Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зөлкифел 26:17 - Изге Яҙма

17 Улар һинең хаҡта һыҡтау йырын көйләр: „Эй даның таралған, диңгеҙселәр төйәкләнгән ҡала, Һин һәләк булдың! Һин һәм һиндә йәшәүселәр Диңгеҙҙә иң ҡөҙрәтле инегеҙ, Бар халыҡты дәһшәткә һалдығыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

17 Улар һинең хаҡта һыҡтау йырын көйләр: „Эй даның таралған диңгеҙселәр төйәкләнгән ҡала, Һин һәләк булдың! Диңгеҙҙә иң көслө инең, Һин үҙеңдә йәшәүселәр менән Барса халыҡты дәһшәткә һала инегеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

17 Улар һинең хаҡта һыҡтау йырын көйләр: „Эй даның таралған, диңгеҙселәр төйәкләнгән ҡала, Һин һәләк булдың! Һин һәм һиндә йәшәүселәр Диңгеҙҙә иң ҡөҙрәтле инегеҙ, Бар халыҡты дәһшәткә һалдығыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зөлкифел 26:17
27 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

«Эй Исраил, һинең күркең тауҙарыңда башын һалды! Ҡайһылай ҡоланы бәһлеүәндәр!


Эй һин, балҡыу йондоҙ, таң улы, Нисек күктән ҡолап төштөң? Эй һин, ҡәүемдәрҙе еңеүсе, Ергә төшөп, селпәрәмә килдең.


Оял, Сидон, диңгеҙ ярындағы ҡәлғә! Сөнки диңгеҙ һиңә әйтә: «Мин тулғаҡ ғазабы кисермәнем, бала тапманым, Уландар тәрбиәләмәнем, Ҡыҙҙар үҫтермәнем».


Батшаларға таж кейҙергән Тирға Бындай яҙмышты кем билдәләне? Был ҡаланың сауҙагәрҙәре – шаһзада, Эшҡыуарҙары донъяның иң хөрмәтлеләре ине.


«Селпәрәмә килде! Ҡайһылай илашалар. Оятҡа ҡалып артына боролдо!» Тирә-яғындағылар өсөн Мәсхәрә һәм дәһшәт өлгөһө булды Моав!


Бөтә донъяны емергән балға ине, Инде үҙе ватылды, емерелде! Бабил бар ҡәүемдәр араһында Ҡот осорғос нәмәгә әүерелде!


Бисара халҡым, ҡыл туҡыма уран, Көлгә ятып ауна. Яңғыҙ улың өсөн йәш түккәндәй, Әсенеп, әрнеп ила, Сөнки дошман беҙгә көтмәгәндә һөжүм итер.


Эй Йәрүсәлим, сәсеңде ҡырҡып ташла, Яланғас ҡалҡыулыҡтарҙа һыҡта. Сөнки асыуын ҡабартҡан был нәҫелдән Раббы ваз кисте, уны ташланы.


Эй ҡатындар, Раббы һүҙен ишетегеҙ! Уның ауыҙынан сыҡҡан һәр һүҙгә ҡолаҡ һалығыҙ. Ҡыҙҙарығыҙҙы – һыҡтарға, Бер-берегеҙҙе ҡайғы йырына өйрәтегеҙ.


Хисапһыҙ күп халҡы булған ҡала Япа-яңғыҙ ташлап ҡалдырылған! Ҡәүемдәр араһында бөйөк һаналған Инде тол ҡатынға оҡшаш. Өлкәләр араһында батшабикә булған Был ҡала ҡоллоҡҡа төшкән.


– Ә һин Исраил хакимдары өсөн һыҡтау йырлап әйт:


Олононан ут сыҡты ла Емештәрен ялмап алды, Хакимлыҡ таяғы булырлыҡ Көслө ботағы ҡалманы». Был – һыҡтау йыры, ул һыҡтау йыры булып ҡаласаҡ.


Мысыр өсөн йырланасаҡ һыҡтау йыры ошо. Ҡәүемдәрҙең ҡыҙҙары йырлаясаҡ уны. Мысыр һәм уның өйөр-өйөр халҡы хаҡында йырланасаҡ ул“», – тип белдерә Раббы Хаким.


– Эй әҙәм улы, Мысыр батшаһы фирғәүен тураһында һыҡтау йыры йырла, әйт уға: «Һин халыҡтар араһында – гүйә йәш арыҫлан; Һин диңгеҙҙәге аждаһа кеүекһең: Йылғаларыңды күбекләндерәһең, Аяҡтарың менән һыуҙы болғандырып, Йылғаларҙы бысратаһың.


Уларҙың ҡәберҙәре – үлем соҡороноң иң төбөндә, Ашшурҙың ҡәберенең эргә-тирәһендә. Тереләр донъяһына ҡурҡыу һалғандарҙың һәр береһе һәләк булған, ҡылыстан үткәрелгән.


Улар үлеләр донъяһына һуғыш ҡоралдары менән ингән, ҡылыстары баштары аҫтына һалынған, ҡалҡандары һөйәктәрен ҡаплаған, боронғо замандарҙа һәләк булған яугирҙәр менән бергә ятмай. Ә бит был яугирҙәр ҡасандыр тереләр донъяһында дәһшәт һала торғайны.


Ҡайһылай баҡырыша мал-тыуар! Ҡабыр үлән, утлар көтөүлекһеҙ Темеҫкенеп йөрөй башмаҡтар, Кәзә-һарыҡ көтөүҙәре ыҙалана.


Ҡараҡ төштөмө әллә өйөңә, Әллә төнгө бурҙар керҙеме, Ниңә шулай бер нәмәһеҙ ҡалдың? Улар ҙа бит тик кәрәген генә алыр ине. Йөҙөм йыйыусылар баҡсаңа ингән хәлдә лә, Бер аҙ йөҙөм ҡалдырмаҫ инеме ни?


Ул көндө һеҙҙе ғибрәт итеп һөйләрҙәр, Хәсрәтле йыр һүҙҙәрен ҡабатлап үсекләрҙәр: „Таланылар беҙҙе, таланылар! Минең халҡымдың өлөшөн һаталар! Ҡайғы беҙгә! Еребеҙ тартып алына! Баҫыуҙарыбыҙҙы беҙҙе әсиргә алғандарға өләшәләр“.


Хәүефһеҙ йәшәгән бөйөк ҡаламы был? Маҡтанып эстән генә: «Донъяла миңә тиңдәр юҡ», – тип әйтә ине; Бына хәҙер инде ул хараба, Ҡош-кейектәр өсөн оя булды! Үткән-һүткән һәр кем мәсхәрәләп, Һыҙғырып ебәрер, бот сабыр.


Рамаға табан йүнәлә, Тир ҡәлғәһенән Хосаға борола һәм диңгеҙгә барып сыға. Ер биләмәһенә Махлав, Ахзив төбәге,


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ