8 Миңә Раббы һүҙе булды:
Сүлдәге яланғас ҡалҡыулыҡтар буйлап Баҫҡынсылар килә. Раббының ҡылысы илде Бер остан икенсеһенә тиклем ҡырып һалыр, Тынғылыҡ ҡалмаҫ бөтә йән эйәһенә.
Йәки Мин был илгә ҡылыс ебәрһәм һәм: «Ҡылыс, ил буйлап үт!» – тип бойорһам, кешеләрҙе һәм мал-тыуарҙы ҡыра башлаһам,
Улар һинән: «Ниңә иңрәйһең?» – тип һорағанда, «Килә ятҡан ҡурҡыныс хәбәр арҡаһында, – тип яуапла. – Ул килгәс, һәр бер йөрәк хәлһеҙләнәсәк, бөтә ҡулдар һәленәсәк, рухтар төшәсәк, тубыҡтар ҡалтыраясаҡ. Бына шул яҡынлаша, һәм ул ғәмәлгә ашасаҡ. Раббы Хаким шулай тип белдерә».
– Эй әҙәм улы, пәйғәмбәрлек итеп әйт, Раббы Хаким былай ти: «Ҡылыс, ҡылыс инде сарланған, ялтыратылған,