бергә, үлем соҡорона, түбәнге донъяға дусар ителгән“.


Халҡым Исраил араһында изге исемемде танытасаҡмын. Бынан ары изге исемемде хурларға бирмәйәсәкмен. Шунда ҡәүемдәр Минең Раббы, Исраилдың Изгеһе булғанымды беләсәктәр.


Үлеләр донъяһына төшһәләр ҙә, Унда ла ҡулым барып етәсәк. Күккә менеп ҡасһалар ҙа, Унан да һөйрәп төшөрәсәкмен.


Ул балыҡ ҡарынынан Раббыға, үҙ Аллаһына, ялбарҙы:


Һыуҙар алҡымымдан алды, Әйләнә-тирәмдә – упҡын, Башымды ылымыҡтар сорнаны.


Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Үҙенең шөһрәте хаҡына мине һеҙҙе талаған ҡәүемдәр алдына ошо хәбәрҙе әйтергә ебәрҙе: «Һеҙгә ҡағылған кеше Минең күҙ алмама ҡағыла.


Әгәр инде Раббы ғәҙәттән тыш ғәмәл ҡылып, ер ауыҙын асһа һәм уларҙы барлыҡ мөлкәттәре менән бергә йотһа, улар тереләй үлеләр донъяһына төшһә, был кешеләрҙең Раббынан ваз кискәнен аңларһығыҙ.


Бөтә әйберҙәре менән улар тереләй үлеләр донъяһына төштө. Ер ауыҙын япты һәм улар халыҡ араһынан юҡ булды.


Эй Капернаум, әллә һине күккә тиклем күтәрерҙәр тип уйлайһыңмы? Юҡ, үлеләр донъяһына тиклем түбән ырғытылырһың. Әгәр һиндә ҡылынған мөғжизәләр Содомда күрһәтелһә, ул хәҙерге көнгәсә торор ине.


Эй, Капернаум, әллә һине күккә тиклем күтәрерҙәр тип уйлайһыңмы? Юҡ, үлеләр донъяһына тиклем түбән ырғытылырһың!


Алла боронғо донъяны ла аямаған, бары тик тәҡүә тормошто вәғәзләгән Нухты һәм тағы ла ете кешене иҫән ҡалдырып, аллаһыҙҙар өҫтөнә туфан ебәргән.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ