17 Миңә Раббы һүҙе булды:
Ҡәүемдәрҙең күҙ алдында һинең халҡыңды хурлыҡҡа ҡалдырғанда, Минең Раббы булғанымды белерһең».
– Эй әҙәм улы, Исраил нәҫеле Минең өсөн көмөштө иретеп таҙартҡандан һуң тороп ҡалған төпрә кеүек булды. Һәммәһе бергә тимерлек усағында ҡалған файҙаһыҙ төпрәгә – аҡ ҡурғаш, баҡыр, тимер һәм ҡара ҡурғаш ҡатнашмаһына – әйләнде.
Нисек Содом менән Ғамораның аҫтын өҫкә әйләндерһәм, һеҙҙең ҡайһы берәүҙәрегеҙҙе лә шулай һәләк иттем. Һеҙ ут эсенән тартып алынған торонбаш хәлендә булдығыҙ. Шунда ла һеҙ Минең хозурыма ҡайтманығыҙ. – Раббы шулай тип белдерә. –