1 Миңә Раббы һүҙе булды:
Алланың һүҙен данлайым; Раббының һүҙен данлайым!
Тәҡүәлек халыҡ өсөн – ҙурлыҡ, гонаһ иһә халыҡ өсөн – хурлыҡ.
Бығаса тоғро булған баш ҡала – Йәрүсәлим – Нисек һуң фәхишәгә әйләнгән? Ул ғәҙеллек менән тулы ине; Ул хаҡлыҡ төйәге булды, Инде бында тик кеше үлтереүселәр ҡалды!
Ниңә йән әсеһе менән ҡысҡыраһың? Йәрәхәттәреңә дауа булмаҫ! Енәйәтең ауыр, Гонаһтарың күп булғанға күрә Һине шул хәлгә төшөрҙөм.
Һин ут өсөн ем булырһың, Ил эсендә ҡаның түгеләсәк, Хатта хәтергә лә алынмаясаҡһың. Мин, Раббы, әйттем быны».
– Ә һин, эй әҙәм улы, Йәрүсәлимде хөкөм итмәйәсәкһеңме ни? Ҡан түгеүсе был ҡаланы хөкөм итмәҫһеңме? Әйҙә, бөтә ерәнгес эштәрен уға белдер.
Миңә Раббы һүҙе булды: