Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зөлкифел 24:16 - Изге Яҙма

16 – Эй әҙәм улы, бер ауырыу ебәреп, күҙҙәреңдең ҡыуанысын тартып аласаҡмын. Әммә һыҡтама, илама, күҙҙәреңдең йәше түгелмәһен.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

16 – Эй әҙәм улы, бер ауырыу ебәреп күҙҙәреңдең ҡыуанысын тартып аласаҡмын. Әммә һыҡтама, илама, күҙҙәреңдең йәше түгелмәһен.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

16 – Эй әҙәм улы, бер ауырыу ебәреп, күҙҙәреңдең ҡыуанысын тартып аласаҡмын. Әммә һыҡтама, илама, күҙҙәреңдең йәше түгелмәһен.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зөлкифел 24:16
17 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

«Аһ-зарым бөгөн тағы ла әрнеүлерәк, Ыңғырашыуымды тыйырға тырышам.


Һаҡ бул, байлыҡ башыңды әйләндермәһен, Мул ришүәт үҙеңде юлдан яҙҙырмаһын.


Һөйкөмлө боланыңдың, гүзәл ҡоралайыңдың күкрәктәре һәр ваҡыт кинәнескә сорнаһын, – уның һөйөүе менән ләззәтләнеп йәшә.


Ирендәрең затлы шарап һымаҡ татлы. Был шарап һөйгәнемә ағылһын, Ирендәрем һәм тештәрем араһынан тамылйыһын.


Әгәр әйткәнемә ҡолаҡ һалмаһағыҙ, Күңелемдең иң-иң төпкөлөндә Тәкәбберлегегеҙ өсөн илармын, Күҙемдән әсе йәш йылға булып ағыр, Сөнки Раббының көтөүе Әсирлеккә алып кителә.


Раббы былай ти: – Йыназалы өйгә инмә, улар менән бергә илап, ҡайғырышып ултырма, сөнки был халыҡты тыныслыҡтан мәхрүм иттем, тоғро мөхәббәтемде һәм рәхим-шәфҡәтемде тартып алдым, – тип белдерә Раббы. –


Үлгән өсөн иламағыҙ, йәш түкмәгеҙ; Һөргөнгә алып кителгәнгә әрнеп илағыҙ, Сөнки ул инде әйләнеп ҡайтмаҫ, Тыуған ерен башҡаса күрмәҫ.


Шуға күрә Раббы Йәһүҙә батшаһы Йеһояҡим Йошияһ улы тураһында былай ти: «Уның өсөн бер кем дә: „Аһ, туғаным! Аһ, ҡарындашым һымаҡ яҡыным!“ – тип ҡайғырмаҫ. Уның өсөн һис кем: „Эй хакимым! Эй ғали йәнәп!“ – тип йәшен түкмәҫ.


Әгәр ҙә башым – инеш, Күҙҙәрем йәш шишмәһе булһа, Бисара халҡымдың үлтерелгәндәре өсөн Көнө-төнө илар инем!


«Тиҙерәк килеп, беҙҙең өсөн һыҡтаһындар, Күҙҙәребеҙ йәш түкһен, Керпегебеҙҙән һыуҙар ағылһын», – ти халыҡ.


Халыҡ бөйөк Хакимға бөтә йөрәктән ялбара! Эй Сион-ҡыҙ диуарҙары, Йәшең йылға булып аҡһын, Тынма көн-төн, күҙеңә йоҡо ҡунмаһын.


Мин иртәнсәк халыҡ менән һөйләштем, ә кискеһен минең ҡатыным үлде. Иртәгәһенә, миңә нисек бойоролған булһа, шулай эшләнем.


Ҡатынының туғандары өсөн ул үҙен нәжесләп хурларға тейеш түгел.


Имандаштар, һеҙ өмөттәре булмаған башҡа кешеләр кеүек ҡайғырмаһын өсөн, үлем йоҡоһона талғандар тураһында белеүегеҙҙе теләйем.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ