Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зөлкифел 23:32 - Изге Яҙма

32 Раббы Хаким былай ти: «Апайыңдың туҫтағынан эсәсәкһең, Ул тәрән дә, ҙур ҙа. Көләсәктәр һинән, мыҫҡыл итәсәктәр, Ул туп-тулы туҫтаҡ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

32 Раббы Хаким былай ти: «Апайыңдың туҫтағынан эсәсәкһең, Ул тәрән дә, ҙур ҙа. Көләсәктәр һинән, мыҫҡыл итәсәктәр, Ул туп-тулы туҫтаҡ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

32 Раббы Хаким былай ти: «Апайыңдың туҫтағынан эсәсәкһең, Ул тәрән дә, ҙур ҙа. Көләсәктәр һинән, мыҫҡыл итәсәктәр, Ул туп-тулы туҫтаҡ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зөлкифел 23:32
23 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Үҙем биргән тупраҡтан Исраилды ҡырҡып ташлармын; исемемә бағышланып, Мин изгеләштергән ҡорамдан ваз кисермен һәм бөтә халыҡтар алдында Исраил мәсхәрәгә ҡалып, ғибрәткә әйләнер.


Тир ҡыҙы бүләктәр менән килер, Байҙар илтифатыңды ҡаҙанырға ынтылыр.


Төшөнкөлөк күңелемде алды, Ер сигенән саҡырамын Һине. Артыла алмаҫлыҡ ҡаяға алып мен мине,


Уян, уян, аяҡҡа баҫ, Йәрүсәлим! Һин Раббының ҡулынан асыу туҫтағын алып эстең. Һине сайҡалдырған туҫтағыңды төбөнә тиклем бушаттың.


Мин бөтә төньяҡ ҡәбиләләрен һәм Бабил батшаһы ҡолом Навуходоносорҙы саҡырам, – тип белдерә Раббы. – Уларҙы был ергә, ошонда йәшәүселәргә, яҡын-тирәләге башҡа халыҡтарға ҡаршы алып киләм. Уларҙы тотош юҡ итәсәкмен, илдәрен ҡурҡыныс урынға әйләндереп, мәсхәрәгә төшөрөрмөн, мәңгелек харабаға әүерелдерермен.


Иҫерткәнсе эсер Моавты, сөнки Раббы ҡаршыһында эреләнде. Әйҙә, Моав үҙ ҡоҫҡолоғонда аунаһын, әҙәм көлкөһөнә ҡалһын!


Раббы Хаким былай ти: «Исраилды мыҫҡыл итеп, бар күңелдән ҡыуана-ҡыуана ҡул сапҡаның һәм аяҡ тыпырҙатҡаның өсөн,


– Эй әҙәм улы! Йәрүсәлим тураһында Тир ҡалаһы: «Әһә, әһә! Халыҡтар ҡапҡаһы булған ҡала емерелде, ҡапҡалары миңә асылды. Инде ул бушап ҡалғанда, мин байып китәсәкмен», – тигәйне.


Исраил халҡының биләмәһе бушап ҡалғанға нисек ҡыуанған булһаң, һинең менән дә шулай эшләйәсәкмен. Эй Сеғир тауҙары – бөтә Эдом иле – емереклеккә әйләнеп, буп-буш ҡаласаҡһығыҙ. Шунда Минең Раббы икәнемде беләсәктәр».


Шуға күрә пәйғәмбәрлек итеп әйт, Раббы Хаким былай ти: «Һеҙҙе башҡа халыҡтарҙың мөлкәте булһын, уларҙың теленә ҡалһын, ғәйбәтенә тарыһын өсөн һәр яҡтан талаған һәм йолҡҡолаған өсөн,


Мин һине, Йәрүсәлим, харабаға әйләндерәм, тирә-яғыңдағы ҡәүемдәр һәм эргәңдән үтеп-һүтеп йөрөүселәрҙең күҙе алдында хурлыҡҡа ҡалдырам.


Асыуланып һәм ярһып, ҡаты язалар менән һине хөкөм иткән сағымда тирә-яғыңдағы халыҡтар араһында мәсхәрә, хурлыҡ, ғибрәт һәм дәһшәт өлгөһө буласаҡһың. Мин, Раббы, әйттем быны.


Һис файҙаһыҙ нәмәләргә әйләнеп ҡайттылар, Яҙа атҡан йәйәгә оҡшап ҡалдылар. Етәкселәре маҡтансыҡ телмәрҙәре өсөн Яза ҡылысынан ҡыйылырҙар: Мысыр ерендә уларҙан Ана шулай әсе көлөрҙәр.


Хәлемә ҡыуанма, эй дошманым! Мин йығылһам да, торормон, Ҡараңғылыҡта ҡалһам да, Раббым миңә яҡтылыҡ булыр.


Раббы һеҙҙе араларына һөргән бар халыҡтар өсөн имәнес, ғибрәтле бер миҫал, әҙәм көлкөһө булырһығыҙ.


Бөйөк ҡала өс өлөшкә бүленде һәм халыҡтарҙың ҡалалары емерелде. Шулай итеп, Алла бөйөк Бабил ҡалаһын иҫенә төшөрҙө һәм уға Үҙенең ярһыу нәфрәт туҫтағынан шарап эсергә бирҙе.


Ул бүтәндәргә нисек булған булһа, һеҙ ҙә уға шулай яуап ҡайтарығыҙ, уның ҡылған эштәренә хаҡты икеләтә ҡайтарығыҙ, уның бүтәндәргә тип эсемлек әҙерләгән туҫтағында үҙенә икеләтә ҡеүәтле эсемлек әҙерләгеҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ