Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зөлкифел 23:3 - Изге Яҙма

3 Улар Мысырҙа фәхешлек иттеләр, йәш ваҡыттарынан фәхешлек юлына баҫтылар. Шунда уларҙың түштәрен тызынылар, ғиффәтле имсәктәрен һыйпанылар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

3 Улар Мысырҙа фәхешлек иттеләр, йәш ваҡыттарынан фәхешлек юлына баҫтылар. Шунда уларҙың түштәрен тызынылар, ғиффәтле имсәктәрен һыйпанылар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

3 Улар Мысырҙа фәхешлек иттеләр, йәш ваҡыттарынан фәхешлек юлына баҫтылар. Шунда уларҙың түштәрен тызынылар, ғиффәтле имсәктәрен һыйпанылар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зөлкифел 23:3
17 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Йәһүҙә тыйғыһыҙ фәхешлеге менән ерҙе нәжесләне, таш менән дә, ағас менән дә зина ҡылды.


Әммә һин гүзәллегеңә ышандың, шөһрәтең менән файҙаланып, фәхешлек юлына баҫтың, һәр үткенсе менән зина ҡылдың.


Ошо әшәкелектәреңде эшләгәндә һәм зина ҡылғанда һин үҙеңдең йәш сағыңды – яланғас, шәп-шәрә, ҡаныңа батып, тыбырсынып ятҡан ваҡытыңды – иҫеңә төшөрмәнең.


Мин уларға, һәр берегеҙ бил бөккән ерәнгес һындарҙы алып быраҡтырһын, Мысырҙың боттары менән үҙен нәжесләмәһен, Мин Раббы – һеҙҙең Аллағыҙ, тинем.


Әммә улар Миңә ҡаршы баш күтәрҙе, әйткәнемә ҡолаҡ һалманы. Бер кем дә үҙе бил бөккән ерәнгес боттарҙы алып ташламаны, Мысырҙың боттарын ырғытманы. Шунда Мысырҙа ярһыуымды уларҙың өҫтөнә яуҙырасағымды, асыуымды түгәсәгемде әйттем.


Ул иһә, йәш сағында Мысырҙа уйнаш иткәндәрен иҫенә төшөрөп, тағы ла нығыраҡ аҙа бирҙе.


Шулай итеп, һин, эй Оһолива, йәшлек йылдарыңдағы аҙғынлыҡтарыңды һағындың, ул заманда мысырҙар саф күкрәгеңде һәрмәгәнде, түшеңде тызығанды хәтереңә төшөрҙөң.


Уны төп күтәрә эсәсәкһең. Уның ярсыҡтарын кимерәсәкһең, Күкрәгеңә яра һаласаҡһың. Быны Мин әйттем», – тип белдерә Раббы Хаким.


Өлкәненең исеме – Оһола, һеңлеһенеке Оһолива ине. Улар Минеке булды, улдары һәм ҡыҙҙары тыуҙы. Оһола – Самария, ә Оһолива Йәрүсәлим ине.


Шунда Мин: «Был ҡатын фәхешлек ҡылып хәлдән тайған булһа ла, һаман уның менән уйнаш итәләрме?» – тинем.


Ул Мысырҙа башлаған фәхешлеген ташламаны. Сөнки йәш сағынан уҡ уны түш аҫтына һалдылар, саф күкрәктәрен иҙҙеләр, аҙғынлыҡтарын уның өҫтөнә түктеләр.


Бына Раббының Һошеяғҡа мөрәжәғәт итеп әйткән һүҙ башы. Раббы Һошеяғҡа былай тине: – Бар, үҙеңә фәхишә ҡатын һәм уның фәхештән тыуған балаларын ал, сөнки был ил, Раббыһына хыянат итеп, фәхешлеккә батты.


Шунан йөҙөм баҡсаларын ҡайтарып бирермен, Ғахор үҙәнен Өмөт ҡапҡаһына әйләндерермен. Шунда ул йәш сағындағы, Мысырҙан сыҡҡан көнөндәге һымаҡ яуап ҡайтарыр.


Бынан ары Исраил халҡы кәзә тәкәһе ҡиәфәтендәге ендәргә ҡорбан килтермәһен, улар менән зина ҡылмаһын. Был – улар өсөн быуындан-быуынға мәңгелек ҡағиҙә.


Мысырҙа нисек йәшәгәнебеҙҙе, төрлө ҡәүемдәр араһынан бында нисек килгәнебеҙҙе беләһегеҙ.


– Шуның өсөн, – тине Йушағ, – Раббынан ҡурҡығыҙ һәм Уны хөрмәтләгеҙ, Уға намыҫлы һәм тоғро хеҙмәт итегеҙ. Ата-бабаларығыҙ Евфрат йылғаһының аръяғында һәм Мысырҙа табынған барлыҡ илаһтарҙан ваз кисегеҙ һәм бары тик Раббыға ғына ғибәҙәт ҡылығыҙ.


Был ике шаһиттың кәүҙәһе исеме кинәйәләп аталған Содом һәм Мысыр тип аталған бөйөк ҡала урамдарында ятыр. Уларҙың Раббыһы шунда арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланған булған да инде.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ