Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зөлкифел 24:7 - Изге Яҙма

7 Ҡала эсендә ҡан ҡойолдо; Яланғас ҡая өҫтөнә түкте ҡанды, Туҙан менән булһа ла ҡапланырлыҡ урынға ла түкмәне.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

7 Ҡала эсендә ҡан ҡойолдо, Ҡанды тупраҡ һибер өсөн хатта ергә лә түкмәне, Уны яланғас ҡаяға ағыҙҙы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

7 Ҡала эсендә ҡан ҡойолдо; Яланғас ҡая өҫтөнә түкте ҡанды, Туҙан менән булһа ла ҡапланырлыҡ урынға ла түкмәне.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зөлкифел 24:7
12 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Һин уға, Раббы былай тип әйтә, тиген: «Нимә, үлтерҙең дә, инде баҡсаһына хужа булырға йөрөйһөңмө? Эттәр Навоҫтың ҡанын ҡайһы урында ялаған, һинең ҡаныңды ла шунда ялаясаҡ».


Һеңдермәһәңсе ҡанымды, тупраҡ! Зарлы тауышым тынып ҡалмаһын!


Сөнки донъяла йәшәгәндәрҙе Енәйәттәренә күрә язаларға Бына, Раббы Үҙенең торлағынан сыға. Шул саҡ ер үҙенә түгелгән ҡандарҙы күрһәтәсәк, Үлтерелгәндәрҙе башҡаса йәшермәйәсәк.


Ҡиәфәттәре үҙҙәренә ҡаршы шаһитлыҡ итә; Гонаһтарын һис тә йәшермәйҙәр, Содом халҡы кеүек асыҡтан-асыҡ һөйләйҙәр. Үҙ баштарына бәлә алалар – ҡайғы уларға!


Итәктәрең бер ғәйепһеҙ үлтерелгән Ярлы әҙәмдәрҙең ҡанына бысранған. Ә бит һин уларҙы бурлыҡ өҫтөндә тотманың. Әммә, шуға ҡарамаҫтан,


Әшәке ғәмәлдәре өсөн оялалармы? Ҡайҙа оялыу, ҡыҙара ла белмәйҙәр! Шуға күрә ҡолағандар араһына йығылырҙар; Уларҙы язалаған сағымда Һөрлөгөп барып төшөрҙәр», – ти Раббы.


Түккән ҡаның арҡаһында ғәйепкә тарының, яһаған боттарың менән үҙеңде нәжесләнең һәм яза көнөңдө яҡынайттың, йылдарыңдың ахырына еттең. Шуға күрә һине ҡәүемдәргә мәсхәрәгә бирермен, бөтә илдәрҙең күҙ алдында көлкөгә ҡаласаҡһың.


Әммә тәҡүә кешеләр уларҙы хөкөм итәсәк. Зина иткән, ҡан түккән ҡатындарға бирелә торған яза менән хөкөм итәсәктәр уларҙы. Сөнки был ике ҡатын зина ҡылды, уларҙың ҡулдары ҡанлы.


Әгәр ҙә Исраил халҡынан йәки арағыҙҙа йәшәгән килмешәктәрҙән берәйһе һунарҙа һеҙгә ашарға мөмкин булған йәнлек йәки ҡош аулаһа, уның ҡанын ағыҙһын һәм тупраҡ менән ҡаплап ҡуйһын.


«Кешеләргә бәлә күндерермен, Һуҡыр һымаҡ ҡайҙа барғандарын белмәҫтәр, Сөнки Миңә ҡаршы гонаһ ҡылдылар, – ти Раббы. – Шуға күрә ҡандары һыу һымаҡ ағыр, Эсәктәре тиреҫ һымаҡ туҙрап ятыр.


Тик ҡан ашамағыҙ. Ҡанды һыу кеүек ергә ағыҙығыҙ.


Ашама уны, һыу һымаҡ ергә түк.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ