Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Зөлкифел 23:18 - Изге Яҙма

18 Күҙ алдында уйнаш итеп, оятын асҡас, уның апаһынан күңелем ҡайтҡан кеүек, унан да ваз кистем.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

18 Күҙ алдында уйнаш итеп, оятын асҡас, уның апаһынан күңелем ҡайтҡан кеүек, унан да ваз кистем.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

18 Күҙ алдында уйнаш итеп, оятын асҡас, уның апаһынан күңелем ҡайтҡан кеүек, унан да ваз кистем.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Зөлкифел 23:18
20 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Аҡһөйәктәр өҫтөнә Раббы хурлыҡ яуҙыра, Юлһыҙ ерҙәрҙә уларҙы аҙаштыра.


Ҡиәфәттәре үҙҙәренә ҡаршы шаһитлыҡ итә; Гонаһтарын һис тә йәшермәйҙәр, Содом халҡы кеүек асыҡтан-асыҡ һөйләйҙәр. Үҙ баштарына бәлә алалар – ҡайғы уларға!


Ишегең артына, ишек яңаҡтарың артына Ерәнгес тамғалар ҡуйҙың. Мине ташлап, түшәгеңде астың, Уны киңәйттең, уйнаштарың менән килешеү беркеттең. Бергә ятырға тип йән аттың, Күҙ алмай уларҙың яланғаслығына баҡтың.


Үҙ халҡым Миңә урмандағы арыҫлан һымаҡ булды, Ул Миңә ҡаршы тауыш күтәрҙе; Шуға күрә уға нәфрәтләндем.


Раббы миңә былай тине: – Муса менән Шемуил ҡаршыма баҫып ялбарһа ла, был халыҡҡа күңелем йомшармаҫ ине. Ҡыу уларҙы күҙ алдымдан, китһендәр!


Киҫәтеүгә ҡолаҡ һал, эй Йәрүсәлим, Юҡһа һинән ваз кисермен, Һине ташландыҡ ергә, Кешеһеҙ урынға әйләндерермен».


Әшәке ғәмәлдәре өсөн оялалармы? Ҡайҙа оялыу, ҡыҙара ла белмәйҙәр! Шуға күрә ҡолағандар араһына йығылырҙар; Улар язаланған мәлдә Һөрлөгөп барып төшөрҙәр», – ти Раббы.


Бөйөк Хаким Үҙенең ҡорбан усағынан ваз кисте, Изге торлағынан баш тартты. Сион һарайҙарын уратҡан диуарҙарҙы Дошман ҡулына тапшырҙы – Улар хәҙер байрамдағы һымаҡ, Раббы йортонда шау-гөр киләләр.


Раббы Хаким былай ти: «Аҙғынлыҡҡа бирелгәнең һәм фәхешлек иткәндә уйнаштарың алдында оятың асылған өсөн, бөтә ерәнгес боттарың һәм һин уларға биргән балаларыңдың ҡаны өсөн –


Шуға күрә Раббы Хаким былай ти: «Ғәйебегеҙҙе фаш ҡылып, барлыҡ эштәрегеҙҙә лә гонаһтарығыҙҙы күрһәтеп, ҡылған енәйәттәрегеҙҙе үҙегеҙ хәтергә төшөргән өсөн һеҙҙе әсир итеп аласаҡтар.


Улар Оһоланың оятын асты, улдарын һәм ҡыҙҙарын тартып алды, үҙен ҡылыстан үткәрҙе. Уны язаға дусар иттеләр, һәм уның ҡатындар араһында яманаты таралды.


Ул иһә, йәш сағында Мысырҙа уйнаш иткәндәрен иҫенә төшөрөп, тағы ла нығыраҡ аҙа бирҙе.


Шуға күрә уны үҙе йән атҡан уйнаштары – Ашшур улдарының ҡулына бирҙем.


«Әсәйегеҙҙе әрләгеҙ, әрләгеҙ, Сөнки башҡаса ул Минең ҡатыным түгел, Мин дә уның ире түгелмен. Әйҙә, ул йөҙөнән фәхешлекте, Ҡуйынынан хыянатты алып ташлаһын.


Исраилды дауаларға теләгән сағымда, Әфраимдың намыҫһыҙлығы, Самарияның яуызлығы асылды. Улар мәкер менән эш итә, Бурҙары өйҙәргә баҫып инә, Юлбаҫарҙары урамда талай.


«Байрамдарығыҙҙы күрә алмайым, кире ҡағам, Тантаналы йыйындарығыҙҙы хуш күрмәйем, – ти Раббы. –


Раббы Хаким Үҙе менән ант итә, Раббы, Күк ғәскәрҙәре Аллаһы, былай ти: «Яҡуптың тәкәбберлегенән екһенәм, Уның ҡәлғәләрен күрә алмайым. Бар халҡы менән ҡалаһын Дошман ҡулына тапшырам».


Бер ай эсендә өс көтөүсене ҡыуып ебәрҙем, сөнки минең улар менән түҙемлегем ҡалманы. Улар ҙа мине күрә алмаҫ булды.


Быны күреп, Раббы асыуланды, Улдары һәм ҡыҙҙарынан Ул ваз кисте.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ